Кәрәкмәгәндәй һис бер кемгә,
Шундай яңғыҙлыҡ ишек ҡаҡмаһын,
Яңғыҙ булырға Хоҙай ҡушмаһын,
Яңғыҙ ҡалмаһын бер бала ла.
Яңғыҙ ҡайын кеүек яңғыҙ булырға,
Яҙмаһын кешегә был донъяла.
Үкһеп һыҡтай, япрағын ҡоя,
"Ниңә яңғыҙмын, ҡайҙа парым? - тип,
Минут һайын ул уйлап ҡуя.
Яңғыҙ ҡалмағыҙ дуҫтар бер ҡасан да,
Һаҡлағыҙ һеҙ бер-берегеҙҙе.
Яңғыҙ ҡайын кеүек ҡала күрмәгеҙ,
Ҡәҙерләгеҙ һеҙ бер-берегеҙҙе.
"Атай"- тиеп әйтә алманым,
Кәрәк саҡта кәңәш һорай алманым.
Төштәремдә генә күреп бары,
Һине уйлап һағынып иланым.
Мин "атай" тиеп ҡысҡырҙым да
Һинең яныңа ҡапыл уҡталдым.
Тик һин һаман туҡтап тораһың,
Миңә ҡаршыма килә алманың.
"Атай, туҡтама кил яныма!" - тип,
Ҡысҡырҙым да ҡабат иланым.
Илама ҡыҙым, зинһар һөрт йәшеңде
Ҡыҙым минең, яҙмыш һынауына,
Шулай тине лә атай, ҡабат китте
Өлгөрмәнем ҡабат ҡосаҡларға.
Атаҡайым, атайым һағынам һине
Ҡабат килсе минең төштәремә.
Ҡарт һалдаттар ҡайтҡан ауылға,
Бар донъяға таралған исемдәре.
Тыуған яҡ, изге ил өсөн һуғышып,
Ыҙалыҡта, ҡыйынлыҡта үткән көндәре.
Онотмайыҡ һуғыш батырҙарын,
Онотмайыҡ бөйөк ветерандарҙы.
Тыуған яҡ, тыуған тупраҡ өсөн,
Яу яланында ятып ҡалғандарҙы.
Беҙҙең аяҙ күгебеҙ тыныс булһын өсөн,
Ер йөҙөндә беҙ бәхетле булһын өсөн,
Һуғыштылар, ҡандарын ҡойҙолар,
Ер йөҙөндә изгелек булһын өсөн.
Оноторға тейеш түгелбеҙ уларҙы,
Беҙ тейешбеҙ улар менән ғорурланырға.
Күргән һайын рәхмәт әйтергә,
Уларҙың ышанысын аҡларға.