Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай ҡәбере

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Аҡйондоҙ Ғәниеваның сираттағы хикәйәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.Аҡйондоҙҙоң "Атай ҡәбере" хикәйәһе һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ. Сайтҡа инеп уҡығыҙ, тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Күкрәген өтөп алған ауыртыуға сыҙай алмаған Маһира әбей әкрен генә көрһөнөп урынынан тороп китте лә, түрбашҡа барып дарыуын тел аҫтына ҡапты. Ҡулын яндырып барғандай тойолған дүрткел конверт тышына бер талай ҡарап торғандан һуң, ҡалтыранған ҡулдары менән конверт эсендәге хатты тағы ла тартып сығарҙы. 75 йәште үтеүенә ҡарамаҫтан үткерлеген юғалтмаған теремек күҙҙәре ҡабат хат юлдары буйлап йүгерҙе. «Поисковым отрядом «Память 29 армии» у деревни Митьково Ржевского района обнаружены останки красноармейца с медальоном. Погибшим оказался Давлетбаев Галиахмет Валетдинович, уроженец села Ярат Баймакского района. С января 1942 года числился пропавшим без вести. Останки красноармейца перезахоронены в деревне Добрая Ржевского района». Сикәләре буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен һис тыя алмайынса, хатты ҡат-ҡат уҡыны әбей. «Атайым-атаҡайым… Хәбәрһеҙ юғалмаған… Ҡәбере табылған…»,- тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өй эсендә кәлеп һалған әбейҙе аҡылдан яҙған тип уйларға ла мөмкин булыр ине. Әмәлгә ҡалғандай, урамда күҙ асҡыһыҙ буран. Кем әйтмешләй, йүнле хужа этен тышҡа сығармаҫ алама көн. Шуғалыр ҙа, күршеләренән бер кем инмәй, бер кем сыҡмай тигәндәй… Яңылығын уртаҡлашырға һис кем юҡ эргәһендә. Ни эшләргә, ни ҡылырға белмәй әптәләнеп йөрөй торғас, урындығына ятып ҡына торғайны, күҙе эленеп киткән. Шул ҡош йоҡоһондай ғына йоҡоһонда инде һын-ҡиәфәте лә онотола башлаған атаһын ап-асыҡ итеп төшөндә күрҙе ул. Йәп-йәш кенә үҙе. Кескәй Маһираны ҡулдарына күтәреп өҫкә сойорғотто ла, тотоп алғас, баш өҫтөндә бер нисә мәртәбә өйөрөлтөп алды. Шунан ныҡ иттереп тупылдатып һөйөп яратҡандан һуң: «Мин ҡайтҡансы ҙууур булып үҫеп тор, йәме, ҡыҙым! Әсәйеңә ярҙам ит!»-тип ергә баҫтырҙы. Аҙаҡ Ильяс ағаһын күтәреп бүкәнгә баҫтырҙы. Уға инде ҙур кешегә ҡараған һымаҡ итеп ҡараны һәм: «Улым, һин өйгә хужа булып ҡалаһың. Һеңлеңде ҡара, әсәйеңдең төп ярҙамсыһы һин хәҙер!»- тине.

Артабан барыһы ла бутала башланы, колхоздың кәнсәләрендә халыҡ йыйылып китте. Атаһына аҡ тиртун кейҙерҙерәләр, бүрек, быймалар бирәләр. Һыпы ғына итеп кейенгән ҡәйнешен тәү күргәндәй итеп ҡарап, еңгәләре шаяртҡылайҙар: «Аһ-аһ, ҡәйнеш, һин ҡайһылай ғына матур булғанһың икән дә баһа!». Һәр кем үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға тырыша. Колхоз председателе Уйылданов Муса Ҡаһарман улы һөйләй. Ул дошманды тиҙерәк еңеп, имен-һау ҡайтырға ҡуша. Юл фәтихәһе бирәләр. Ғиниәт ағаһы ҡурайҙа «Әрме», «Уйыл» көйҙәрен һыҙҙыра. Бәләкәстән йырларға яратҡан Маһираның күңеленә был көйҙәр ныҡ тыҫъир итә. Күҙҙәрен йомоп тороп тыңлай ҙа, көй тулҡынында әллә ҡайҙарҙан урап ҡайта…

Ҡарлы юлдан йәшәнкә санаға парлап егелгән өйөр айғыры Күгайғыр менән йәш малҡай Елйетмәҫ, етәктә Ороло саптар бейә саба… Китте бит атаһы, киттееее… «Атай, китмә, атаааай!!!»- тип ҡысҡырған үҙ тауышына тертләп уянып киткән Маһира әбей дарҫлап типкән йөрәгенең ярһыуын баҫа алмайынса тороп тәҙрәгә күҙ һалды. Атаҡ, таң беленеп килә лә баһа! Тиҙ генә кейенеп-йыуынып, урын-ерен рәтләгәндән һуң, иртәнге сәйен эсеп тә тормаҫтан тышҡа сыҡты ул.

Үҙ алдына атаһының ҡәберен барып күрергә тигән ҡыйыу ҡарар ҡуйған әбей итәктәрен ялпылдатып көрт баҫҡан урам буйлап бар хәленсә шәп атларға тырышып түбән яҡҡа атланы. Эйе, ағаһы Ильясты барып күрергә кәрәк! Әлегә ауырып ятһа ла, һөйләшеп, кәңәшләшергә эшкинер әле! Етмәһә, ағаһының улы Алмас та ҡайтҡан! Шулай дәртләнеп сығып китһә лә, Маһира әбей ҡустыһының өйөнә барып етә алмай ыҙаланды. Күҙ алдынан атаһын көтөп үткәргән бала сағы китмәне.

Ильяс ағаһы менән икәүләп, һуғыш тамамланып, һалдаттар ҡайта башлағас, һәр бер һалдатты күрергә йүгерерҙәр ине. Иң беренсе һорауҙары: «Ағай, минең атайымды күрмәнегеҙме?»- булыр ине. Әллә ниңә уларҙың һорауынан һуң күҙҙәрен йәшерәләр ине фронтовиктар. Ҡайһы берҙәре әҙерәк күреп ҡалған да булып сыға торғайны. Бер мәлде стройҙа китеп барғанын күргән ағай ҙа табылды хатта. –Ғәлиәхмәт!- тип ҡысҡырғайным, ҡулын болғап ҡына йылмайып үтте. Унда бит стройҙан сығып үҙ теләгең буйынса йөрөргә ярамай, армияла тәртип ҡаты, тип аңлатты ул ағай. Икенсеһе хатта һуғыш бөтөп барғанда ла күреп ҡалған икән…

Күҙ алдынан үткән ошо хәлдәрҙе барлай-барлай түбән осҡа барып еткән әбей, тупһаға менер алдынан селек һепертке менән яҡшылап тороп йөн итектәрен һеперҙе, аяҡтарын туҡылдатып табанындағы ҡарҙы ҡағып алды. Бер юлы тупһалағы ҡарҙы һепереп төшөрҙө. Еңгәһе үлеп ҡалғандан һуң яңғыҙы ғына йәшәй шул ағаһы. Донъяһында ҡатын-ҡыҙ ҡулы етешмәгәнлеге лә үҙен һиҙҙереп тора. Йә бынау Алмасы ла өйләнмәй һаман, исмаһам килен йомошар ине ағайым, тип үҙ алдына һуҡранып алғандан һуң ғына өйҙөң ишеген асып инде.

