Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Баймағымда

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ. Ишдәүләт Мөхтәр улы Сафиуллин. Ишдәүләт Мөхтәр улының төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләре район, республика матбуғаттарында донъя күреп тора. Шиғырҙар ҙа яҙа. Һөнәре буйынса уҡытыусы. Әлеге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Ишдәүләт Сафиуллин конкурсҡа төрлө йылдарҙа яҙып та, бер ҡайҙа ла баҫтырмаған шиғырҙарын тәҡдим итә.

Баймағымда
Баймағымда егеттәрҙең
Оҫтаһы, батырҙары.
Тик Баймағымда ҡыҙҙарҙың
Наҙлыһы, матурҙары.
Баймағымда уландарҙың
Тимер өҙөрҙәйҙәре.
Баймағымда сибәрҙәрҙең
Ғашиҡ итерҙәйҙәре.
Нисек ғорурланмаҫҡа ти
Шундай йәштәр бар саҡта.
Үҙҙәрен бер күрәм тиһәң,
Кил һин, дуҫҡай, Баймаҡҡа!
Ҡорбан һорай юл әжәле
Машиналар елә ҙур тиҙлектә,
Саң-туҙандар юлда борҡотоп.
Көнө-төнө сабып үтә улар,
Хәүеф һалып һәм дә ҡурҡытып.
Хәүеф һала сама белмәйенсә
Уҙышыуҙар юлдың буйында.
Ҡайҙа ашығалар рулдәгеләр,
Ниҙәр икән улар уйында?!
Машиналар оса, себенме ни!
Сыңлап ҡала шина-тимерҙәр.
Был юлдарҙа күпме авария,
Күпме ғүмеркәйҙәр өҙөлә!
Күпме тәндәр мәңге ғәрип ҡала,
Күпме күҙ йәштәре түгелә!
Бер тингә лә тормай кеше йәне,
Ҡайғыларҙан теҙҙәр сүгелә.
Тау булып өйөлә ҡанлы металл,
Теткеләнә кеше тәндәре.
Юл әжәле ҡыя ғүмерҙәрҙе,
Юл әжәле ала йәндәрҙе.
Төнгө трасса. Иномарка саба,
Йәп-йәш егет-ҡыҙҙар салонда.
Хәмер шауҡымынан кәйефләнгән
Компания елә был юлдан.
Руль артында сабый ғына егет,
Бер ҡулында һыра шешәһе.
Белмәй әле алда ни булырын,
Аңламай ул ниҙәр көтәһен.
Юлдаштары ашыҡтыра уны:
«Ҡыусы, дуҫҡай, ҡыусы атыңды.
Егетме һин, әллә бер маңҡамы,
Әллә көсһөҙҙәргә һатылдың?»
Беҙгә йәһәт барып етер кәрәк
Ҙур ҡалаға киске йыйынға.
Былай мыштырлаһаҡ –өлгөрмәбеҙ,
Һуңлап ҡуймайыҡсы уйынға!
Егетме һин, әллә бер малаймы,
Юл бирергә һәр бер йүләргә?!»
Ҡыҙып китә шул саҡ водитель дә:
«Сәбәп бирмәм минән көлөргә!
Һанамағыҙ мине мальчишкаға,
Арғымағым бер ҙә арымаҫ.
Тотоноғоҙ нығ(ы)раҡ, хәҙер һеҙгә
Күрһәтәмен высший мастер-класс!»
Газға баҫты шофер сиктән ашып,
Ҡолаҡ йыртып мотор аҡырҙы.
Алда барған өс-дүрт машинаны
Секунд-ара артта ҡалдырҙы.
Ракеталай осто иномарка,
Компания йәнә гөжләне:
«Һай афарин, егет! Ҡулыңдағын
Шул хөрмәттән берҙе төплә (ә)ле».
Бер ҡулда руль, икенселә – һыра,
(өлгөрҙөмө уртлап бер йотош)
Аңғармаҫтан юлда хасил булды
Тар, шыуғалаҡ, текә боролош.
Өлгөрһәң дә егет һыра уртлап,
Өлгөрмәнең тыйып атыңды.
Текә боролоштан аҫҡа ҡарай
Иномарка уҡтай атылды.
Төн ҡараһын телде көслө шартлау,
Ут балҡыны зәһәр йәшендәй.
Кемдер тәҙ(е)рәнән сығып осто,
Кемдер ҡалды салон эсендә.
Һөрән һалды шунда сиреналар,
«Тиҙ ярҙамдар» килде сар ҙа сыр.
Тик һуң ине – табип ҡулдарында
Йәнен бирҙе һуңғы пассажир.
Машиналар елә ҙур тиҙлектә
Саң-туҙандар юлда борҡотоп.
Юл әжәле йәнә ҡорбан һорай
Хәүеф һалып һәм дә ҡурҡытып.
Спайс шауҡымында
Ялҡыттымы бөтмәҫ проблемалар,
Уңышы юҡ уҡыу-эшеңдең.
Йәнә әрләнеме атаң-әсәң,
Һөйгәнеңдән күптән төңөлдөң.
Йөҙ сөйөрҙө һинән йән дуҫтарың,
Кәрәкмәйһең хатта дошманға.
Шулай булғас ниңә кәрәк йәшәү?
Тик бер асыу эсең бошҡанға.
Төкөр барыһына! Тик мин генә
Йыуатырҙай ишең булырмын.
Мине ҡабул итһәң, бар ҡайғыңды,
Барлыҡ хәсрәтеңде юйырмын.
Мине ҡабул итһәң, ҡыйғыр ҡоштай
Сикһеҙ күктәр иңләп осорһоң.
Хатта ожмах түрҙәренә менеп
Сибәр хур ҡыҙҙарын ҡосорһоң.
Ерҙәгеләр ерҙә ҡалһын әйҙә,
Улар һинең кеүек булалмаҫ.
Минең менән гелән бергә булһаң,
Алла ла, шайтан да тыялмаҫ.
Мине ҡабул итһәң, көсөң артыр,
Ауырыу-һыҙланыу ят булыр.
Онотолор барлыҡ проблемалар,
Күңелдәрең ифрат шат булыр.
Ҡабул иттең дәме?.. Үәт маладис!
Тыңла хәҙер үтенесемде:
Йортоң ҡыйығына менеп баҫ та,
Күрһәт әле беҙгә көсөңдө.
Ҡош итеп хис итсе һин үҙеңде,
Осоп ҡара күктә алҡынып.
Күҙҙәреңде сытырлатып йом да,
Ҡулдарыңды йәй һин талпынып.
Тик бер генә аҙым. Йә-йә, ҡурҡма!
Ергә түгел, күккә ашырһың.
Күктәр ниндәй сикһеҙ, болоттарҙы,
Йондоҙҙарҙы тотоп ҡашырһың...
Туғыҙ ҡатлы йорттоң ҡыйығынан
Осоп төшкән үҫмер таш юлға.
Һиҙмәй ҡалған хатта йән биргәнен,
Ағып сыҡҡан бары ҡан-йылға.
Йәшәү барыбер матур
Кемдер уйлар был донъянан туйҙым тиеп,
Кемдер әйтер барын ситкә ҡуйҙым тиеп.
Белһә ине кеше тормош хозурлығын,
Был донъяла йәшәүҙәрҙең матурлығын.
Беребеҙ ҙә мәңге түгел донъялыҡта,
Алтындарҙың саф алтыны сабырлыҡта.
Бар йәшәүең Хоҙай биргән оло бүләк,
Шул бүләккә нисек итеп зыян итмәк?
Булғылайҙыр түҙеп булмаҫ ауыр мәлдәр,
Боғаҙҙарҙан быуып алыр ҡыйын хәлдәр.
Иғтибар ит: һәр осраҡтан сығыр юл бар,
Шул саҡтарҙа ярҙам итер дуҫтарың бар.
Һәр ҡыйынлыҡ, һәр ауырлыҡ – ваҡытлыса.
Хоҙай һөйгән бәндәләрен шулай һынар.
Ҡаршылыҡтан ҡотолоу юлы бер – иман.
Шул иманға тоғро юлдаш бул һин, ышан.
Иғтибар ит: таңдарыбыҙ ата аяҙ,
Һалҡын ҡыштан мотлаҡ тыуа сәскәле яҙ.
Мөхәббәттер мәғәнәһе һөйөүеңдең,
Кеше булып был донъяға килеүеңдең.
Шулай булғас бер ниҙән дә ҡурҡма, кешем,
Гелән шатлыҡ-ҡыуаныстар бирһен эшең.
Тирә-яҡҡа һал ҡарашың – бар ҙа хозур.
Донъялыҡта йәшәүебеҙ ниндәй матур!
Йәшлегемә йыр
Һөйгәненең ҡосағына йәшеренгән һылыу һымаҡ,
Болоттарға ышыҡланып, офоҡтарҙа байый ҡояш.
Тәбиғәтем мөғжизәһе ҡоя кеүек серле йомаҡ:
Байып барған шул ҡояшҡа түгелме һуң миндә оҡшаш?

«Туҡ-туҡ» килеп бер тумыртҡа ярһып соҡой ағас тәнен.
Ел өрҙөмө – көтмәгәндә өшөп ҡуйҙы кинәт йәнем!
Түгел икән был тумыртҡа. Бары артыҡ хисләнеүҙән
«Туҡ-туҡ» тибә йөрәккәйем әллә ниҙән һиҫкәнеүҙән.

Алдарымдан саң туҙҙырып елеп үтте ярһыу табун,
Ошонан да ҡыҙығыраҡ күренештәр бармы тағын?
Табун түгел, үҙ йәшлегем үтә икән күҙ алдымда,
Салдар һалып сәстәремә, һырҙар теҙеп маңлайыма.
Бер быуатлыҡ Башҡортостан
(Башҡортостандың 100 йыллығына)
Азатлығың яулап-даулап,
Аҙмы ирҙәр башын һалған!
Аҙмы ергә ҡан ҡойолған!
Бер быуатлыҡ Башҡортостан.
Ир-егеткә терәк булып,
Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорал алған.
Илгә дошман юлатмаған
Бер быуатлыҡ Башҡортостан.
Байлығыңды алмаҡ булып
Сит-яттар аҙ йоғонмаған,
Ер-һыуын уяу һаҡлаған
Бер быуатлыҡ Башҡортостан.
Ниҙәр генә кисерһә лә,
Ниндәй ут-һыуҙар күрһә лә
Теҙ сүкмәгән, юғалмаған
Бер быуатлыҡ Башҡортостан!
Данлай һине ул-ҡыҙҙарың,
Һылыуҙарың-батырҙарың,
Тыныс булһын килер көнөң,
Аяҙ булһын атыр таңың.
Читайте нас: