Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мин тау ҡыҙы

#Һаҡмар_конкурстарҠәҙерле дуҫтар! Ҡаршы алығыҙ! Сираттағы конкурсантыбыҙ Беренсе Этҡол ауылынан Зәкиә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Мин тау ҡыҙы,тауҙа тыуҙым Күк Ирәндек бишегем Эскәнһыуым,Һаҡмар һыуы Баймаҡ асҡан ишегемМин тау ҡыҙы,тауҙа...

Ғүмеремдең сағыу,ал ҡояшы
Яҡышлашҡан һайын офоғына
Йәшәйәштең арта бәйәһе
Бошонмайым бушҡа-юҡҡа ғына

Балаларым имен, йорт-ил тыныс
Хәләл нигеҙемдә ҡот уйнай
Киләсәктә нимә буласағын
Белеүсеһе булыр бер Хоҙай

Йығылғанда үҙем абынып
Сығарманым ҡайнар күҙ йәшен
Аяҡ салһаларҙа,ҡай ваҡыт
Төшөрмәнем ырыуҙың бәҫен

Яҡшы аттай,ярһып сапҡан саҡта
Тағыусылар булды ҡыңғырауҙар
Ишетмәнем,сабыуымды белдем
Ҡайҙан алдым икән сабырлыҡтар?

Әҙ йөҙмәнем бәхет диңгеҙендә
Һөйгәнемдән миндә һөйөлдөм
Тиңһеҙ юғалтыуҙан әрнегәндә
Балаларым өсөн һөйөндөм

Ғүмеремдең сағыу,ал ҡояшы
Барып еткән буғай офоғына
Яҡтыһылыла,йылыһыла һүрән
Мин ризамын хәҙер барыһына

Аллам бирҙе миңә аҫыл ғүмер
Ҡояшҡа тиң, яҡты яҙмыш
Ҡыуанысын бирҙе услап-услап
Ҡайғыларға, сабырлыҡ һәм уҙмыш
15.01.2020йыл

Ғүмергә тиң, тағы бер көн үтте
Имен үткәненә шөкөр иттем.
Шатлығы ла булды,һағышы ла
Шатлыҡтарын ихлас өләштем

Бикләнем дә һары һағышын
Күҙ йәштәре менән сылатып
Күңел төпкөлөнә оҙаттым
Үҙ-үҙемде үҙем йыуатып.
13.12.2019.

Яңғыҙлыҡтан,шомло тынлыҡтан
Төңөлгән донъянан күңелем.
Ҡасан һуң табырмын тынғылыҡ
Барыһына ғәйепле, әллә үҙем.
Маңлайыма яҙылған яҙмыш тиеп
Бушҡа барыһына түҙҙемме,
Һыңар ҡанат менән талпынып
Яңғыҙлыҡҡа үҙем күндемме,
Шашҡан тойғоларҙы күмдемме,
Күмдемме,күндемме,түҙҙемме?
15.11.2019

Мин тау ҡыҙы

Мин тау ҡыҙы,тауҙа тыуҙым
Күк Ирәндек бишегем
Эскәнһыуым,Һаҡмар һыуы
Баймаҡ асҡан ишегем

Мин тау ҡыҙы,тауҙа үҫтем
Күҙҙәрем йәшел, йәшмә
Толомдарым һары алтын
Ай һәм ҡояш көнләшә

Ирәндегем, тыуған ергенәм
Һиндә йәшәй,милләттең рухы
Һиндә аралаша саф башҡортса
Алтын сәсле,йәшмә күҙле халҡы.
Читайте нас: