Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡтың һалҡын ҡырауы

#Һаҡмар_конкурстар Гөлдәр Калимуллинаның конкурсҡа тип яҙған икенсе хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Уны тулыһынса сайттан уҡығыҙ....Иртәгәһенә сәсрәп ауырып киттем. Урында ятып оҙаҡ ауырыным. Терелеп сыҡҡанда йәшел үлән күтәрелгәйне ине. Һүҙ араһында дуҫымдың да ауырып ятыуын әйттеләр. Ауырыуҙан һуң, хәлһеҙлектән тышта уйнарға ла теләгем булманы, үҙе лә килмәне. Һорауыма ныҡ ауырығас, дауаханаға алып киттеләр тинеләр. Оҙаҡ ваҡыттан һуң ғына ауырыуынан терелә алмағанын белдем. Больницаға алып барған көндә үлгән...

Хикәйә.
Йәмле йәй көнөндә тыуған йортобоҙға ҡайтҡас, төп йортта йәшәгән килен, сәй әҙерләгән ыңғайы:

Зәлифә апай ҙа бында. Бөгөн ялы бөтә шикелле, ҡустылары менән ҡайтырға йыйына, тине.

Сәй эскәндә саҡта ҡаршылағы йортҡа күҙ һала-һала ултырҙым. Ҡапҡалары алдында туҡтаған өс-дүрт машинаға ҡарағанда, күмәк килгәндәрҙер. Ун балаға ғүмер биргән, хәҙер олоғайған әсәләрен ташламай, ҡайтып ярҙам итеп торалар. Ҡышты апай балаларында үткәрә. Йомшаҡ тәбиғәтле, иркен күңелле ул. Хәтеремдә, береһенән-береһе бәләкәй балалар, үҙҙәре күмәк ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан гел генә уларҙа уйнап үҫтек. Ана, әле лә был йорттан балалар тауышы тынмай. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре бала-сағалы булып, бергә-бергә йыйылалар.

Шул арала баласаҡ дуҫым килеп инде.

Эйй, бәпәйгенәмде. Машинағыҙҙы күргәс, килеп күрмәйенсә нисек китәһең. Һин килерһең тип көткәйнем дә, тип ҡосаҡлап алды.

Килендең табынға саҡырыуына ҡырҡа ҡаршы төштө.

Юҡ, юҡ. Әле генә өҫтәл янынан торҙом. Ҡыҙҙар һауыт-һабаны йыйыштырғансы ғына инеп сығайым тигәйнем. Киленгә сәйгә барабыҙ. Ана ҡустылар ҡапҡа төбөндә көтәләр. Былай ҙа һеңлем: “Бәхетлеһең һин, апай. Һағынып күрешерлек, уйһыҙ серләшерлек баласаҡ дуҫың бар. Мин үҫкәндә эргә-тирәлә бер тиңдәшем, аралашырлыҡ, һағынып күрешерлек дуҫым булманы. Ҡырға уҡырға киткәс кенә дуҫтар таптым”, тип көнләшеп ҡалды әле.

Шулай көлөшөп, хәл-әхүәл һорашҡас та нисек ҡабаланып инһә, шулай сығып китте. Ҡустыһының машинаһына ултырып ҡунаҡҡа юлландылар, унан тура ҡайтырға сыҡтылар.

Ҡапҡа төбөндә, оҙата сыҡҡан еремдә, уйланып тороп ҡалдым. Өс тиңдәш ҡыҙҙар үҫтек ошо тирәлә. Өсөбөҙҙөң дә бер йылғы ҡустыларыбыҙ бар ине. Тик әлеге дуҫымдың ғына ҡустылары бер-бер артлы өҫтәлә торҙо. Икенсе дуҫымдың бала саҡ йорто етемһерәп тора, тирә-яғы бушап ҡалған. Ҡапҡа төбөнән элек бергәләп һыу ингән урыныбыҙ, кер сайҡаған тәңгәлебеҙ, һыу ташыған ҡоҙоғобоҙ күренеп тора. Үҙгәрмәгән дә кеүек, тик йылдан-йыл яҡыныраҡ, матурыраҡ, йәшәргәндәй тойола.

Ошо хәтирәләрем кисен юлда ҡайтҡанда ла ташламаны. Тигеҙ геүелдәгән машина тауышына күҙҙәремде йомоп, уйға ҡалдым.

Ике дуҫымды ла яҡын күрһәм дә, ниңәлер өсәүләп уйнай алманыҡ. Ҡапҡалар ҡара-ҡаршы торғанлыҡтан, беребеҙ ҡустыһын эйәртеп сыҡһа, икенсебеҙ шунда уҡ килеп етә ине. Тиҙ генә уйынға керешәбеҙ. Һыҙыҡ, боҙоҡ телефон, күмер йөҙөк кеүек уйындарға ҡустыларҙы ла ылыҡтырырға тырышабыҙ. Юғиһә улар артынан бер туҡтауһыҙ йүгерергә тура килә, әҙ генә лә күҙ яҙлыҡтырып булмай. Ә өсөнсөбөҙ яныбыҙҙа юҡ. Ни бары ҡапҡаһынан сығып ҡарай ҙа кире юғала. Эшенән бушамай. Әсәһе көнө буйы эштә, пилорама ла таҡта ярыуҙа эшләй. Өйҙә өләсәһе бар. Тик янынан ситкә ебәрмәй: йомоштарын ҡушып ҡына тора. Бәләкәй һеңлеһе менән ҡустыһын ҡарау ҙа уның өҫтөндә. Үҙенең дә һөйләшеүе ололарса, бөтә нәмәне белеп, күреп кенә бара.

Өләсәйем ташүпкә менән ауырый, оҙаҡламаҫ инде, үлер, тине бер ваҡыт өләсәһен йәлләп.

Шулайҙыр, бик яйлап ҡына ҡуҙғала. Эсендә таш йөрөткәс ни эшләһен, ауырҙыр инде.

Уйнап арыған ҡустымды йоҡлатыуға, йәһәт кенә ул килеп етә.

Әйҙә беҙгә барып уйнайыҡ. Ҡойма буйында өй төҙөнөм, йәһәтерәк, өйҙәгеләр йоҡлағанда.

Мине лә көтмәй ҡайтыу яғына ыңғайлай. Артынан эйәрәм. Оҙаҡ та уйнап өлгөрмәйбеҙ, өләсәһе икебеҙгә лә ҡалай сирпәктәрҙе тоттороп һыу ташырға ҡуша. Унан баланың ыштандарын йылғала сайҡатып алып килеп эләбеҙ.

Минән теүәл бер йәшкә өлкән ул. Икебеҙҙең тыуған көндәребеҙ бер көндә. Ниңәлер күрше ҡыҙ менән уйнағанды яратмай.

Ул һиңә күрше генә. Ә мин һиңә яҡын туған, апай булам. Шуға һин мине тыңларға тейешһең. Минең менән генә уйна.

Үҙемдең өйҙә өс апайым булғас, апайҙарҙы тыңларға тейешлекте ҡанға һеңдергәндәр инде. Өнһөҙ килешәм. Тик өләсәһе бер ваҡытта ла тупһа аша үткәрмәй. Һәр ваҡыт икебеҙгә берәй эш таба, йәки “һеҙҙең өйөгөҙ ҙур, һеҙҙә уйнағыҙ”, тип сығарып ебәрә. Бәләкәй саҡта бер ваҡытта ла түр өйөн күрмәнем, ә теләк ҙур ине.

Һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған, ололарса фекер йөрөткән апай-дуҫым көн кисләүгә ҡарай, мине эйәртеп, ауылдан бер саҡрымдай ятҡан бесәнлектәрен ҡарауылларға алып бара. Яҙын һыйырҙар тапамаһын, йәйен күбәләрен туҙҙырмаһын өсөн, гел мине эйәртә ине. Һыйырҙар үтеп бөткәнсе шул тирәлә көтәүелләйбеҙ. Уның хәбәрҙәре бер ваҡытта ла бөтмәй, ҡыҙыҡ һөйләй, ауыҙҙы асып тыңлайһың. Муйыл бешкән саҡта ағас башына бик йылғыр үрмәләп менеп, муйыл ботаҡтарын һындырып төшөрөп, өйҙәгеләренә күстәнәскә муйыл йыйырға ла өлгөрә. Мин менә алмағас, аҫтан бөртөкләп кенә ҡалған муйылдарҙы сүпләйем. Күпме тырышһам да менә алмай торғайным ағас башына. Апай булғас, сабынлыҡҡа яҡынлаған һыйырҙарҙы ҡыуырға ла мине йүгертә.

Һиңә рәхәт. Өйҙә өс апайың бар. Миңә генә ауыр, апайым берәү генә.

Ул әйтмәһә был турала уйлап та бирмәҫ инем. Иртән торғас та апайҙар эште бүлешеп ҡуялар. Миңә лә көндөҙ эшләнәсәк эштәр билдәләнә. Әйтелгән эште тиҙерәк эшләп бөтһәң, ҡустыны эйәртеп уйнарға сығырға була. Ҡабаланып, еренә еткермәй йыуған иҙәнеңде ҡабаттан һөртөп ҡуйырға ҡушыуҙары ла мөмкин. Бүлешеп, тигеҙ эшләгәс, ваҡыт та күберәк. Шулай ҙа белә-күрә ялтарыңҡырай инем эштән. Уҡырға өйрәнгәс, мәктәпкә бармаҫ элек уҡырға яраттым, бәҙрәфкә тип барам да, ҡасып шунда уҡый инем. Мин оҙаҡлап уҡып ултырғансы минең эште берәйһе эшләп тә ҡуя ине. Аҙаҡ ҡына һиҙеп ҡалып эҙләй сығалар ине. Ярылған утын өйөмө өҫтөндә лә, ҡыйыҡ эсендә лә, бесән башында ла ҡасып уҡый инем. Ә әлегә ғәмһеҙ уйнап йөрөргә ваҡыты булмаған дуҫымдың зарын тыңлайым.

...Яҙғы һыуҙар ташып ярына ҡайтҡас, йылы сыуаҡ көндә, дуҫ-апайым йылға ярына уйнарға саҡырҙы. Һыу ташығанда, йылға бөгөлөндә, яҙғы ташҡын бейек ярҙы матур итеп өңгән урынды тапҡан икән. Өҫтән ҡалын кәҫ ҡатламы булған, өңөрәйеп эскә ингән урында оҙаҡ уйнаныҡ. Мәтенән төрлө мебелдәр яһап, кәртә-ҡуралы матур өй килеп сыҡты. Дуҫымды саҡырып ҡысҡырыуҙарына ла яуап бирмәй, мине эҙләп сыҡҡан апайыма ла күренмәй оҙаҡ уйнаныҡ, кәҫ аҫтында боҫоп ятып ҡалдыҡ. Яҙғы сыуаҡ текә ярҙы йылыта, рәхәт. Тик һыулы, балсыҡлы ҡулыбыҙ ғына тәүҙә өшөһә лә, аҙаҡ беленмәне. Икебеҙҙең дә аяҡта ботинкалар. Резина итек тик апайҙарҙа ғына ине. Яҙғы һыу көслө ине әле. Уйнаған урыныбыҙҙы тайғаҡлап бөткәнбеҙҙер, дуҫымдың бер аяғы тайып һыуға тығылды. Ул тәүҙә аптырап ҡалһа ла, аҙаҡ һыуға ике аяғы менән инеп, бысыранған күлдәк итәген, ҡулдарын йыуып ҡайтырға сыҡтыҡ.

Өйҙә мине оҙаҡ юғалып тороуыма әрләп ҡаршы алдылар, бер апайымдың һаман мине эҙләп йөрөгәнен әйттеләр. Әсәйем тасҡа ҡаҙандан йылы һыу һалып, йыуынырға, аяҡтарымды йылы һыуға тығып ултырырға ҡушты. Ҡулымдағы май һыланған икмәкте ашап-бөтөр бөтмәҫтән, йоҡларға йүнәлдем.

Иртәгәһенә сәсрәп ауырып киттем. Урында ятып оҙаҡ ауырыным. Терелеп сыҡҡанда йәшел үлән күтәрелгәйне ине. Һүҙ араһында дуҫымдың да ауырып ятыуын әйттеләр. Ауырыуҙан һуң, хәлһеҙлектән тышта уйнарға ла теләгем булманы, үҙе лә килмәне. Һорауыма ныҡ ауырығас, дауаханаға алып киттеләр тинеләр. Оҙаҡ ваҡыттан һуң ғына ауырыуынан терелә алмағанын белдем. Больницаға алып барған көндә үлгән.

Ҡоҙоҡҡа һыуға барғанда теге текә ярҙы ҡарап, иҫкә алып үтә инем. Өңөрәйгән урынға ҡалын кәҫ емерелеп төшкән, бүленеп беленеп тора. Ниңәлер апай-дуҫым шуның аҫтындалыр кеүек тойола ине. Бер нисә йыл үткәс, әсәйем ҡушыуы буйынса инәйемде мунсаға әйтергә барҙым. Күршеһе менән ҡапҡа төбөндә һөйләшә инеләр. Мунсаға саҡырыуыма:

Хәҙер., тип яуапланы ла артымдан, күршеһенә:

Килендең ошо балаһын күрә алмайым. Баламды ҡотортоп, ул ғына харап итте. Бер ваҡытта ла өйҙән сыҡмаған баламды ярҙа уйнатҡан. Ауырымаҫ ине, тип һөйләгәнен ишеттем.

Ҡапыл ғына ауырайған аяҡтарымды һөйрәп, көскә ҡайтып еттем. Ни ғәйебем бар ине һуң...

Гөлдәр әбей.

Читайте нас: