Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Айрат Сирбаев исемендәге конкурс
25 Февраля 2020, 19:39
КӘРТӘЛЕ ТОРМОШ
#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаев Ҡәҙерле дуҫтар! Рәсимә Вәлиеваның йәнә лә ике тшиғырын тәҡдим итәбеҙ. Рәсимә өсөн тауыш бирергә теләһәгеҙ, сайтҡа инеп шиғырҙарын уҡығыҙ. Лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Добавить в предпочтительные источники Google
КӘРТӘЛЕ ТОРМОШ
Уйҙар уйлап уйылып барам,
Уйҙар һыймай башыма.
Кеше кеүек йәшәп булмай.
"Их" тим кәртәле яҙмышыма.
Ни генә эшләһәм дә,
Ҡаршылыҡ аҙым һайын.
Йырып сығып булмай.
Сеймәлгән бит аяғым.
Сеймәлгәнен Һүтеп булмай,
Сырмалған да сырмалған.
Әсә ҡарынында уҡ
Ошо сырмалсыҡты
Һүтәмен дә һүтәмен.
Ҡасан ғына сырмалсығын
Тағатып, һүтеп бөтөрмөн.
Һүтәмен... Ә бит йәшәгәс,
Күрге килә бәхетен!
Һаулығын һәм байлығын,
Татып бәхет шишмәһен...
Тормош юлы үҙе ауыр юл,
Уны арып-талып үтәһең.
Арып-арып хәлдән тайғас,
Доньянан да китәһең...
ТАЯҠЛЫ КЕШЕЛӘР КҮП ИКӘН
Ҡарап торһаң
Кешеләргә
Кешеләре әҙ ҙә,
Машиналары
Бик күп икән!
Кешеләрҙең
таяҡлылары --
Улары ла күп икән!
Таяҡлылар –
Юл ҡазаһы
Күреүселәр !
Машиналар –
Нимә эшләне???
Кешеләрҙе
Өс аяҡлы
Яһанылар.
Тағы ла
Кредит алып
Тырышһалар
Таяҡлылар ҙа
Йөрөмәҫ әле...
Бар нәмә хәҙер
Сит илдәгеләй
Булды бит инде.
Отоп алып ҡына
Йәшәп ятыу шул инде!
ЙЫР ТЫҢЛАЙЫМ
Рәхәтләнеп йыр тыңлайым!
Ниндәйҙәре генә юҡ уның!
Моңло йырҙар - уйландыра.
Иҫләтә ғүмерҙең үткәнен...
Күңеллеһе – ҡыуандыра,
Тыпырлатып бейеп йөрөтә.
Рәхәтләнеп йыр тыңлайым.
Дәртем уята күңелемдә...
Йәшәгеләр килә
Тыңлап йырҙарҙың матурын
Мөғжизәләй сихри донъяла
Йырҙай ҡаршылап уның таңын.
Рәсимә Вәлиева
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"