Һөйөклө балаһының көйөгө, тәүге ултырғанында уҡ атаһын аяҡтан йыҡһа, әсәһенә лә хәҙер бик ауырға тура килә. Әммә күрәсәген күрмәй гүргә инмәй тигәндәй түҙә, сабырлыҡ менән улына алланан ғүмерен, һаулығын һорай, аяттар бағышлай.
Һау кешегә ун биш йыл аҡҡан һыуҙай үтә. Хәҙер ир уртаһына еткән, сибәрлеген ташламаған мыҡты ирҙе, күптәр танымай ҙа.
Йомшаҡ тауышлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ипле ир, тәүге һөйгәненә төҫө менән оҡшатып, һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙҙы әүерәтә. Мөхәббәтең наҙын тәүгә татыған ҡыҙ үлеп ғашиҡ була. Ҡыҙҙың ата-әсәләре, тыуғандары ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙы эйәртеп өйөнә алып ҡайта. Бер аҙнанан татлы телен ҡушып, һөйгәнен ҡосаҡлап, әсәһен эйәртеп ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҡулын һорарға баралар. Ризалығын алып, бата уҡытып, туй яһап бергә йәшәй башлайҙар. Был ваҡытта йөрәге аҫтында тумаланған йән эйәһен һиҙеп, бәхеттән илергән йәш ҡатындың шатлығының сиге булмай.
Әммә әсә төндә, йәнәш бүлмәлә йәшәгән яңы өйләнешкән йәштәрҙең татыу гөрләшеүен түгел, ә йәш ҡатындың асырғанып ҡысҡырыуын, илауын йыш ишетә. Йәштәрҙең эшенә ҡыҫылмаҫҡа, ишетмәмешкә тырышһа ла, аҙаҡ киленен яҡларға маташып ишекте туҡылдатыуға, күҙҙәре ҡыҙарып ут сәскән улын күреп үҙенең ҡото алына. Етмәһә улы уның үҙенә янай.
Бер-бер артлы ике ауыры төшкәс, ҡатын бер төн ысҡынып ҡасырға юл таба. Артынан сығып югергән ир бер ҡайҙан да таба алмай, ҡәйнәһенёң йортона юнәләлә. Бер нәмә лә белмәгән ҡыҙҙың әсәһе ишеген асыуға, ҡатынын таптыра башлай. Ҡаршы яуап ишетеүгә уның үҙенә йәбешә. Бәхетенә ҡайҙандыр ҡайтып ингән улы ҡотҡарып ҡала әбейҙе.
Был юлы тағы һигеҙ йылға ултырталар.
Әсәһенә, кис етһә һөйгән ҡыҙы Зөләйхә сүрәтендә, янына килгән зат менән буталыуын аңғарта. Уның бөтмәҫ дәртен ҡандырырға тырышыуын һөйләй.
Шунда әсәһе үҙенең күргән төшөнөң ысынға тап килеүен, үҙенең улын һаҡлай алмағанын, берәй бетеү өшкөртөп таҡмағанына үкенә. Яңғыҙ ағастан күскән яһил, улының ҡулы менән кешенең йәнең алып, шуның менән үҙенә көс алып йәшәгәнен аңлай.
Көйөнһәң дә, һөйөнһәң дә таң ата ла кис була, шулай ғүмер үтә. Иректән мәхрүм ителгәндәргә нисек булғандыр, артыҡ төҫ ташламаған, бер аҙ ғына олоғайған улы ҡайтып төшә.
Хәҙер тышта артыҡ күренмәй, олоғайған әсәһен тәрбиәләп, тыныс ҡына йәшәй башлай. Әсәһе уның күңеленә оялаған яһил йәнде ҡыуырға маташып, аяттар, сүрәләр уҡыһа ла, аҙаҡ үҙе һәр ваҡыт иҫһеҙ ҡолай. Унар көн урында ятып, аяҡҡа саҡ баҫып тернәкләнеп китә. Врачтар тикшерһә лә, билдәһеҙ эпилепсия төрө тигән диагноз ҡуялар, ҡартлыҡҡа ла һылтайҙар.
Эсергә яратҡан, йәшәр ере булмаған ҡатын менән дә тормошон бәйләп ҡарай. Йәйге көндә әсәһенең аласығында йәшәй башлайҙар. Әммә бер төн, янғын сығып көскә ҡатынды ҡотҡарып ҡалалар, больницаға оҙаталар. Әсәһенә әйтеүенсә Зөләхә ут төртә, ә Йософ ҡатынын ҡотҡара. Бүтән, ҡатын уның менән йәшәргә теләмәй.
Хәҙер инде үҙенең ихтибарын өйләнмәгән егеттәргә, ҡатынһыҙ эскән ирҙәргә юнәлткән улын бер нисек тә ҡурсалай алмай. Ауылда йәшәгән, ҡапыл ғына үлгән ирҙәрҙең үлем сәбәптәре лә асыҡланмай, эскелеккә генә бәйләйҙәр. Йософ үҙе лә ҡот осҡос үлемгә дусар була.
Гөлдәр Кәлимуллина.