Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәүкә таш

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ. Илгиз Йосоп улы Әхмәтов. Сығышы менән Ғәҙелбай ауылынан булған Илгиз Йосоп улы ижады төрлө яҡлы. Ул тәбиғәт матурлыҡтарын да, ил сәйәсәтен дә күрһәтергә тырыша.

Был шиғыр Беренсе Этҡол ауылының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, күптәр өсөн йылы хәтирәләр һаҡлаған данлыҡлы Сәүкәташ ҡаяһына арнала.

Сәүкәташ

Сәүкәташы ерҙең йөҙөк ҡашы
Һиндә күпме тарих һаҡланған.
Бик күптәрҙең дәртле йәшлек таңы
Ошо тау битенән башланған.
Серле ҡая элек гөрләп торҙо,
Таңға тиклем гармун сыңланы.
Йәш-елкенсәк һуҙған моңло көйҙө
Барлыҡ "ферма"1 халҡы тыңланы.
Яҙҙар етеп йәшел үлән сыҡһа,
Барса халыҡ тауға ағылды.
Усаҡ янындағы дәртле йырҙар
Ҡая таштарына ҡағылды.
Бала саға көндөҙ бура һуҡһа,
Кисен йәштәр уйын ҡорҙолар.
Йәшлектәрен иҫләп ҡарт-ҡоролар
Сәүкәташҡа ҡарап торҙолар.
Бөгөн ҡая етепһерәп ҡалған,
Бында хәҙер уйын ҡормайҙар.
Тыуған ерен ташлап, ситкә китте --
йәштәр ауылдарҙа тормайҙар...
Сәүкәташта уйын ҡормайҙар...
1. "Ферма " - Сәүкәташ ҡаяһына һыйынып ултырған Беренсе Этҡол ауылының микрорайоны.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милләтебеҙ ғорурлығы Буранбай сәсән Ҡотдостоң алыҫ себер ерҙәрендәге уйланыуҙары, һыҙланыуҙары

Буранбай сәсәндең уйланыуҙары

Ырыуыма ҡара мөһөр тағып,
Ҡулдарыма бығау һалдылар.
Тыуып үҫкән илем, ғәзиз ерем
Йыраҡтарҙа тороп ҡалдылар.
Һаҡмар ғына һыуҙың туғайҙарын
Уйҙарымда ҡайтып урайым.
Һағыштарҙы бер аҙ баҫыр инем,
Ҡулдарымда булһа ҡурайым.
Төндәр оҙон, көндәр оҙон бында
Минуттары йылға торорлоҡ.
Илгенәмде өҙөлөп һағынғанда
Эй, Хоҙайым, бирсе сабырлыҡ.
Мин киткәнгә бер үк ҡайғырмағыҙ,
Күҙ йәштәрен түгә күрмәгеҙ.
Батыр ирҙәр илдә тыуып торһон,
Зат-ырыуһыҙ ҡала күрмәгеҙ.
Ил ҡартының изге уйын аңлап,
Йәш "Буранбай" затын данланы
Сәсән тәпәй баҫҡан ошо ерҙә
Йыр һуҙмаған шәхес ҡалманы.
Буранбайҙар илде данланы...
Түбәндәге юлдар бар илебеҙ халҡын тетрәндергән, кемдәрҙеңдер вайымһыҙлығы арҡаһында бер гөнаһһыҙ ғәзиз балаларҙы ата-әсәһенән айырып, ҡара ҡайғыларға һалған Кемерово ҡалаһындағы оло фажиғәғә арнала.
Илебеҙҙе ҡара ҡайғы баҫты,
Еребеҙҙе һағыш ҡапланы.
вайымһыҙлыҡ "емештәре" бөгөн
Балаларҙы утҡа ташланы.
Күпме яҙмыш ут эсендә ҡалды?
күпме күҙ йәштәре түгелде?
Балаларһыҙ ҡалған ата-әсәләр
Ҡара ҡайғынан бөгөлдө.
Кемдәрҙеңдер кеҫә яғын уйлап,
Сифатһыҙ ҙа йорттар төҙөлдө.
Шул сәбәпле күпме йәш ғүмерҙәр
Ваҡытынан алда өҙөлдө...
Әйтсе, яҙмыш, бала сағаларҙың
Ҡанаттарын ниңә ҡайырҙың?
Гөнаһһыҙ ғына сабыйҙарҙы
Ғәзиз әсәләрҙән айырҙы.
Ут эсендә ҡалған балаларҙың
Рухтарына доға ҡылайыҡ.
Аңһыҙ килгән бәлә-ҡазаларҙан
Киләсәккә фәһем алайыҡ.
29 март, 2018 йыл.
Читайте нас: