Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ер-Әсә риза булыр

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсанттарыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ. Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары А.Йосопова менән Р.Шахморатова. Уларҙың етәкселәре Т.Ә. Мусина менән Г.Ф. Яҡупова. Был уҡыусылар "Ер-Әсә риза булыр" тигән ҡобайыр ижад иткәндәр. Темәс мәктәбенең был уҡыусылары өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Сайтҡа инеп ҡобайырҙы уҡығыҙ, төркөмөбөҙҙә лайктар ҡуйығыҙ. Уңыштар һеҙгә!

Ер–Әсә риза булыр

(ҡобайыр)

- Әйт! – тиһәгеҙ, әйтәйем,
Үҙ һүҙемде илтәйем.
Күк Ирәндек буйында
Күсей тигән ауыл бар,
Таңсулпан Ғарипова исемле
Халыҡ яҙыусыһы бар.

- Әйт! – тиһәгеҙ, әйтәйем,
Үҙ һүҙемде илтәйем.
Уның ижадын байҡап,
“Ер кешенән риза булһа,
Һауа, ҡояш, һыу риза“ -
тигән теманы асып ,
мин ҡобайыр әйтәйем.

Яҙыусы ижадында
Ер, тәбиғәт булмышы,
Кешеләрҙең тормошо,
Барса ғаләм яҙмышы,
Eр шарының яҙмышы.
Кешелектең яҙмышы.

Аллаһ та бит бер генә,
“Ай, ҡояш та бер генә“,
Тыуған ер ҙә бер генә.
Кешеләргә бирелгән ,
Ғүмеркәйҙәр бер генә ,
Бер генә , ғәзиз генә.

“Ялан сейәһе” һутлы
Тыуған тупраҡта ғына.
“Күгәрсен йыры” моңло
Үҙ ояһында ғына.
“Бөйрәкәй” һағынып мөңрәй
Тыуған яҡтарҙы ғына.

Йәшәүгә дәрт, көс, дауа
Кеше ҡайҙан һуң ала?
Тик Тыуған ерҙән генә.
Ер, һыу, ҡояш һәм һауа
Беҙгә булыр шул дауа.
Ер – һыуҙар таҙа булһа ,
Шунда ғына ул дауа.


Эсерлекме һыуыбыҙ ?
Ризамы икән еребеҙ ?
Борсолоулы һорауҙы
Ер - Әсәгә бирәбеҙ.
Ер -Әсә телгә килә,
Ер -Әсә оран һала:

“Үҙ һүҙемде әйтәйем ,
Зарҙарымды илтәйем.
Күкрәгемде яралар,
Ҡанҡайымды һуралар.
Тауҙарымды аҡтарып ,
Таштарымды алалар. Ау-у-у!

Урмандарымды ҡырҡып ,
Һулар һауағыҙ бөтһә ,
Йылғаларҙы ҡоротоп ,
Эсер һыуығыҙ бөтһә ,
Ергә килер ҡоролоҡ ,
Ерҙә бөтөр тереклек ,
Еребеҙ булыр сүллек ,
Бөтә йән булыр үлек. –Ау-у-у”

Ер – Әсәнең һуҙҙәрен ,
Ер – Әсәнең зарҙарын
Билдәле әҙибәбеҙ
Йөрәге менән тойҙо.
Йөрәге менән тойҙо.

Ҡәләм алды ҡулына,
Ирек бирҙе уйына.
Тәбиғәтте һаҡлауҙы
Маҡсат ҡуйҙы үҙенә.
Ер – Әсәнең оранын
Әҫәрҙәренә һалды.

Ирҙә булһа – батырлыҡ,
Ерҙе һаҡлап ҡалырлыҡ.
Гүзәл затта – тыйнаҡлыҡ ,
Иргә терәк булырлыҡ.
Илдә булыр берҙәмлек ,
Ерҙә булыр матурлыҡ.

Күгебеҙ аяҙ булһа ,
Ҡояш яҡтырып торһа, Һыуыбыҙ таҙа булһа,
Халыктар татыу булһа ,
Донъябыҙ имен булыр ,
Ер – Әсә риза булыр.

Йосопова А.И., Шахморатова Р.Й., Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары
Етәкселәре -- МусинаТ.Ә,Яҡупова Г.Ф.


Читайте нас: