Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хулиган

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Ишдәүләт Мөхтәр улы Сафиуллиндың "Хулиган" исемле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

1.

Дәрестәр тамамланғас, бөтә коллектив уҡытыусылар бүлмәһенә педсо-ветҡа йыйылды. Директор Ғәлим Талипович урынынан тороп баҫҡас, үҙ-ара шыбырлашҡан тауыштар ҡапыл тынып ҡалды.
– Бөтәгеҙ ҙә бында шикелле. – директор барыһына ла күҙ йүгертеп сыҡты, – Улайһа пландан тыш педсоветты асыҡ тип иғлан итәм. Бө-гөнгө көн тәртибендә тик бер генә мәсьәлә: һигеҙенсе класс уҡыу-сыһы Карамов Инсурҙың тәртибе һәм уның артабанғы яҙмышы. Сәр-кәтип иптәш, протоколға теркәп ҡуйығыҙ. Беренсе булып сығыш яһай ошо кластың етәксеһе Римма Искәнйәр ҡыҙы. Рәхим итегеҙ.
Ҡырҡ биш йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан төҫ-сырайы менән алтмышты ҡыуалаған ололар ҡиәфәтенә кергән сал сәсле ҡатын урынынан торҙо:
– Был класс менән өсөнсө йыл ғына етәкселек итһәм дә, ярты ҡартай-ҙым тиһәм, һис тә яңылышмам. Әллә ниндәй класс булып сыҡты ул? Был мәктәптә инде егерме йылдан ашыу эшләү дәүеремдә ундайҙы күргәнем булманы. Балалар, ярай инде, шулай булырға тейештер ҙә. Әммә Карамовтың күрһәткән хулиганлыҡтарын башҡаларға күрергә яҙмаһын тип теләр инем. Ғөмүмән, мин был класс менән артабан эш-ләүҙән баш тартам. Ғәлим Талипович, ни генә тиһәгеҙ ҙә, мин улар менән бүтән эшләмәйәсәкмен! Һүҙем тамам. Рөхсәтме ултырырға?..
– Рөхсәт, – директор урынында боршаңланы, – Уҡыу йылы башлан-ғанға әле өс ай ғына. Бәлки бер аҙ сыҙаңҡырап торор инегеҙ, Искән-йәровна, икенсе сирек тамамланғансы исмаһам. Класс етәкселеген алыштырыу еңел генә хәл ителә торған эш түгел бит әле. Унан...
– Минең нервыларым былай ҙа ҡаҡшаған, Талипович! Икенсе сиректе көткәнсе аяғымды һуҙайыммы инде хәҙер? Былай ҙа дауахана юлын
йыш тапайым, үҙегеҙ шаһит. Бөткәнме ни минән башҡалар? Ана, йәштәр бар. Әйҙә, эшләһендәр, өйрәнһендәр!
Бүлмәне ауыр тынлыҡ баҫты. Уҡытыусыларҙың һәр кеме, әле әйтелгән-дәрҙе үҙенсә анализлап, фекер йөрөтөү менән мәшғүл ине. Бер Искәнйәровна-ның ғына түгел, ә барлыҡ педколлективтың нервыларын әҙ «ашаманы» инде ул малай. Бигерәк тә тыйғанды аңламаҫ ут бөрсәһе булып сыҡты. Башланғыс кластарҙа уҡыған сағында уҡ тәҙрәләр ватып, класташтары менән һуғышһа, әле килеп мәктәпте яндырып ебәрә яҙҙы. Тәнәфестә ҡаҙанлыҡҡа инеп тәмәке тартып торғанында, ҡуҙы иҙәнгә төшөп шундағы утын онтағына тоҡанған. Артабан ут көсәйеп, эргә-тирәләге әйберҙәрҙе ялмап алған. Уның ҡаҙанлыҡ-тан йүгереп сығып барыуын йыйыштырыусы Сәриә апай күреп ҡалған. Күр-һә лә, баштараҡ ниндәйҙер хәүеф-хәтәр янағанын белмәгән. Оло бәләнән ба-ры тик янғын хәүефен иҫкәртеүсе ҡорамал ғына аралап ҡалған. Юғиһә ни бу-лырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
– Карамовтың тәртибенә ҡағылышлы кемдең ниндәй фекерҙәре бу-лыр? – Ғәлим Талипович башҡаларға өндәште, – Рәзимә Хәкимов-на, әйҙәгеҙ, һеҙҙе тыңлайыҡ. Һеҙ бит Инсурҙы башланғыс кластарҙа уҡыттығыҙ.
– Карамов мәктәпкә уҡырға төшкәндә бик тә ипле, тыңлаусан бала булды. Һәр ҡушҡанды яратып башҡарҙы, дәрескә хәленән килгәнсе әҙерләнеп йөрөнө. Тик уҡыуға бик ауыр бирелде ул. Хәрефтәрҙе ҡу-шып уҡый алмай интекте. Математикала икегә икене ҡабатлай бел-мәне. Башҡа фәндәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Уның өсөн генә үткәрелгән индивидуаль дәрестәрҙең иҫәбе-һаны булмағандыр.
– Шунлыҡтан уны ике йыл рәттән күсермәй ҡалдырырға тура килде, – тип һүҙгә ҡыҫтырылды уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зөмәрә Ғәйнулла ҡыҙы.
– Минеңсә бөтә сәбәп шунда булғандыр ҙа, – тип һүҙен дауам итте Хәкимовна, – Карамов күсмәй ҡалыуҙы бик ауыр кисерҙе. Шуның
арҡаһында малайҙың ата-әсәһе менән күпме тапҡыр конфликта ин-дек. Бала уҡыуға бөтөнләй ҡул һелтәне. Эш боҙа башланы.
– ПМП комиссияһы шулай ҡушҡас, беҙ нишләйек? – завуч ҡаршы төштө, – Күсерелеш һынауҙарын тапшыра алманы. Ә был дөйөм өл-гәш менән уҡыу сифатын әллә күпме процентҡа түбән төшөрә!
– Элегерәк беҙҙең практикала «щадящий режим» тигән нәмә була тор-ғайны. Шуға ярашлы, беҙ насар өлгәшкән уҡыусыларға көҙгө һы-науҙар ойоштора инек. Унда ла түбән сифат күрһәткәндәрҙе шартлы рәүештә үҙ класында ҡалдыра килдек. Был бала күңеленә психоло-гик травма яһамау күҙлегенән сығып башҡарылды.
– Хәҙер элекке заман түгел шул, Хәкимовна! – тине Зөмәрә Ғәйнул-ловна ҡырт киҫеп, – Уҡытыу-тәрбиә эшендә йыл һайын тиерлек үҙ-гәрештәр булып тора. Был һеҙгә һәм барыһына ла мәғлүм.
– Ғәфү итегеҙ, мөмкинме? – бығаса башын баҫып, тын ғына ултырған тарих уҡытыусыһы Мөнир Маннап улы тороп баҫты, – Ана шул үҙ-гәрештәр тигән булып, беҙ бөтөнләй яңылыш эш алып бармайбыҙ-мы, тип уйлайым.
– Һорауығыҙҙың асылы нимәлә? – директор уҡытыусыға боролдо.
– Йәғни ҙә мәҫәлән, барыһы элек өйрәнелгәнсә, йәғни традицион бул-һын ине ул. Бына бая, иптәш Хәкимовна әйткәнсә, көҙгө һынауҙарҙы кире ҡайтартҡанда. Юғиһә беҙҙә уларҙың ноҡ замандан булғаны юҡ!
– Планда бындай күрһәтмә бирелмәгән.
– Ә ниңә гел генә мотлаҡ өҫтән төшкән күрһәтмәләрҙе көтөргә ти? Беҙ үҙебеҙсә эшләйек. Йәғни ҙә мәҫәлән...
– Бына һеҙ юғарылағы министрҙарға барығыҙ ҙа, ошоно үҙҙәренә етке-регеҙ, улай шәп булғас. – завуч бирешергә теләмәне, – Көҙгө һынау-ҙар тигән булаһығыҙ. Ә үҙегеҙ август айында мәктәпкә берҙе булһа ла килеп китәһегеҙме һуң? Отпускынан 1сентябрға саҡ сығаһығыҙ.
– Ярар, иптәштәр, беҙ төп мәсьәләнән ситләшеп киттек ахыры, – Ғә-лим Талипович тамаҡ ҡырҙы, – тағы ниндәй фекерҙәр булыр?..

2.

Дәрескә саҡырып, ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Ашхананан һәм спорт-залдан сығыусы балалар, иркен коридоға һыймай сыр-сыу килеп, пыр туҙып йүгерешә-йүгерешә кластарына инеп юғалды. Биология уҡытыусыһы Айнур Хәлимов класс журналын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып дәрескә ашыҡты. Ул бы-йыл ғына Өфөләге юғары уҡыу йортон тамамлап был мәктәптә эш башлап тора. Сираттағы дәресе яҙмышы кисәге педсоветта тикшерелгән Карамов класында ине. Йәш уҡытыусы был бала менән уҡыу башынан уҡ таныш. Бик йыш булмаһа ла ара-тирә малай уға ла характерын күрһәтеп алғыланы. Тик яңы педагог быға һыр бирмәҫкә тырышты. Күргәне булды уның студент са-ғында ҡала мәктәптәрендә практика үткән осорҙарҙа бының кеүек уҡыусы-ларҙы. Унда иһә хәлдәр бөтөнләй хәтәр. Ҡала малайҙары ауылдыҡы ише генә түгел, үҙеңдән бер башҡа юғары ҡарап торалар. Ҡыҙҙары ла ҡырҡмыш тай кеүек уйнаҡларға әҙерҙәр. Саҡ ҡына сәбәп бир – шунда уҡ елкәңә атланыр-ҙар. Ошоға бәйле бер аяныслы ваҡиға Хәлимовтың хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Бишенсе курста уҡығанда уларҙың төркөмөн ҡала мәктәп-тәренең береһенә дәүләт практикаһы үтергә ебәрҙеләр. Хәлимовтар менән бергә бында физкультура техникумы студенттары ла килгәйне. Практика ба-рышында Айнур шул техникумда белем алыусы Ирназар исемле егет менән дуҫлашып алды. Ике йәш белгестең дәрестәре бер үк кластарға һәм бер үк көндәрҙә тиерлек тура килә ине. Шунлыҡтан улар гел бергә булдылар: бер-береһенең дәрестәренә йөрөштөрҙөләр, башҡа мәктәптәргә барып тәжрибә тупланылар, педсоветтарҙа әүҙем сығыш яһанылар. Шуғамылыр, был ике бу-ласаҡ педагогтың эшмәкәрлеген мәктәп етәкселеге юғары баһалай торған булды. Тик көндәрҙең береһендә көтмәгәндә-нитмәгәндә мәктәптә ЧП булды. Физкультура уҡытыусыһын алыштырыусы практиканттарҙың береһе 11 клас-та уҡыған ҡыҙҙы көсләгән тигән йән өшөткөс хәбәр таралды. Ғәйеплене тиҙ асыҡланылар. Ул да булһа, Айнурҙың дуҫы Ирназар ине. Был ваҡиға бары-һына ла аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Бигерәк тә Айнур өсөн. Ул быға һис кенә лә ышанырға теләмәне. Кемдән-кемдән, ә бик етди һәм прин-
ципиаль ҡарашлы Ирназарҙан быны көтмәгәйне. Яңғыҙы булһа бер эш, егет-тең тиҙҙән өйләнергә йәрәшкән ҡыҙы ла бар юғиһә. Әмәлгә ҡалғандай, был көндө Хәлимов мәктәптә булмағайны. Ул үҙенә тапшырылған класс уҡыусы-ларын ҡаланың йәш натуралистар станцияһына экскурсияға алып киткәйне. Практикантты мәктәптә үк ҡулға алып милиция бүлегенә алып киттеләр. Айнур дәрестәрен яҙа-йоҙа үткәрҙе лә, бүлексәгә сығып сапты. Әммә ул көн Хәлимовты дуҫы янына үткәрмәнеләр. Иртәгәһенә һәм унан һуңына ла шул уҡ хәл ҡабатланды – доследственная проверка бара тип аңлаттылар уға. Ахырҙа Айнур мәктәп директоры аша зыян күреүсе ҡыҙҙың ата-әсәһе менән күрешеп әңгәмәләшеп ҡарарға булды. Ҡыҙҙың атаһы барыһына ла ҡулын ғы-на һелтәне, ә бына әсәһе бәйһеҙ эт кеүек ажғырынды ғына. Әгәр факттар дө-рөҫләнһә, прокуратура ғына түгел ә Юғары Судҡа тиклем барып етәсәге һәм урындағы барлыҡ мәғариф системаһының аҫтын өҫкә килтерәсәге менән яна-ны. Егет ни эшләргә лә белмәне. Мәктәп коллективы хәҙер уға ла шик менән ҡараған кеүек тойола ине. Шулай ҙа Айнур ете юл сатында туҡталып ҡала торғандарҙан түгел. Ул әмәлен-юлын табып, ҡыҙҙың класс етәксеһе, уның әхирәттәре һәм аҙаҡ үҙе менән бәйләнешкә сыҡты. Тиҙҙән барыһы ла асыҡ-ланды. Баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә көсләү булмаған. Ҡыҙ, үҙенән оло тип торма-йынса, практикант Ирназарға ғашиҡ булған. Һөйөүен аңлатып, егеткә хаттар ебәргән. Бер-нисә тапҡыр уның үҙенә лә был турала белдерергә батырсылыҡ иткән. Башта Ирназар быға көлөп кенә ҡараған. Ахыры, ҡыҙ артыҡ ныҡыша башлағас, дәрестән һуң алып ҡалып уның менән ҡаты ғына итеп һөйләшкән, директорға индереү менән янаған. Шунда йәне көйгән ҡыҙ бынан үҙенсә үс алырға булған. Сит-ят кеше юҡлыҡтан файҙаланып, ул аҡырына-ҡысҡырына практикант алдында өҫ кейемдәрен өҙөп-йыртып, сәс-башын туҙҙырып, үҙ тә-нен үҙе сапсып, яра һалырға керешкән. Ирназар, ҡыҙҙы тынысландырам тип уға тотонғанда ғына, тауышты ишетеп, спортзалға мәктәптең йыйышты-рыусыһы килеп ингән. Эш артыҡ шау-шыуһыҙ ябылһа ла, Ирназарҙы техни-кумдан ҡыуҙылар. Мәктәп етәкселеге лә үҙ өҫтөнә яңынан бәлә ябылырын те-ләмәне буғай – практикаға студенттарҙы бүтән ҡабул итмәнеләр.
Оҙон тәнәфес мәлендә һигеҙенселәрҙең класс кабинетына Ғәлим Тали-пович, уның урынбаҫары Зөмәрә Ғәйнулловна, Римма Искәнйәр ҡыҙы һәм Айнур Хәлимов килеп инделәр. Уҡыусылар тиҙ генә урындарынан тороп баҫ-ты. Уларҙың барыһын да ашығыс рәүештә класҡа саҡыртып алғайнылар.
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ урындарығыҙға, – директор уҡытыусы өҫтәле янына үтте, – Римма Искәнйәровна, һүҙ һеҙгә.
– Ҡәҙерле уҡыусылар.., – класс етәксеһе аҙға ғына ҡаушап ҡалды, –Һеҙгә еткерәсәк бер яңылыҡ бар. Бөгөнгө көндән алып класс етәксе-леге алышына. Хәҙер һеҙҙең менән яңы класс етәксеһе эшләйәсәк, ул беҙҙең йәш коллегабыҙ, өмөтлө белгес Айнур Хәмит улы Хәлимов булыр. Мин һеҙҙең менән хәлемдән килгәнсе эшләргә тырыштым. Яңы етәксегеҙҙе тыңлағыҙ, ул ҡушҡандарҙы үтәгеҙ. Ғөмүмән, уға ла һәм класс йөҙөнә лә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ инде. Барыһы ла тик үҙегеҙҙән генә тора, балалар.
Малайҙарҙың был яңылыҡҡа әллә ни иҫтәре китмәһә лә, класс ҡыҙҙары өсөн был шокка тиң булды буғай. Улар, бер-килке ышанырға ла ышанмаҫҡа ла теләмәгәндәй, берсә Римма апайҙарына, берсә башҡа уҡытыусыларға күҙ-ҙәрен алмаш-тилмәш күсереп, өнһөҙ генә ултырҙылар.
– Һорауҙар юҡмы, балалар? – Ғәлим Талипович класҡа күҙ йүгертте.
– Йә, ярай, улайһа яңы етәксегә уңыштар теләйек, – тине директор, класс өндәшмәгәс, – Дәрестәр дауам итә. Һау булығыҙ!..
Башҡа уҡытыусылар кластан сығып киткәс, Айнур Хәмит улы уҡыусы-лар менән бер үҙе тороп ҡалды. Ул етди ҡиәфәттә һәр бер баланы ентекләп ҡарап сыҡты. Бығаса был класҡа дәрестәре менән күп тапҡыр ингән булһа ла, ҡайһы бер нәмәләргә иғтибар биреп етмәгән икән. Класта бөтәһе 18 бала, шу-ларҙың ун бере малайҙар, ҡалған етәүһе – ҡыҙҙар. «Тәжрибәле уҡытыусылар, класта малайҙар йәки ҡыҙҙар ғына өҫтөнлөк итһә, ул класс ғәҙәттә шаулы бу-лыусан» ти торғайны. Шуның һымаҡ был коллективтың да саманан тыш аг-
рессив булыуы шунан түгелме икән?» тип уйлап ҡуйҙы йәш белгес.
– Хәҙер һеҙ беҙҙең класрук булаһығыҙмы ни инде, ағай? – күпмелер ваҡыттан һуң иң артта ултырыусы Инсур тынлыҡты боҙҙо.
– Эйе. Ә ниңә, оҡшамайыммы әллә? Ҡайһы ерем яман? Былай нисауа ғынамын шикелле. – Айнур һүҙҙе шаяртыуға бороп, үҙенең өҫ-ба-шын ҡараштырған булды. Балалар бер-береһенә ҡарашып алды.
– Дөрөҫөн әйткәндә, миңә бөтәһе лә барыбер. Уҡытыусылар бер иш!
– Шулай тиһең инде. Ҡыҙыҡ. Ҡасандыр мин дә тап шулай тип уйлай торғайным, һинең һымаҡ саҡта.
– Не может быть, ағай!
– Була икән шул, Карамов. Мин дә тап һинең кеүек була торғайным.
– Эй, ағай, шаяртаһығыҙ! Нисек инде, минең һымаҡ?
– Бер ҙә шаяртмайымсы. Һинең кеүек тыңлауһыҙ, шаян, бандит була торғайным. – Хәлимов шаштыра ине, әлбиттә.
– Ә... ә ней... – Инсур бер аҙға юғалып ҡалды, – Улай булғас, нисек уҡытыусы булдығыҙ һуң?
– Булдым да ҡуйҙым шулай. Гел эш боҙоп йөрөп арыным. Надоел!
Уҡыусылар йәнә бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы, кемдер пырх итеп кө-лөп ебәрҙе. Хатта Инсур ҙа «был ағай тегеләйерәкме икән әллә» тип уйлап ҡуйҙы.
– Ә ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – Айнур «мейе штурмы» на күсте, – Бы-на, Карамов, һинән дә бик шәп уҡытыусы сығыр ине киләсәктә.
– Һеҙ нимә, ағай? – һүҙгә класс старостаһы Нәзирә ҡушылды, – Ул ху-лигандан ниндәй уҡытыусы сыҡһын?! Бандит бандит була инде!
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, һеҙ тарихта өйрәнгән бөтә күренекле шәхес-тәр ҙә үҙ заманында бандит һәм хулиган булған. Мәҫәлән, шул уҡ Пушкин, Лермонтов, Емельян Пугачёв һәм...
– Һәм Салауат Юлаев та мы?
– Эйе.. Салауат Юлаев та.
Быныһы уҡыусылар өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Улар тағы ла бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы: «был ағай ысынлап та иҫәрләнгәнме әллә?»
– Эй, ағай! Һеҙ ни һөйләйһегеҙ? Салауат Юлаев ниндәй бандит бул-һын ти?! Ул бит беҙҙең милли герой! Ә Пушкин, Лермонтовтар?
– Сөнки уларҙан барыһы ла дер ҡалтырап ҡурҡып торғандар. Бандит тип яманлап атау ярамай, әлбиттә. Уларҙы ҡыйыу һуғышсы, үҙ феке-рен ҡурҡмай әйтә белгән көслө ысын Кеше тип баһалау кәрәк. Бына ундайҙар һеҙҙең арағыҙҙа ла бар бит.
Әле генә, яңы уҡытыусыны үҙһенмәй, ҡырын-мырын ҡарап ултырған уҡыусылар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, быуар йылан гипнозына арбалған ҡуяндар кеүек, ағалары тәьҫиренә бирелеп китте. Был үҙенә күрә шулай уңышлы һай-ланған психологик тактика ине. Университетта уҡыған саҡта Айнур бындай алымдарға ныҡлы өйрәнгән ине. «Бармаҡтар бер-береһенә оҡшамаған кеүек, бер класта уҡыған балалар ҙа бер-береһенән ҡырҡа айырыла. Ҡырҡ ата бала-һында ҡырҡ төрлө характер. Шуларҙың барыһына ла ҡырҡ төрлөсә ярарға, улар күңеленә дөрөҫ асҡыс таба белергә кәрәк. Бынан тыш. уҡытыусы һәр бер ситуацияға әҙер булырға тейеш» тип йыш ҡабатлар ине уҡытыусылары. Эйе, уҡыусыны гел генә өгөтләп, әрләп кенә рәткә һалып булмай. Был осраҡ-та әҙерәк шаяртыуға, уйынға ҡоролған саралар ярҙамға килә. Бындай нәмәләр баланың иғтибарын шунда уҡ үҙенә тарта. Айнур Хәмит улы Педагогика фә-ненән бер уҡытыусының иң шаулы, иң тиктормаҫ класты нисек итеп ябай һү-рәт ярҙамында тынысландырыуы тураһында уҡып белгәйне. Ундағы уҡытыу-сы дәресте башларға мөмкинселек бирмәй үҙ-ара ҡаңғырышып ултырған ба-лаларға ҡарап-ҡарап торған да, бер һүҙ ҙә өндәшмәй класс таҡтаһына аҡбур менән ниндәйҙер һүрәт төшөрә башлаған. Бик оҙаҡ ҡына һүрәт төшөргән ул. Балалар шаулашып ултыра торғас, «был ниңә беҙҙе әрләмәй икән» тип, уҡы-тыусыларына иғтибар иткән ти. Аҙаҡ унан ниңә улай итеүен һорағандар. Шунда уҡытыусы «үҙ-ара шаулашҡанығыҙҙа мин һеҙҙең өсөн юҡ инем, ә ми-нең бында барлығымды һеҙгә ошо һүрәт күрһәтте» тип яуаплаған имеш.

3.

Айнур Хәмит улы барыһынан да элек класс коллективы менән уртаҡ тел табырға, уларҙың ышанысын яулап алырға тырышты. Был йәһәттән уға туҡтауһыҙ күп эшләргә, әленән-әле яңы алымдар уйлап табырға тура килде. Уҡыусыларҙы үҙенә яҡынайтып алыу маҡсатында ул аҙна һайын тиерлек кла-сын райондың һәм күрше төбәктәрҙең иҫтәлекле урындарына экскурсияларға алып йөрөнө. Яңы йыл каникулдарында Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларында булып ҡайттылар. Тәүҙә бар нәмәгә битараф булып, мәктәп тормошонда ҡат-нашмай, һаман булһа берәй эш боҙорға ғына уйлап йөрөгән Инсур ҙа әкрен-ләп был сараларға ҡушылып китте. Быны күреп, класс етәксеһе уға иң яуап-лы эштәрҙе ҡушҡылай башланы. Хатта бер класс йыйылышында ул, барыһын да аптыратып, Инсурҙы үҙенең класс эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйен-ләп ҡуйҙы. Быны көтмәгән малай башта баҙап ҡалды.
– Мин хулигандан ниндәй урынбаҫар сыҡһын ти, ағай? Яуаплы эштәр өсөн, ана, староста Нәзирә бар бит! – тип ультиматум ҡуйҙы ул.
– Староста ул кластың торошо өсөн яуаплы, ә һин дөйөм класс өсөн минең урынбаҫарым булаһың. – тине Айнур Хәмит улы малайға ту-ра ҡарап.
– Һе!.. Мин ни эшләргә тейеш булам инде?
– Бына һин класта иң көслөһө бит, эйеме?
– Шулай ҙа булһын ти.
– Көслө булғас, иң тәүҙә кластың спорт буйынса алдынғылығын тәь-мин итергә бурыслыһың. Юҡһа, беҙҙең класс спорт ярыштарынан гел артта ҡала, физик күрһәткестәрегеҙ бик түбән. Күпселек малай-ҙар турникта ла тартыла алмай хатта. Бик насар был! Һеҙ бит була-саҡ һалдаттар! Икенсенән, хеҙмәт дәрестәрендә эшләгән ҡул әйбер-ҙәрегеҙ күренмәй, өмәләрҙә ҡатнашмайһығыҙ. Һеҙ өйөгөҙҙә ҡыл да ҡыбырлатмайһығыҙмы әллә? Өсөнсөнән, өҫ-башығыҙға иғтибар ит-мәйһегеҙ. Үтекләнмәгән салбарҙар, бөтәрләнеп бөткән күлдәктәр.
Күптәрегеҙ мәктәп формаһын кейеүҙе онотҡан. Әллә ниндәй яман водолазкаларҙа, джинсыларҙа йөрөйһөгөҙ! Туғандарығыҙға ҡунаҡҡа шулай бармайһығыҙҙыр бит? Ни генә тиһәң дә, һеҙ бит өлкән класс уҡыусылары. Ә һаман бала-саға кеүекһегеҙ. Оят, балалар, бик оят!
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ағаларының шулай күҙгә бәреп тура әйтеүе ки-лештеме, иртәгәһенә үк уҡыусылар мәктәпкә матур итеп кейенеп килде. Бы-ға, билдәле, башҡалар ҙа шунда уҡ иғтибар итте. Тиҙ арала бөтә мәктәп алдан һөйләшеп ҡуйғандай берҙәм формаға күсте.
Инсур Карамовты яйға һалыу, уны яман ғәҙәттәренән арындырыу маҡ-сатында Айнур Хәлимовҡа күп кенә ыҙаларға тура килде. Малай һаман тәмә-ке менән шаяра ине. Атаһы быны белһә лә бер ни ҙә эшләй алмай. «Ауыҙын өтөп тә, туҡмап та ҡараным – ярҙам итмәне. И вапшы, баламды һеҙгә күптән тапшырғанмын инде! Ҡалғаны уҡытыусылар эше. Ни өсөн аҡса алаһығыҙ, шул маңҡаға ла баш була алмағас?» тип ҡулын ғына һелтәне ул. Әсәһе лә уф-танды ла ҡуйҙы. Ахырҙа класс етәксеһе мәктәп администрацияһы һәм ауыл Советы менән һөйләшеп, ата-әсәнең ризалығын алып, Инсурҙы уҡыу менән параллель рәүештә түләүле эшкә урынлаштырыуға өлгәште. Хәҙер малай уҡыуҙан буш мәлдәрендә почтальонға гәзит таратыуҙа ярҙам итә. Закон бу-йынса балалар хеҙмәткә ун һигеҙ йәше тулғас ҡына тотонорға хоҡуҡлы булһа ла, был, Инсурҙы эшкә әүрәтеп, яман ғәҙәттәренән азат итеү маҡсатында бул-дырылды. Бынан тыш, Айнур Хәмит улы уҡыусыһына эш хаҡын бер тиненә лә теймәй йыйып барырға ҡушты. «Аҙаҡ ошо йыйынтығыңа үҙең күптән хы-ялланған велосипед һатып алырһың. Унан байып китһәң, атай-әсәйең менән туғандарыңа аҡсалата ярҙам күрһәтерһең» тип кәңәш бирҙе ул. Уҡытыусы-һының уға шундай ышаныс белдереүен һиҙгәнгәме, Инсурға ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай булды. Ошонан алып малай күҙгә күренеп үҙгәреп китте: әллә ни өлгәшмәһә лә уҡыуы яйланды, эш боҙоуҙары туҡтаны. Етәксеһенең урын-баҫары булараҡ, ул үҙе үк класта ғына түгел, ә бөтә мәктәптә лә тәртип бул-дырыу эшенә ең һыҙғанып тотондо. Уҡыусылар тарафынан кор
фес һайын даими дежурлыҡ ойошторолдо. Мәктәп яны участкаһында йәшел-ләндереү-төҙөкләндереү эштәре гөрләп китте. Спорт ярыштарында ла мәк-тәптең уҡыусылар командаһы зона һәм район күләмендә еңеүҙәр яулай башланы.
Бөйөк Еңеү байрамы яҡынлашты. Ошо темаға арналған класс йыйылы-шында Инсур беренсе булып ҡул күтәрҙе:
– Айнур Хәмитович! Минең бер тәҡдимем бар ине, мөмкинме?
– Әйҙә, Карамов иптәш, рәхим ит! – Хәлимов, уҡыусыларын шулай дәртләндереп, үҙенә тиң күреп «иптәш» тип өндәшә ине.
– Байрамға бүләктәрен әҙерләрбеҙ, концертын да ҡуйырбыҙ ул. Ә бы-на шул саралар ҡоро күңел асыуҙан ары киткәне юҡ!
– Ә һин нимә тәҡдим итер инең?
– Элек тимурсылар командаһы тигән нәмә булған. Ә нишләп беҙгә, мәҫәлән шуны киренән тергеҙмәҫкә? Беҙҙең ҡулдан эш килә бит!
– Дөрөҫ-дөрөҫ! – тип эләктереп алды класс.
– Был ысынлап та бик шәп фекер, Инсур! Уйларға кәрәк булыр.
– Уны, ағай, мин әллә ҡасан уҡ уйлап ҡуйҙым инде. Беҙҙең ауылда ни бары алты ғына ветеран йәшәй. Бына шуларҙы һәр класҡа бүлеп сы-ғып, аҙнаһына бер булһа ла ҡарт-ҡороларға эшкә йөрөткәндә.
Инсурҙың тәҡдиме педсоветҡа ла ҡуйылды. Ысынлап та ауылда йәшәү-се оло йәштәгеләргә бик күптән бирле уҡыусылар тарафынан шефлыҡ эше ойошторолмай ине. Бары тик түшәктә ятҡандарына ғына урындағы ауыл Со-веты тәғәйенләгән социаль хеҙмәткәрҙәр йөрөштөргән була. Күп тә үтмәй ти-мурсылар эшкә кереште. Был хаҡтағы хәбәр ауылда ғына түгел, күрше-тирә-гә һәм хатта районға хәтлем барып етте. Ошо өлгөгә яҡындағы бүтән мәктәп-тәр ҙә ҡушылды. Тимурсылар эше матур бер традицияға әйләнеп китте. Бала-ларҙың изге ярҙамы тураһында район гәзиттәрендә мәҡәләләр донъя күрҙе. Карамов Инсур уҡыған мәктәп шулай итеп бар районға билдәлелек яуланы.

4.

Был ваҡиғаларға егерме йыллап ваҡыт үтеп китте. Район мәғариф ида-ралығында эштәрен тамамлағас, Айнур Хәмит улы ауылға ҡайтырға сыҡты. Ул хәҙер мәктәп директоры. Пенсия йәше еткәс, Ғәлим Талип улы етәкселек итеү эшен инде ҡәҙимге генә тәжрибә туплап өлгөргән Хәлимовҡа тапшыр-ҙы. Уҡыу-уҡытыу эшендә ФГОС тигән нәмә барлыҡҡа килде. Уҡытыусылар-ҙың ағас указкаһы менән аҡбурлы ҡара таҡтаһын хәҙер компьютерҙар, проек-торҙар менән интерактив таҡталар һәм электрон дәреслектәр алыштырҙы. Сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Хәлимов ҡаланы сығып та өлгөрмәне, кинәт машинаһы боҙолоп ҡуйҙы. Уныһы тиҙ генә төҙәтерлек хәлдә булмағас, беренсе осраған СТО-ға ҡалдыр-ҙы ла, оло юлға «попутка» тоторға сығып китте. Көҙгө көн йонсоу. Ямғыр-лап, һыуытып тора. Айнур юл ситендәге бағанаға ышыҡланды. Ауыл яғына автобус күптән киткән. Ә ҡайтырға кәрәк, нисек тә булһа. Эштәр көтә, эштәр!
Бер-нисә машина, буш урындары булһа ла, туҡтамай үтте. Көҙгө көн кискә ауыша башланы. «Бөгөн ҡайтып булмаһа, эш харап» тип уйланы мәк-тәп етәксеһе. Ҡайта алмаһа, ҡалала йәшәүсе туғандарына барып ҡунырға ла мөмкин. Тик бер ҙә генә эш ҡалдырып йөрөгө килмәй. Шул саҡ уйҙарға су-мып торған Хәлимов янына шыйтлап ҡына бик затлы иномарка килеп туҡта-ны. Ҡара күҙлек кейеп алған водитель тәҙрәне төшөрөп юлсыға өндәште:
– Айнур Хәмитович! Нишләп былай ыҙалап, өшөп тораһығыҙ? Әйҙә-геҙ, йәһәтерәк ултырығыҙ, ағай. Ауылға ҡайтып бараһығыҙҙыр моға-йын. Улайһа, һеҙгә повезло, өйөгөҙгә хәтлем илтеп ҡуйырмын!
– Туҡта әле, ҡустым! – Хәлимов водителгә иғтибарлап текәлде, – Кем тийәем икән үҙеңде? Таныш кеүекһең былай.
– Һуң мин бит һеҙҙең уҡыусығыҙ Карамов Инсур! Себерҙә эшләп йөрөйөм, әле вахтанан ҡайтып киләм. Нефтяник мин хәҙер, ағай.
Айнур Хәмитовичтың күҙ алдына хулиган малай килеп баҫты.
ИШДӘҮЛӘТ САФИУЛЛИН.
Читайте нас: