Бөтә яңылыҡтар

Самауыр сәйе

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! Темәс мәктәбенең 8-се В класы уҡыусыһы Юлдаш Мусиндың сираттағы шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.Дуҫтар! Юлдаш өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Сайтҡа инеп уҡығыҙ, лайктар ҡуйығыҙ, комментарийҙар яҙып ҡалдырығыҙ.

Әминем

Китеп барам урамдан
Тып-тып баҫып аяҡты.
Ҡояш апай йылмайып,
Нурлай минең юлымды.
Күршегә һаумы тиһәм,
Миңә лә һаулыҡ теләй.
Шундай матур ауылда
Яҡшы кешеләр йәшәй.
Эй,Әминем,Ташауыл,
Һине мәңге ташламам.
Туғандарҙы,әсәйҙе,
Дуҫтарымды ҡалдырмам.

Самауыр сәйе

Самауырҙы шаулатып,
Сәй эсәбеҙ бергәләп.
Урындыҡҡа ултырып,
Биш норманы тултырып.
Ете тирҙе сығарып,
Үҙебеҙсә серләшеп,
Көләмәстәр һөйләшеп,
Ултырабыҙ көлөшөп.
Их, күңелле йәй көнө,
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Дуҫтар, һеҙ ҙә килегеҙ
Беҙҙең яҡҡа ҡунаҡҡа.

Әсәйем

Әсәйемде яратам мин
Был донъяла иң нығы.
Уның йомарт ҡулдарынан
Аш-һыуҙар ҙа бик тәмле.
Әсәйемдең ҡараштары
Шундай матур, яғымлы.
Уның нурлы күҙҙәренән
Йәш түгелмәһен бер ҙә.
Әсәйемдең матурлығын
Һанап бөтмәҫтәй булам.
Һөйөклө әсәкәйемә
Ҙур рәхмәттәр белдерәм.
Әсәйҙәр фәрештә кеүек
Беҙгә изгелек теләй.
Йәшәһен ғәзиздәребеҙ
Ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй.

Башҡортостаным-илем

Башҡортостаным-илем,
Минең яратҡан ерем.
Күккә ашҡан тауҙарың,
Балыҡҡа бай һыуҙарың,
Йәнлеккә бай урманың,
Матур тәбиғәттәрең.
Башҡортостаным-илем,
Минең яратҡан ерем.
Татлы, тәмле балдарың,
Шифалы ҡымыҙҙарың,
Сәк-сәк, бишбармаҡтарың,
Бик тәмле ризыҡтарың.
Башҡортостаным-илем,
Минең яратҡан ерем.
Батырҙар уландарың,
Һылыу, сибәр ҡыҙҙарың,
Ҡунаҡсыл килендәрең,
Татыуҙар халыҡтарың.
Башҡортостаным-илем,
Минең яратҡан ерем.
Тарихҡа бай үткәнең,
Данлы бөгөнгө көнөң,
Беҙ һинең ҡыҙ-улдарың -
Өмөтлө киләсәгең.
Читайте нас: