Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡар кешеһе

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Ишдәүләт Мөхтәр улы Сафиуллиндың "Ҡар кешеһе" исемле хикәйәһен ҡаршы алығыҙ. Сәйер хәлдәр тураһындағы мажаралы был хикәйәһен яратып уҡырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

1.

- Беҙҙең ауылға ҡар кешеһе килгән! Кисә кис урам буйлап йөрөгән.
- Эттәр абалағас тышҡа сыҡһам, бынау тыҡырыҡтан анау тауға ҡарай йүгергәнен күреп ҡалдым. Ҡурҡыштан шыр ебәрҙем, әй!
- Ғәләмәт ҡурҡыныс үҙе! Маймылға оҡшаған, тик кеше һымаҡ ике ая-ғында йөрөй. Буйға ике метрлап булыр, валлаһи. Яман йөнтәҫ.
- Зинә апайҙы ныҡ ҡына ҡурҡытҡан. Уныһы өйҙән дә сыҡмай ята.
- Тәүбә-тәүбә, күрәһеләребеҙ бар икән, йә Хоҙайым!..

Ошондайыраҡ шомло хәбәрҙәр ҡуйырҙы бәләкәй генә Ташлыгүл ауылында. Һөйләгәндәре, ысынлап та, нигеҙле ине, сөнки бында ошоғаса тыныс ҡына көн күреп ятҡан ауыл халҡының ҡотон алып, ниндәйҙер шөкәтһеҙ йән эйәһе күренә башланы. Иң элек уны ауылға яҡын Ҡарағайлы урманында еләк йыйған бер төркөм бисә-сәсә күргән. «Ағастар араһында ниҙер ҡыштырла-ғанға, айыу икән тиһәк, ниндәйҙер бер ҡот осорғос йөнтәҫ нәмә беҙгә ҡарап тора. Шундуҡ сар ҙа сор ҡысҡырышып, күнәк-силәктәрҙе ташлап һыпыртҡа-ныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ» тип бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләнеләр улар участка инспекторы Артур Сәмиховҡа. Аҙаҡ кемдер был гуманоидтың ауыл осонда йәшәгән Зәлифәләрҙең ихатаһына инеп киткәнен күргән. Шаһит-тарҙың һөйләүенә ҡарағанда, был йән эйәһе бар донъяны шаулатҡан ҡар ке-шеһе булырға тейеш. Тик уның ни сәбәп менән Башҡортостанға килеп сығы-уы ғына ғәжәпләндерә ине. Ғәҙәттә ҡар кешеһен Эверест йә Кавказ кеүек әҙәм аяғы баҫмаҫ бейек тауҙарҙа йәшеренеп йәшәй тиҙәр бит. Быға ҡаршы бе-рәүҙәр «былтыр БСТ каналынан Ирәмәлдә туристарҙың ҡар кешеһен күреп ҡалыуҙарын һөйләгәйнеләр, бәлки шул бында килеп еткәндер» тип үҙ фара-зын белдерҙе. Ниндәй йән эйәһе, ул бында ниңә пәйҙа булған – билдәһеҙ ине. Ә уның хаҡында төрлө-төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. Берҙе биш итеп арттырып ғәйбәт һөйләргә яратыусыларға был етә ҡалды. Имеш ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы аулай икән. Кемде ҡайҙа тотоп ала, шуны күтәреп алып китеп мәсхәрәләй ти.

Йә булмаһа ул, сит планетанан килгән дә, үҙҙәрендә ғилми эксперимент яһар өсөн кешеләрҙе урлап йөрөй һ.б. Ауыл халҡы тамам паникаға бирелде. Йорт хужалары бикләнер ерҙән бикләнеп, бала-сағаһын урамға сығармай тотто. Урман-ҡырҙарға эш-фәлән менән барғандары хәленән килгәнсә ҡоралланып, машина-тракторҙарынан төшмәй генә йөрөргә тырышты.

«Көтөлмәгән ҡунаҡ» тураһындағы хәбәрҙәр ауыл сиктәрен үтеп барлыҡ районға һәм хатта баш ҡалаға уҡ барып етте. Тиҙ арала бында машиналарға һәм вертолеттарға ултырып хәтәр ҡоралланған спецназдар, башмаҡ ҙурлыҡ эттәр эйәрткән кинологтар килеп тулды. Хатта Өфө менән Мәскәүҙән НЛО һәм шуның ише йән эйәләрен өйрәнеүсе уфологтар ҙа саҡыртылғайны. Көн-дәр-аҙналар буйы яҡын-тирәләге урман-тауҙарға тәүлек әйләнәһенә дежур-лыҡ ойошторолдо. Һауаға махсус видеокамералар ҡуйылған дрондар осо-ролдо. Тик бушҡа ғына – серле зат һыуға төшкәндәй ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Уның ҡарауы участковый Сәмиховҡа тынғылыҡ бөттө. Әле бер ерҙә береһе-нең әйберен урлайҙар, әле икенсе ерҙә кемеһендер һыу эскеһеҙ итеп туҡмап китәләр. Тик ниңәлер һәр осраҡта ла был енәйәттәрҙең башында төп ғәйепле булып кешеләр түгел, ә баяғы тотолмаҫ «ҡар кешеһе» ҡала килде. Әле бөгөн дә киске дежурствонан ҡайтып кереп тә өлгөрмәне, райондың эске эштәр бү-легенән шылтыраттылар. Линияла бүлек етәксеһе үҙе ине:

- Ну, лейтенант Самихов! Ниндәй яңылыҡтар бар? Тоттоғоҙмо шул ҡарасҡығыҙҙы, юҡмы?
- Юҡ әле, иптәш полковник! Эҙләйбеҙ. Ауыл периметрынан тәүлек әйләнәһенә дозор өҙөлмәй. Һауанан даими күҙәтеү ойошторолған.
- Кинологтар бер ниндәй ҙә эҙ тапмағанмы ни? Эттәре һуң?
- Бер-нисә эҙҙең өлгөһөн эксперттар тикшерә. Әлегә ниндәй ҙә булһа теүәл нәтижә яһай алмайҙар. Йәй ваҡыты бит, ҡыш булһа слепоктар яһап булыр ине.
- Хәҙер ҡышты көтәһе ҡалдымы инде?! – полковник ҡыҙа башланы. – Ә участогыңдағы енәйәт осраҡтары буйынса ни тиерһең?
- Енәйәттәрҙә кешеһе факторы, иптәш полковник...
- Улары буйынса бында айырым отчет яһарһың. Әлегә һиңә шул бер яуаплы задание: тиҙерәк тотоғоҙ шул әйберҙе һәм желательно тере көйөнсә! Всё, будь на связи! – телефон өҙөк-өҙөк түтелдәне.

Ныҡлы ҡараңғы төшөп тирә-яҡ серле бер һиллеккә сорналғас, бар ур-ман тәрән йоҡоға талған кеүек булды. Шулай ҙа ара-тирә ағастарҙа төн ҡош-тары сутылдаша, үлән араларында сиңерткәләр кемуҙарҙан сырылдаша, һаҙ буйҙарында тартайҙар тартылдашып ҡуя ине. Шул саҡ бар тереклек кинәт шымып ҡалды. Күп тә үтмәй ҡара урман эсенән, шомло ҡараңғылыҡты йы-рып, мөһабәт кәүҙәле ҡап-ҡара йән эйәһе килеп сыҡты. Был – ҡар кешеһе ине. Ҡот осорғос ғифрит бер аҙға туҡталып, башын улай-былай борғолап, һа-уаны еҫкәп торҙо. Унан урман ситендә йызылдашҡан уттарҙы күреп еңелсә үкереп ҡуйҙы. Шулай ҙа аҡланға сығырға йөрьәт итмәне ул, сөнки унда буй-ҙан-буйға теҙелеп полиция машиналары ултыра. Ҡар кешеһе үҙенең артынан эҙәрләгәнде белә ине. Әле көндөҙ ул йөрөгән урман һәм тау буйҙарын ҡат-ҡат тикшереп автомат менән ҡоралланған әллә нисә төркөм кешеләр йөрөп сыҡ-ты. Һауала тегеләй ҙә былай вертолёттар менән квадрокоптерҙар осҡоланы. Полицейскийҙар бына инде аҙнанан ашыу был януарҙы тота алмай интегә. Бигерәк тә йылғыр нәмә булып сыҡты шул ул. Йылғыр булмаһа, әллә ҡасан тотоп алып, шунда берәй зоопаркка оҙатҡан булырҙар ине.

Иртәме-һуңмы тоҙаҡҡа эләгәсәген аңлап булһа кәрәк, ҡар кешеһе кинәт маршрутын үҙгәртергә ҡарар итте. Тотто ла кире боролоп урман төпкөлөнә инеп китте. Урмандың икенсе яғында дозорҙа тороусыларҙың күҙенә салын-маҫҡа тырышып, ҡамыштар менән уратып алынған һаҙлыҡҡа табан юл алды. Һаҙлыҡты йырып үтеп аҙмы-күпме бара торғас трассаға килеп сыҡты. Оло юлдың был өлөшөнә ни ғәжәптәндер күҙәтеү ҡуйылмаған ине.
Ғифрит берсә һауаға, берсә трассаға ҡарап тора бирҙе. Шул саҡ йыраҡ-та ниндәйҙер еңел машинаның уттары күренде. Януар юл ситенә сүгәләне. Күҙ-башҡа салынмай тороу хәйерлерәк тип уйланы шикелле.

Иртәгәһен бар ауыл халҡын яңы хәбәр шаңҡытты. Ауыл осонда йәшә-гән Зинә апайҙың ҡалала эшләп йөрөүсе Лирә исемле ҡыҙы машинала ава-рияға эләккән. Тиҙ арала фажиғә урынына барып еткән оператив төркөм шу-ларҙы асыҡланы. Юл-транспорт ваҡиғаһы ауылға ике саҡрым ерҙә генә бул-ған. Тип-тигеҙ юлдан ситкә сығып йөҙтүбән ауған «двенашка»ла ике кешелек йәш ғаилә – Тимур менән Лирә ултырған. Егет ауыр баш йәрәхәтенән ваҡиға урынында уҡ йән биргән, ә ҡыҙ бәхеткә күрә тере ҡалған. Бары тик ҡаты шок хәлендә ҡала дауаханаһына оҙатылған. Тик шунда бер аңлайышһыҙ хәл килеп тыуҙы. Ҡыҙҙы авария булған урындан 20-25 метр тирәһеләй ерҙә, юлдың өҫ яғында һуштан яҙған килеш тапҡандар. Кемдер уны ситкә күсереп һалған. Тик ул ваҡытта төн булған. Эргә-тирәлә ергә тызылып бөткән ниндәйҙер аң-лайышһыҙ эҙҙәр генә төҫмөрләнә, тик уларҙы асыҡларлыҡ түгел ине.

Сәмихов дауаханаға юлланды. Ҡыҙҙы иҫенә килгән тигәйнеләр уға. Та-бип участковыйға сирле менән оҙаҡ һөйләшмәҫкә ҡушып сығып китте.

- Хәлегеҙҙе аңлайым, гражданка Булатова. Миңә ҡайһы бер мәғлү-мәттәр генә кәрәк ине. Мәҫәлән, авария нисек булды?
- Кү...күҙ асып йомғансы бу...булды, – ҡыҙ һушына килһә лә ауырлыҡ менән һөйләшә ине, – бе...беҙ яй ғына ба...бара инек.
- Артабан ни булды?
- Юл...юлға ям..ман ҡур...ҡы...ныс бапаҡ ырғып килеп сыҡ...сыҡты!
- Бапаҡ? Ниндәйерәк бапаҡ ине ул, төҫ-ҡиәфәтен әйтә алаһыңмы?
- Йө...йөн баҫҡан, ма...маймылға оҡ...оҡшаған. Оҙ...ҙон бу...буйлы.
- Шунан, ул һеҙгә һөжүм иттеме?
- Ю..юҡ.
- Ни булды артабан?
- Ул миңә ҡарап нимәлер тип ҡыс...ҡырҙы. Ә мин ҡур...ҡурҡыш...тан Тим... Тимурға йәб..йәбештем... – ҡыҙ һығылып илай башланы.

«Ҡар кешеһе, тимәк» тип ҡуйҙы Артур үҙ алдына.

2.

Дәниф менән Ғосман «точка»ға барып бер ярты алдылар ҙа, баш төҙә-тергә ниәтләнеп, йылға буйына киттеләр. Кисә икеһе лә ауыл «байы» Тимер-байҙа көнө буйы өйлөк бура бурағайнылар. Бөгөн хужалары икеһенә лә аванс тоттороп, бер көнлөк ялға ебәргән. Тимербай ағас эшкәртеү буйынса шәхси эш асып, үҙенә күрә урта сортлы эшҡыуарҙар рәтенә ингән йүнселдәрҙең бе-реһе ине. Бында һәм күрше ауылда таҡта ярыу цехтары һәм бер магазины бар. Эшкә әрһеҙерәк ир-атты йәлеп итә. Дөрөҫөрәге, хеҙмәт өсөн артыҡ ҡим-мәт хаҡ һорамаған, тыуа килгәндән алып ауыл менән район үҙәгенән ары сы-ғып китә алмаған кешеләргә, йәғни бында атап йөрөтөлгәнсә «дешёвый ҡул-дар»ға өҫтөнлөк бирә.

Егеттәр йылға буйында туҡталдылар. Арғы ярҙан тайга кеүек йырып сыҡҡыһыҙ ҡуйы урманлыҡ башлана.

- Ултыр, нимә тораң һерәйеп? – Ғосман сабырһыҙланды, – тиҙерәк йомро-йомро йота һалайыҡ, атыу ағайың үлеп бара!
- Сабыр-рахман! – Дәниф кеҫәһенән гәзит сығарып ергә түшәне. – был шешәнең пробкаһы ыслабый. Әжәлдән дауа кеүек кенә нәмә тү-гелеп һәләк булып ҡуймаһын тим.
- Торҙоң шунда сәғәт буйы көттөрөп! Бүтән ваҡытта булмай инеме ней гәп һатып?
- Эй, үткәнендә инәлеп-ялбарып алып киткән биш яртының бурысын ҡайтартып алып ҡалды. Тимербай биргән мең тәңкә «тю-тю»!
- Уға минең дә ике меңдән ашыу долгым тора әле. Ҡасып йөрөйөм. Йә, хватит лаҡылдарға, ҡой!..

Бар донъяға иҫтәре китеп, нәмә белмәй бере-береһен бүлдерә-бүлдерә хәбәр һатып сәмәй эсеп ултырған ике алкаш ҡапыл урман яғынан нимәнең-дер «шарт» итеп ҡалыуына һиҫкәнеп китте. Баштарын бороп ҡарағас, икеһе лә саҡ-саҡ ҡына аҫтарына «шөр» ебәрмәнеләр. Яр буйына терәлеп үҫкән ҡарт ҡайынға һөйәлеп, быларға ҡот осмалы бер йән эйәһе ҡарап тора ине.

Төшкө аштан һуң ауылға ҡайтырға йөрөгән Сәмиховты прокуратураға саҡырттылар. Бегемоттай ҡалын кәүҙәле, битенә сиртһәң, ҡаны атылып сы-ғырлыҡ табаҡтай ҡыҙыл йөҙлө тәфтишсе участковыйға һөҙә ҡарап алды:

- Шунан, нимәләрҙе асыҡлай алдығыҙ, лейтенант Латыпыч?
- Зыян күреүсе юлдарына көтмәгәндә ниндәйҙер йән эйәһе килеп сы-ғыуын әйтте. Йөнтәҫ, ҡурҡыныс януар ти.
- Интересно, ниндәй йән эйәһе икән ул? Бәлки ат-һыйыр, йәки ҡыра-ғай хайуандыр?
- Юҡ. Ат түгел, һыйыр ҙа түгел. Ҡырағай хайуандар ҙа юҡ унда.
- Нишләп ул ергә тогда «перегон скота» йәки «дикие животные» бил-дәләре ҡуйылмаған?
- Ул ерҙә ғөмүмән мал йөрөмәй, тәфтишсе иптәш.
- Тогда нимә булған һуң ул, чёрт побери? Ен түгелдер бит наконец?!
- Ҡиәфәте менән маймылға оҡшаған, тик ике аяғында баҫып йөрөй. Сасквач, йәғни ҡар кешеһе булырға тейеш.
- Ҡар кешеһе? Ха-ха-ха! Ну ты даёшь, Самихов! Откуда у нас ҡар ке-шеһе? Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул бында, Кавказдан что ли? Ха-ха!..
-Теүәл генә мәғлүмәттәр юҡ әлегә. – Артур тәфтишсенең илтифат-һыҙлығына иғтибар бирмәҫкә тырышты – Ауыл халҡына бер-нисә тапҡыр күренгән. Опергруппа уны туҡтауһыҙ эҙләү өҫтөндә.
Ха! Ә үҙең күрҙеңме шул, нимә тиһең әле, са..сас.. сволочыңды?
Юҡ әлегә.
Слушай, Латыпыч! Һин давай, юҡты тызып, ауылыңдағы мәңге ай-нымаҫ алкаштарыңдың күҙенә күренгән глюктарҙы бында миңә һөй-ләп ултырма, йәме? Ысын эш менән булыш! Миңә факттар кәрәк, понимаешь? Тик факттар. Ну так вот, протоколдағы «столкновение с препятствием» тигәнде «превышение скорости» тип үҙгәртәбеҙ.
Улай дөрөҫ булмай. Эш судҡа китһә, нишләрбеҙ? Шаһит тере бит!
Ә быныһы моё дело, понял? Ә хәҙер бар, своим делом займись!..
Сәмихов тәфтишсе бүлмәһенән кәйефе ҡырылып килеп сыҡты. «Пре-вышение скорости тип үҙгәртәбеҙ имеш. Ҡайһылай анһат ҡына ҡотолмаҡсы! Факттар кәрәк булған берәүгә йәнәһе. Юҡ, участковый ғына булһам да, һис юл ҡуймаясаҡмын бындай ҡара эшкә! Тик бына нишләргә хәҙер? Тәфтишсе-нең Булатованан күрһәтмәләрен үҙгәртеүҙе талап итеүе бар». Артур машина-һын дауахана яғына борҙо.
Дәниф менән Ғосман күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, ах та ух килеп өйгә атылып ҡайтып ингәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Хәмер парҙары баштарынан күптән үк сығып осҡайны. Ғосман тиҙ генә ишекте элеп, тәҙрә ҡорғандарын төшөрөп ҡуйҙы ла иҙәнгә боҫто. Дәниф тә уның янына сүгәләне.
Ну, малай, ҡотто алды бит, әй? – Ғосман тирә-яғына ҡурҡып ҡына ҡаранды. – Ниндәй чудище булды ул, ә Ден?
Белмәйем, әй. Тәүге тапҡыр күрәм. Маймыл тиһәң, ике аяҡлы. Йөп-йөнтәҫ үҙе. Кинг-конг һымаҡ. Ыштаныма һейә яҙҙым!
Арттан эйәреп бында килеп инһә, нишләрбеҙ?
Китер баш – ҡалыр муйын һерәйеп. Ишекте элдеңме ул һин? Сығып ҡапҡаны ябырға кәрәк ине.
Нашёл дурака, вот әй! Үҙең яп, башың икәү булһа! Тем более һинең өйөң был!
Әйҙә икәүләп сығайыҡ, Ғосман дуҫ. Минең дә үлгем килмәй бит.
Эх, бутылка тегендә ятып ҡалды. Эсеп тә бөтмәнек бит әле!
Теге нәмәкәй рәхәтләнеп эсеп ултыралыр әле на халяву...
Ике дуҫ, ҡулдарына эләккән уҡлауҙар, йәмкәләр менән «ҡоралланып», бесәйҙәй шым баҫып тирә-яҡтарына ҡарана-ҡарана соланға сыҡтылар. Әллә ни хәүеф-хәтәр һиҙелмәгәненә тамам ышанғас ҡына, йүгереп барып ҡапҡаны дүрт-биш урындан терәтеп ҡуйҙылар ҙа кире өйгә инеп боҫтолар. Бөгөн кискә саҡлы уларҙың телендә тик бая урманда үҙҙәре осратҡан ҡурҡыныс йән эйәһе генә булды. «Ваҡытһыҙ боҙолған мәжлесте» һағынып, гәп һатып ултыра тор-ғас, ҡайҙа етте шунда ятып, йоҡлап киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
3.
Йәмил төн урталары етәрәк кенә өйгә ҡайтып инде лә, йыуынып та тор-майынса карауатына барып ауҙы.
Сәй эсеп ятыр инең, балам. – улының ҡайтыуын баянан бирле дүрт күҙ менән көтөп ултырған Зәлифә апай өтәләнде. – әллә ҡайҙарҙа йө-рөйһөңдөр, белгән дә юҡ.
Бер нәмә лә бармай миңә, әсәй, сәйеңде йыйыштыр ҙа ҡуй.
Эй, балам-балам. Ниҙәр булды һиңә? Вахтаңдан ҡайтҡаны бирле бер йүнләп минең менән һөйләшкәнең дә юҡ бит.
Бер ни ҙә булманы, әсәй! Юҡҡа баш ватма. Мин йоҡлайым...
Зәлифә апайҙың борсолоуы юҡҡа түгел. Әсә йөрәге һиҙә – балаһына ниҙер булған. Бүтән саҡта һәр саҡ көләс, кәрәкмәгәндә үтә лә шаян, йөрәгеңә инеп китерҙәй булып йөрөгән улына һуңғы осорҙа әллә ни булды ла ҡуйҙы. Тик үҙе бер нәмә менән дә уртаҡлашмай. Атаһы мәрхүм дә шулай мыштым булып китә торғайны ҡайсаҡ. Ауыҙынан һүҙ тартып алырмын тимә.
Йәмил күршеһендә генә йәшәгән Лирә менән бер класта бер парта ар-тында ултырып мәктәпте тамамланылар. Бала саҡтан уҡ был икәүҙең икеһен бергә ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ ептәр мәңгелеккә бергә бәйләгән кеүек ине. Мәктәптә генә түгел, урамда ла бергә уйнап үҫтеләр. Шул тиклем дә бер-бе-реһенә эҫенешеп киткәйне улар – бер туғандарың да шулай берекмәҫ. Ауылда был икәүҙе мәрәкәләп «кейәү менән кәләш» тип атап йөрөттөләр. Йәмил һәр саҡ Лирәне башҡаларҙан ҡул түгел хатта һүҙ ҙә тейҙертмәй ҡурсалап алып йөрөр булды. Байрамдары етһә бер-береһенә бүләк бирешәләр ине. Күрә-белә йөрөүселәр, был икәүҙең йәштәре еткәс, һис шикһеҙ өйләнешәсәктәрен күҙал-лар булды. Ысынлап та ике аралағы балалыҡ дуҫлығы тора-бара етди мөнәсә-бәткә әүерелә башлағайны. Егет һуңғы арала буйға тартылып уғата сибәрлә-неп киткән күрше ҡыҙына башкөлләй ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Тиҙ арала гитарала уйнарға өйрәнеп һөйгәненә матур йырҙар сығарҙы, ҡыҙ иһә үҙ сиратында егеткә арнап шиғырҙар яҙҙы. Ике яҡтың да ата-әсәләре йәштәрҙең
был мөнәсәбәтенә башта әллә ни иғтибар бирмәҫтән, ғәҙәти дуҫлыҡ тип кенә ҡарай ине. Тик Йәмил әрмегә китер алдынан «Лирәгә өйләнәм» тип хәбәр һалғас, ҡыҙҙың әсәһе Зинә апай араға төштө. «Балалар, ваҡытында иҫкәрт-мәнеләр тимәгеҙ, әйтәм – һеҙ бер нисек тә өйләнешә алмайһығыҙ. Сөнки һеҙ-ҙең берегеҙ атаһы, икенсегеҙ әсәһе яғынан яҡын ғына туғандар килеп сығаһы-ғыҙ. Ә яҡын туғандарға өйләнешеү ҡәтғи тыйылған» тине лә ҡуйҙы. Ысын-лап та Лирәнең атаһы Усман ағай менән Йәмилдең әсәһе Зәлифә апай яҡын ҡәрҙәштәр ине шул. «Килешмәйем бының менән! Туғандар имеш. Хәҙер, ана, бер туғандар ҙа өйләнешә. Бер нәмә лә булмай унан. Лирә барыбер минеке буласаҡ!» тип егет ҡырт киҫһә лә, өлкәндәр үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ни тиклем генә мөхәббәттәрен һаҡларға тырышһалар ҙа, шул туғанлыҡ арҡаһындамы-лыр, йәштәрҙең араһы алыҫайғандан алыҫая барҙы. Зинә апай, әле эш боҙмаҫ-тар элек типме, ҡыҙын тиҙ арала Санкт-Петербург ҡалаһына көсләп уҡырға ебәрҙе. Йәмилде Владивосток ҡалаһына әрмегә оҙаттылар.
Аралары алыҫ булһа ла, һөйгәндәр башта ябай хат менән, унан интер-нет аша аралашып торҙолар. Тик яҙышҡан сәләмдәренең элекке наҙы һәм йы-лылығы юҡ ине. Бигерәк тә ҡыҙ яғынан. Ә егет һаман булһа Лирәнең үҙенеке булыуын теләп баш ватты. Әрменән ҡайтыу менән ул ҡыҙҙы урлап ҡасырға булды һәм бының төрлө пландарын алдан уҡ уйлап та ҡуйҙы. Ләкин дембел-гә теп-теүәл йөҙ генә көн ҡалғас, ҡыҙҙан йән өшөткөс хәбәр килде: «Ғәфү ит, беҙ бергә була алмайбыҙ. Мин кейәүгә сыҡтым». Егетте бар донъяға битараф-лыҡ солғап алды. Көнөн-төнөн, юғалтҡан мөхәббәтен уйлай торғас, аҡылдан яҙыр сиккә етте. Шунлыҡтан үҙен ике тапҡыр элмәктән сисеп алдылар. Был ғына етмәгән, буласаҡ дембель бер кисте эсеп алып, казармала хеҙмәттәштә-ре менән ерле юҡтан һуғыш ойошторҙо, аҙаҡ бының өсөн дисбатҡа эләкте. Әрменән ҡайтҡас, тыуған ауылында бер-нисә көн генә торҙо ла, Себер яҡта-рына вахта ысулы менән эшкә сыҡты ла китте. Бында бер минутҡа ла ҡалыр-ға теләмәне ул. Сөнки бар нәмә лә уға элекке мөхәббәтен хәтерләтеп тик тор-ҙо. Вахтанан ҡайтҡан саҡтарында күрше өйгә ҡарамаҫҡа тырышһа ла, эсенән Лирәне һағынып, нимәгәлер өмөтләнеп йөрөүен белде егет. Лирәнең дауаха-
наға эләккәнен ишеткәс, йөрәге бер аҙ тынысланғандай булһа ла, кинәт уны ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. «Әгәр авариянан һуң мандымай ғүмерлек ғәрип булып ҡалһа? Эх, барыһына ла үҙем, тик үҙем генә ғәйепле! Алйот мин! Ниңә генә улай иттем икән? Лирә бының өсөн мине бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк. Итмәйәсәк!!! Нишләргә хәҙер?.. Әллә инде тәүәккәләп ҡарағанда?..»
Участковый кабинетының ишеген һаҡ ҡына шаҡынылар.
Эйе, инергә мөмкин! – Сәмихов урынынан торҙо. Бүлмәгә Йәмил ки-леп инде.
Һаумыһығыҙ, Артур Латипович!
Әәәә, сибиряк, сәләм! Ҡасан ҡайттың? Ултыр әйҙә бында.
Рәхмәт, мин ултырырға өлгөрөрмөн әле.
Ниңә улай тиһең? Ултыр-ултыр. Ни йомоштар менән йөрөш?
Мин... ни... теге! – егет нисек һүҙ башларға белмәй аҙапланды. – Нисек әйтергә лә белмәйем.
Ни булды? Бер ни ҙә аңламайым. Асыҡлабыраҡ әйт әле, ауылдаш.
Ни, авария... Лирә дауаханала ята. Тимур... үлгән.
Эйе, беләбеҙ уны. Ҡыҙҙың хәле яҡшырып килә. Ә ире, эйе, бик ҡыҙ-ғаныс. Уны һушына килтереп өлгөрмәнеләр шул.
Бына шул... Ул аварияға мин ғәйепле! Эйе, эйе, бары тик мин генә ғәйепле. Мине арестовать итегеҙ. Мин барыһын да һөйләп бирәм.
Туҡта әле. Нимә һөйләйһең һин, Йәмил ҡорҙаш? Аңламайым!
Әйтеп торам бит, барыһына ла мин ғәйепле тип!
Нисек инде һин? Авария мәлендә һин булмағанһың бит. Һине...
Мин булманыммы? Мин булдым шул унда, тап мин булдым!
Яҡшылап һөйлә әле. Юҡ, тәүҙә тыныслан. – Артур өҫтәлдә торған графиндан стаканға һыу ҡойоп Йәмилгә һуҙҙы, – Һыу эсеп ал...
Булдымы?.. Ну, хәҙер һөйлә инде, нимә беләһең, нимә күрҙең тигән-дәй. Мин иғтибар менән тыңлайым һине...
Тикшереү эксперименты ике көнгә һуҙылды. Тәфтишселәр Йәмил бир-гән һәр күрһәтмәне, шаһиттар килтергән дәлилдәр менән нығытып, ете тап-ҡыр тикшереп, протоколға теркәй барҙы. Шул арала бер үк һорауҙарҙы төрлө яҡтан ҡат-ҡат тиерлек яуҙырҙылар ғына:
Был ҡар кешеһе маскаһын ҡайҙан алдың?
Уны теләһә ҡайҙан табырға була. Мин интернет магазиндан яҙҙыр-тып алғайным.
Ни өсөн ул кәрәк булды һиңә?
Үс алырға теләгәйнем.
Кемдән йәки кемдәрҙән?
Кемдәр миңә ҡамасаулаған – шуларҙан.
Тимәк Булатова Зинә һиңә ҡамасауланы инде. Ниңә, нисек ҡамасау-ланы?
Мин бары тик уны бер аҙ ҡурҡытып алырға ғына теләгәйнем.
Ҡурҡытырға теләгән берәү! Ә ул инфаркт кисергән.
Ә ҡыҙы Лирә йәки уның ире, хәҙер вафат булып ҡалған Тимур Резя-пов, улар һиңә ни эшләнеләр?
Аҙаҡҡы һорауҙарға яуап ҡайтарыу Йәмил өсөн үтә ауыр ине. Бәхетһеҙ мөхәббәте өсөн көрәшәм тип, тик торғанда башҡаларҙың гөлдәй тормошон селпәрәмә килтерҙе бит ул. Хәҙер нишләргә? Эш үткән инде...
Тынсыу камераның ауыр ишеге шығырлап асылды. Рәшәткәле тәҙрә аша күккә бағып ултырған Йәмил һиҫкәнеп китте. Ишек мөйөшөнән башын ғына тығып надзиратель ҡарап тора ине:
Осужденный Карамов, на выход! К Вам пришли!..
«Моғайын әсәйем килгәндер, унан башҡа кем генә булһын инде тағы» тип, осрашыу бүлмәһенә әкренләп килеп сыҡҡан Йәмил көтөлмәгән хәлдән шаҡ ҡатып ҡалды – ишек төбөндә уны Лирә көтөп тора ине.

ИШДӘҮЛӘТ САФИУЛЛИН.
Читайте нас: