Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған ер

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Ҡаршы алығыҙ — сираттағы конкурсантыбыҙ Икенсе Этҡол ауылынан Көнһылыу Сөләймәнова. Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы һеҙҙең иғтибарға шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итә.

Тыуған ер

Күрмәгәнгә күпме йылдар уҙҙы,
Күпме ҡыштар үтте һағышлы,
Күпме ҡоштар китеп кире ҡайтты,
Ҡар һыуҙары аҡты яҙ һайын.

Тыуған ерем төштәремә инә,
Сит ерҙәрҙә һине һағынам.
Мин бит хәҙер ҡунаҡ булып ҡына
Ҡайтам һиңә ҡанат ҡағынып.

Тыуған яҡтың юлдарынан киләм,
Талпына күңелем ҡошсоҡтай.
Йылға буйҙарынан тирәктәрем
Башын ҡағып мине сәләмләй.

Сит ерҙә лә мин бит хур булманым,
Ҡатын-ҡыҙға яҡын төшкән ер.
Ҡәҙерлерәк барыбер тыуған ер,
Яҡын булһа ла шул төшкән ер.

Үҙем ғәйепле


Үҙе йығылған – иламай,
Ҡыҙғанып маташмағыҙ.
Һыҙланмаған көйөгөҙгә
Һыҙланып маташмағыҙ.
Ҡатын – ҡыҙҙың яҙмыштары
Дауылдар ҡосағында.
Борсолмағыҙ, йәлләмәгеҙ,
Йәшәгеҙ тыныс ҡына.
Ғәжәпләнмәгеҙ, йығылғас,
Аяҡҡа баҫһам тағы.
Баҫа алмаһам, үпкә юҡ,
Үҙем ғәйепле бары.

Күл буйында

  • Талҡаҫ буйы ҡуйы ҡамышлыҡ,
    Төйәк иткән уны күп ҡоштар.
    Тулҡындары уйнай шаярып,
    Ҡайындары тора сәләмләп.

    Аяҙ төндә, алтын тараҡтай,
    Ай ялтырай күлдең өҫтөндә.
    Таң атҡанда ҡояш йымылдай
    Аллы-гөллө йәйғор төҫөндә.

    Матур тәбиғәте – мөғжизә.
    Ҡулдарымды ҡуйып маңлайға
    Яр буйында баҫып торамын,
    Күргәндәрем мине һағайта.

    Күл тирәләп яна усаҡтар,
    Уҫал ялҡындары уларҙың
    Ялмап ала ҡайын олонон,
    Көйөп ҡойолалар япраҡтар.

    Яныу, яраларҙан һыҙланып
    Ҡул-ботаҡтар күккә һуҙыла,
    Әллә шулай меҫкен ҡайынҡай
    Ярҙам һорай микән хоҙайҙан?!

    Сеү! Яр буйындағы ҡамыштар
    Ниҙер бышылдаша һаҡ ҡына:
    «Ниндәй яуызлыҡтар ҡылғанын
    Аңламаймы әллә кешеләр?»

    Ишетепме ошо һүҙҙәрҙе
    Ауыр һулап ҡуйҙы Талҡаҫым,
    Ирәндектең урап урманын
    Кире ҡайтты шомло ауазы.

    Телгә килде шунда Ирәндек:
    «Ярҙам көткәнеңде беләмен,
    Булыр инем дә бит ҡалҡаның,
    Үҙемдең дә ауыр хәлдәрем.
    Урманымда сүплек өйөмө,
    Шишмәләрем һыуы ҡороно,
    Болонлоҡта йәки яланда
    Әлдән әле үлән тоҡана.
    Аңламайҙыр, тием, әҙәмдәр
    Үҙҙәренә соҡор ҡаҙыуын,
    Ерҙең киләсәген – балаларын
    Ниндәй әсе яҙмыш көтөүен. "

    Һағайыуым минең күңелдә
    Әйләнде бер оло хәүефкә.
    Күк Ирәндек, зәңгәр Талҡаҫым
    Яуап көтә ошо һорауға:
    «Ҡулдарығыҙ ҡылған яманлыҡ
    Ерегеҙҙе илтһә упҡынға,
    Кеше тигән бөйөк исемде
    Бармы йөрөтөргә хаҡығыҙ?»

Көнһылыу Сөләймәнова.

Читайте нас: