Бөтә яңылыҡтар

Онотмайыҡ телебеҙҙе!

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ. Темәс мәктәбенең 9-сы В класс уҡыусыһы Мусин Юлдаш. Юлдаштың етәксеһе Т.Ә. Мусина. Юлдаш ижад иткән шиғырҙы сайтҡа инеп уҡығыҙ. Лайктар ҡуйырға онотмағыҙ!

Онотмайыҡ телебеҙҙе!

Беҙ башҡорттар - ерле халыҡ
Йәшәйбеҙ үҙ еребеҙҙә.
Беҙ башҡорттар кафыр түгел,
Ҡалабыҙ үҙ динебеҙҙә.
Беҙ башҡорттар - рухлы милләт
Данлайбыҙ үҙ илебеҙҙе.
Күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ
Йомарт башҡорт телебеҙҙе.
Уралҡайҙы һаҡлайым тип,
Күпме батыр башын һалды.
Башҡорт теле раушан кеүек,
Юлды яйнау менән апарҙы.
Күпме тапҡыр башҡорт ҡаны
Тыуған тупрағына тамды.
Күпме тапҡыр башҡорт теле
Дәү ҡылыс менән сабылды.
Башҡорт халҡы боҫарманы
Хилафлыҡҡа ҡаршы булды.
Һәм үҙ телен, ерен, һыуын
Юғалтыуҙан һаҡлап ҡалды.
Дошмандарға ҡаршы торған
Хәтерләйек батырҙарҙы!
Халҡы өсөн янып-көйгән
Иҫләйек беҙ сәсәндәрҙе!
Ата-бабаларҙан ҡалған
Юғалтмайыҡ рухыбыҙҙы!
Милләт итеп берләштергән
Онотмайыҡ телебеҙҙе!
Яйнау - нур, лучь
Кафыр - динһеҙ, неверующий
Боҫарманы - тынманы, не успокоился.
Читайте нас: