Еңеүҙе яҡынайтҡан тылдағы үҫмерҙәргә арнайым
Кисә генә уйнап-көлөп йөрөгән
Балаларға бөгөн ни булған?
“Һуғыш” тигән ҡәһәрле бер һүҙҙән
Күңел өшөп, күҙгә йәш тулған.
Һуғыш, һуғыш... тыуған илен һаҡлап,
Фронтҡа китте йәп-йәш ағайҙар.
Күҙ алдында ҡапыл олоғайҙы
Үҫмер ҡыҙҙар һәм дә малайҙар.
Ручкаларын алмаштырҙы улар:
Ҡулда көрәк, һәнәк, балталар.
Бирешмәҫтәр, һуғыш ҡына бөтһөн,
Иҫән генә ҡайтһын атайҙар.
Ҡара таңдан тороп һалҡын ҡышта
Үгеҙ менән китте урманға.
Ағас ҡырҡып, утын тейәп ҡайтты,
Ҡурҡмайынса ыжғыр буранда.
Ҡаршы сыға йүгереп ҡапҡаға.
Атай урынына ҡалған үҫмер
Бесән сапты, түҙҙе барына.
Ер тырматты, яҙын иген сәсте,
Һуғыш, һуғыш, күпме балаларҙы,
Һин атайһыҙ иттең, аямай.
Атҡарып та булмаҫ эштәрҙе лә
Йөкмәттең һин йәшкә ҡарамай.
Өмөтләнеп көттө Еңеү көнөн
Һәр береһе – тылда ҡалғандар.
Фронт өсөн, фәҡәт Еңеү өсөн
Улар бөтә көсөн һалғандар.
Бына ул көн: майҙың туғыҙы,
Ҡайғы менән шатлыҡ буталған,
Һуғыш бөткән, ләкин хыялдар
Селпәрәмә килгән, онталған.
Олатаһы күптән юғалған...
Яу яраһы бер аҙ уңалған...
Һәр йыл һайын килә матур яҙҙар,
Яҙҙар менән килә һағыштар.
Тик булмаһын ғына һуғыштар.
Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ
Тыл һәм һуғыш ветерандарын.
Һөрөм ҡапламаһын тормошомдоң
Һеҙ яулаған матур ал таңын.
Альбина Ҡәйепова-Мәхмүтова
Насип булһын тием, осрашырға...
Ҙур йыйынға әҙерләнә ауылым,
Барлап бөтә нәҫел - тамырын.
Тормош йәмен, илһам шишмәләрен
Бары һиндә генә табырмын.
“Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында”,-
Гимн булып һеңгән күңелдәргә,
Йырламаған кеше ҡалмаған.
Ярмайылғаң, Күсәбәләр аҡҡан,
Нисә быуын һиндә тамыр йәйгән
Ҙур тормошҡа – оло донъяға.
Сәләм биреп тыуған ауылына
Нәбиуллаң йырҙа маҡтаған.
Һинән башҡа ерҙә тапмаған.
Үтәғолдәр менән Туйсиндар,
Сыңғыҙымдың уңған кешеләре
Һәр саҡ алдынғылар булһындар!
Ғорурланам бөгөн һеҙҙең менән,
Яуҙа үлгән батыр егеттәрҙең
Тыуған ергә ҡайтты дандары.
Мәғрур Һәрешҡужам, Алсынбайым,
Олотауым, гүзәл Һаҡмарым,
Бала сағым уҙған ауылымды
Күңелемдә мәңге һаҡлармын.
Һағынамын изге тупрағыңды,
Атай нигеҙен, ғәмһеҙ саҡтарҙы,
Сит ерҙәрҙең алтын һарайына
Алмаштырмам тыуған яҡтарҙы.
Бәхетлемен һиндә тыуғаныма,
Һинең менән бәйле яҙмышым.
Тыуған ауылым, ауылдаштарым,
Һеҙҙең менән - бөтә булмышым.
Имен генә атһын таңдарым,
Насип булһын йәмле йәй көнөндә
Альбина Ҡәйепова-Мәхмүтова
Башҡорттарҙа ғына була торған
Ҡунаҡсыллыҡ – хөрмәт билгеһе.
Бер кинәнес туғандарың менән
О, самауыр! Һинең шыжлауыңдан
Бергәләшеп дуҫ-иштәрең менән
Сәйҙәр эсеү – үҙе ҡыуаныс.
Самауырҙың сәйен эсмәгәндәр
Беләме ни уның тәмдәрен?!
Мәтрүшкәләп сәйҙәр эскәндә
Тоям матур тормош йәмдәрен.
Күңелгә йәм, йөрәккә дәрт бирә,
Мәтрүшкәнең тәмле сәйҙәре
Бар кешегә файҙа килтерә.
Сәй эсеүме – өҫтәл табынында
Самауырың йырлап тормағас.
Байрам буламы ни бер осрашып
Бергәләшеп күңел асмағас.
Ҡайнап торған самауырға ҡарап
Тәмләп-тәмләп сәйҙәр эсәбеҙ.
О, самауыр! Һине данлайбыҙ,
Ҡәҙерләйбеҙ һәм дә ҙурлайбыҙ!
Альбина Ҡәйепова-Мәхмүтова