Бөтә яңылыҡтар

Күршем Айрат Сирбаев иҫтәлегенә

#Һаҡмар_конкурс_АйратСирбаевҠәҙерле дуҫтар! Ҡаршы алығыҙ — сираттағы конкурсантыбыҙ Рәсимә Вәлиева. Рәсимә "Милэш" балалар баҡсахында тәрбиәсе булып эшләй. "Яратҡан шөғөлөм -- шиғыр-хикәйәләр яҙыу", -- ти ул. Рәсимә Вәлиева конкурсҡа "Күрше Айрат Сирбаев иҫтәлегенә" тигән шиғырын тәҡдим итә. Рәсимәнән беҙ йәнә лә ике яңы шиғыр көтөп ҡалабыҙ.

Күрше Айрат Сирбаев иҫтәлегенә

1.Күрше булып йәшәне Айрат.
Хәл белеште тап булғанда.
Бер саҡ хатта утын ярҙы
Утын ярыусы булмағанда.
2.Минең шул саҡ юбилейым
Бара ине, ҡунаҡ саҡырған инем.
Әйҙә, тием, утын ҡасмаҫ
Табынға саҡырҙым үҙен.
3.Ашап алғас бына бер саҡ
Оҙон йырҙы был һуҙҙы:
Юбилейға бүләгем булһын,-тине.
Ҡабул итеп алығыҙ!
4. Бар ҡунаҡ ҡул сапты
Булды тиеп бүләк һәйбәт.
Тәмле булды бишбармаҡ,
Сығып китте әйтеп рәхмәт.
5. Күрше булғас күренә көндә,
Хәл һорашып үтә үҙе.
Һаулығы ҡаҡшай ине
Күҙгә-башҡа күренеп.
6.Тормош бит аяуһыҙ
Алып китә хәлде һорамай.
Бик иртә киттең һин күршем
Күрмәнең үҫкәнен балаларың
7.Бик иртә китһә лә күрше.
Ҡалдырған яҡты эҙҙәрен.
Ҡәләмең дә булғпн үткер
Хайран ҡалам уҡып һүҙҙәрең.
Читайте нас: