Һаҡмар
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Айрат Сирбаев исемендәге конкурс
13 Февраля 2020, 13:43
Дуҫлыҡ
#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Бына ниһайәт конкурсыбыҙға мәктәп уҡыусылары ҡушыла башланы. Шуларҙың берәүһе Һаҡмар мәктәбенән Фәнис Бәҙретдинов. Ул беҙгә хикәйәләр тәҡдим итте. "Дуҫлыҡ" тип аталған хикәйәне сайттан инеп уҡығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң уҡымлы ижади эш хужаһын махсус бүләк көтә.
-- Һарыҡ бәрәсләгән икән, -- тине тыштан ингән әсәһе.
-- Әсәй, мин бәрәсте күрергә киттем, -- тип Кинйә һарайға ашыҡты.
Һарыҡ бесән ашай ине. Ә янында... ап-аҡ бәрәс баҫып тора. Ул шул тиклем матууур! Кинйә ҡыуанып бәрәскә ынтылды. Тик ниңәлер һарыҡ бәрәсен артҡа йәшерҙе. Үҙе асыулы күҙҙәрен малайға бәзерәйтте. Малай малай буламы һарыҡтан ҡурҡһа! Иғтибар ҙа итеп тормай тағы бәрәскә ынтылды. Һарыҡ был юлы алғы тояҡтары менән һарай иҙәнен ныҡ ҡына итеп туҡылдатып алды. Төкөшөргә уйлағандай мөгөҙҙәрен тоҫҡаны.
Кинйә күңелһеҙ генә һарайҙан сыҡты.
-- Әсәй, беҙҙең һарыҡ төкөшәме әллә, -- тип һораны.
-- Юҡ, улым, төкөшмәй ул, -- тип яуап бирҙе әсәһе.
-- Ул мине бәрәскә яҡында ебәрмәне, төкөшөргә йыйынған кеүек күренде, -- тине малай.
-- Ә һин уға икмәк алып сыҡ, бәрәсе менән ҡотла. Шунан һарыҡ һинең менән дуҫлашып китер, -- тине әсәһе.
Кинйә икмәк тотоп тағы һарайға йүгерҙе. Һарыҡ тәүҙә шикләнеп ҡарап торғайны, икмәк еҫенә түҙмәй килеп етте. Ул икмәк ашаған арала малай бәрәсте һөйөп, һыйпап рәхәтләнде. Һарыҡ бәрәсен эйәртеп мыҡырлай мыҡырлай малайҙы оҙатып ҡалды.
Фәнис Бәҙретдинов,
Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"