Ағаһы, әлбиттә, был хәбәрҙе кисә кис үк ишеткән. Ыуарама килә. Барып ҡына күрергә яҡын ер түгел ней, хәлем дә самалы бит әле тип аптыранған ағаһын тынысландырып, үҙенең юлға сығырға ҡарар ҡылғанлығын хәбәр итте Маһира әбей. Иптәшкә Алмас та барыр ана, тип нығытып ҡуйған әбейгә ҡаршы килергә маташыусы булманы ла инде. Алдына алғанын ҡуймағанын яҡшы беләләр шул. Үҙ алдына ҡәнәғәт йылмайған әбей, етеҙ генә йөрөп сәй ултыртты, тәмләп сәй эсеп, кәңәшләшеп алғандан һуң, юлға сығыр көндө лә билдәләнеләр. Еңеү көнөндә! Эйе, тап Еңеү байрамында барып төшөргә тейеш улар Добрая тигән ауылға! Исеме лә бит уның ҡайһылайыраҡ яңғырай-Добрая, изгелекле, тимәк.

Уға тиклем күстәнәстәрен дә әҙерләр, буш ҡул менән барып булмай бит инде, анауынсама ергә. Еңеү байрамы булғас, ғәм халыҡ йыйылыр ҙа ҡуярмы икән? Уларға нимәләр һөйләргә? Атаҡ, нимә тип ней, атаһының нисек һуғышҡа киткәненән алып, етәктә киткән Ороло саптар бейәнең ҡайтҡанына тиклем һөйләр. Уйының ошо урынына еткәс, бейәнең ҡайтып төшкән көнө айырым-асыҡ күҙ алдынан үтә башланы... Бөгөнгөләй иҫтә, бөгөнгөләй, тип үҙ алдына шыбырланы ул.

… Йәйҙең йылы ғына бер кисе ине. Әсәһе менән Маһира икәүләшеп соланда йоҡлап йөрөйҙәр. Ильяс ағаһы һарай башында хуш еҫле бесән араһында йоҡлай. Көн дә тиерлек уның Аллағыуат аҡланының үҙәк башынан ҡырҡып алып ҡайтып яһаған ҡурайының моңо тын ауылға тарала.

Был кистә ниңәлер ағаһы ҡурай уйнаманы, әсәһе менән оҙаҡ итеп һөйләшеп яттылар. Әсәһе Маһиранан йырлауын һораны. Маһираның йырлағанын да яралар ауыл ҡатындары. Ҡыҙыҡай ҙа инәлтмәй шул, үҙе белгән йырҙарҙы яңғырауыҡлы тауышы менән ҡысҡырып тороп йырлай ҙа ебәрә. Ә был юлы әсәһе ниңәлер ипләп кенә, талғын ғына итеп йырлауын үтенде. Йыр тәсъиренән әсәһенең күҙ йәштәре түгелгәнен дә һиҙҙе ҡыҙыҡай, тик өндәшмәне. Белә ул, әсәһенең дә атаһын ныҡ-ныҡ итеп һағынғанын…

Таң алдынан, иһә, бөтә ауыл халҡын һиҫкәндереп кешәнәгән ат тауышына йоҡоһонан уянған Маһира күҙҙәрен тырнап асты ла, аласыҡҡа әсәһе янына сыҡты. Шул тиклем үҙәкте өҙөрлөк һағышлы тауыштан әсәһе лә албырғап ҡалғандай булды тәүҙә. Бер аҙҙан ауылда шау-шыу ҡупты. Ороло саптар бейә ҡайтҡан! Һыбайосҡан итәгендә кешнәй-кешнәй ул саба! Шаҡ ҡатты халыҡ! Ниндәйен аҫыл ирҙәр ҡайтмаған ерҙән саптар бейә ҡайтып төшкәнме?! Барса халыҡ уны барып күрергә ашҡынды.

Йәмле Һаҡмар йылғаһының бөгөлөндә, Стан кисеүе тәңгәлендә барып таптылар улар бейәне. Ороло саптар бейәнең ялына йәбешеп әсәһе Мәликә үкһей-үкһей иланы. «Күгайғыр менән эйәңде ҡайҙа ҡалдырып киттең, эйәң ҡайҙа? Нисек хәбәрһеҙ юғалырға мөмкин ҡарағайҙай ир-егет?»- тигән иңрәү тауышын ғына елдәр өҙөк- йыртыҡ итеп ауыл яғына алып киттеләр. Уның эргәһендә Маһира менән Ильяс аптыранып баҫып торҙо. Аттар һөйләшмәй ҙә инде, ә әсәләре унан атаһын һорай. Саптар бейә лә әсәһенә ниҙер әйтергә теләгән төҫлө тултырып ҡарай бит әле. Күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәр тама… Икәү-ара күҙгә-күҙ ҡарашып та, илашып та оҙаҡ торҙо саптар бейә менән әсәһе. Ветеран ат һәм тол ҡатын…Күңелдәре менән серләшкән ошо икәүҙең хәлен хәҙер генә аңлай Маһира. Ә ул саҡта…Эх, балалыҡ… Атты ла бит әле, ветеран ат тип ҡәҙерләп тота торған урынға, 1-се Этҡол детдомына эш аты итеп биреп ҡуйғандар. Шунан ерһеп ҡайтып килгән дә инде ул!

Уйҙарының ошо еренә еткәс, Маһира әбей тертләп китте. Аһа, урыҫсаһы самалы бит әле. Был тиклем дә йөрәкте өтөп алып барған кисерештәрҙе нисек еткерергә һуң йыйылған халыҡ күңеленә? Унан үҙ алдына көлөп ҡуйҙы. Эй, йүләр ҙә инде мин, башҡортсалаптырып һөйләрмен дә, Алмас улым тәржемәләр. Йәштәр бит урыҫсаға шәп! Унан тағы, атаһын оҙатҡанда ҡурай уйнаған ағаһы Ғиниәттең дә фронтҡа алынып, тиңһеҙ бер алышта атып төшөрөлгән фашист самолетының торбаһынан ҡурай яһап уйнап, фронтташ дуҫтарының һушын алғанын, аҙаҡ еҙ ҡурайҙы ауылға ла алып ҡайтҡанын һөйләр. Ҡурайҙың Баймаҡтағы музейҙа биик тә ҡәҙерле экспонат булараҡ һаҡланғанлығын да әйтер, фотоһын да алып барыр. Ҡурайҙың нимә икәнен аңлата алмаһа, Алмас улы уйнап та күрһәтер әле. Эйе, эйе, «Әрме» менән «Уйыл»ды уйнар. Аллағыуат аҡланында ҡурай үҫмәй инде хәҙер. Шулай ҙа, ҡурайлы урындар етәрлек! Тетрәндергес ҡурай моңо әйтеп еткерә алмаған һүҙҙәрҙе лә урын-еренә еткергәнсе аңлатыр. «Уйыл»ды уйнағанда үҙе ҡушылып йырлап та ебәрер. Бушҡамы ни, йәш саҡтан концерттарҙа йырлап, район сәхнәләрендә генә түгел, Өфөнө лә бер иттереп йөрөнө Маһира инәйегеҙ. Үҙ уйҙарынан саҡ ҡына маһайып киткән Маһира әбей тирә-яғына ҡаранғылап алды ла, үҙ-үҙен шелтәләп, әстәғәфирулла, тип кеткелдәп көлөп ҡуйҙы…

Атаһының ҡәберен күреп ҡайтҡандағы ошо иҫтәлекле хәтирәләр менән уртаҡлашты мәктәп балалары менән осрашыуға килгән Маһира инәй менән Ильяс олатай. Уларҙың ҡулында ҡиммәтле ҡомартҡы-аталарының һалдат медальоны менән бәләкәй һаплы сапер көрәге. Ҡитға буйлап 2020 йыл атлай. Аяуһыҙ һуғыш тамамланыуға 75 йыл үткән, әммә миллионлаған ҡорбан менән яуланған еңеүҙең әрнеүле ауаздары ейәндәр ҡолағында ла шаңдау булып асыҡ яңғырай әле...

Читайте нас: