ҡабатлаймы? Эйе, ҡабатлай.
Фәһем алманыммы? Балам да бит,
Шул тырмаға баҫа аңғармай.
Беҙҙең уңыштарҙан балаларым
Беҙҙең эштә алған тәжрибәбеҙ
Күсерме һуң? Аҡыл? Таһыллыҡ?
Беҙҙең һүҙҙе хәтерләрме аҙаҡ?
Ғәҙәт ҡалыр...Әллә яһиллыҡ?
- Мин әҙәпле! - тиеп ҡысҡырһам да,
Балам үтә күрә... Һиҙенә...
- Әхлаҡ, иман... - тиеп ҡабатлайым,
Нимә мираҫ итеп ҡалдырырмын?
Аҡсам ҡалмаҫ... Күңел байлығы?
Олоғайғас мин уларға баҡһам,
Һиҙелмәҫме күңел тарлығы...
Һуңмы хәҙер беҙгә төҙәлергә?
Ғәмәл дәфтәрҙәрен кем үлсәй?
Беҙгә ҡарап һоҡланамы берәү?
Әллә арттан көлөп, гел үсәй...
Уңыштарым, хаталарым менән
Ҡабул итер мине бер хоҙай.
Был донъяла нисек йәшәнем мин?
Яуабым юҡ. Бары гел һорау.
Аҡ ҡағыҙға төшөп ,һүҙ ҡалдыра
Уҙған йылдарымдың эҙҙәре.
Һәр кем яҙа шулай, үҙ яҙмышын
Кеше хаталана, ҡолай, тора
Ҡабат-ҡабат баҫа тырмаға.
Анттар әйтә, нәҙер инселәйҙер,
Упҡын ярҙарында торғанға.
Тайҙым тигәс, алла көсөн бирә
Уҙған йылдарына эҙен һалған
Торһон түрҙә, кеше көлөр инде
Күҙем һурпаланып, уға ҡарап,
Мин иҫләйем үткән ғүмерҙе.
"Балнис" тупһаһына һалған саҡта
Бәғерҙәре генә теленгәндер
Тапмағандыр бүтән сараһын.
Ни эшләһен, бүтән әмәле юҡ,
Йәшәр урын тапмай зарыға.
Биш минутлыҡ хата, үкенә ул,
Уҡыр кәрәк, эш тә табып булмай,
Башын төртөр урын табалмай.
Биш минутлыҡ йәре, ҡасты инде
Уның хәлен хәҙер аңламай.
Ниңә улай? Хәҙер туй күлдәге
Өмөт менән көткән ҡыҙ ғынаһы
Кемгә әйтер? Ниҙәр көтә уны?
Бынан ары "йәшәү" йәшәү булмаҫ,
Ҡышҡы селлә. Тупһалағы бала,
Әле бер ташландыҡ балалыр.
Кемдер әйтә, бер үләкһә кәнтәй
Үҙ балаңды ҡуйыныңа ҡыҫып,
Йылы өйҙә, туйып ҡарҡ кикереп,
Заман елдәренә ҡаршы тороп,
Йәштәр хәҙер йәшәй интернетта,
Телефонға бармаҡ һыйпап ҡына,
Әҙер түгел тормош һынауына,
Ысынбарлыҡ түгел интернет.
Тере бала йөрәк ярып илай,
Буталған был донъя, бала тыуғас та уҡ
Баш тарталар яңғыҙ әсәләр.
Ҡан дошманы бесәй балаларын
Ҡайҙа бара тормош, кем ғәйепле?
Ғәйеп кемдә? Ҡыҙҙа? Егеттә?
Аҡыл биреп булмай, тегеп тә.