Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уйланыу

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Һаҡмар мәктәбенән Фәнис Бәҙретдиновтың сираттағы хикәйәһен ҡаршы алығыҙ. "Уйланыу" тип аталған хикәйә тормоштоң йәмһеҙ күренештәре уҡыусы күҙлегенән асып бирелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң уҡымлы ижади эш хужаһын махсус бүләк көтә.

Кәрим бөгөн мәктәптән ҡайтҡас терпе кеүек йомарланып ятҡан иҫерек ағайҙы күрҙе. Эсмәгән саҡта аҡыллы ғына булған был ағайҙың был ҡылығына иҫе китте. Был ололарҙы аңлап булмай,тип уйланы ул.
"...Һүгенеп йөрөмәгеҙ, ҡолғығыҙҙы борормон тигән булалар! Үҙҙәре һүгенешеп көлөшөп торалар. Тәмәке тартмағыҙ, ауыҙығыҙҙы өтөрбеҙ тиҙәр. Ә үҙҙәре борҡотоп тәмәке тарталар. Араҡы эсер булһағыҙ, рюмка тотҡан бармаҡтарығыҙҙы һындырырбыҙ тиҙәр. Үҙҙәре теләнселәп араҡы эсәләр, яңы ғына эсә башлаған йәш егеттәргә "Вот, маладис!", тип тә ебәрәләр. Был өлкәндәрҙең ҡасан ысынды, ҡасан бушты һөйләгәндәрен нисек белергә?" -- тип уйланып ҡайтып индем.
Кәрим атаһының бер ҡасанда эскәнен күргәне юҡ, тәмәкене лә бөтөнләй тартмай. Шулай булһа ла эсмәгеҙ-тартмағыҙ, тип һөйләнеп йөрөмәй. "Кеше әйберенә теймәгеҙ, урлашмағыҙ, алдашмағыҙ", - тип әйтеп кенә тора.
Кәрим уйланып ултыра бирҙе лә: "Бүтәндәргә иғтибар итмәҫкә, үҙенең атаһын ғына тыңларға", - тип ниәт итеп уйнарға сығып китте.
ФӘНИС БӘҘРЕТДИНОВ.
Читайте нас: