Айрат Фирғәт улы Сирбаев 1971 йылдың 23 февралендә Сыңғыҙ ауылында тыуған. Ауылдағы мәктәпте, Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатын тамамлай. Артабан БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Уҡыған йылдарында “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы була.
Университетты тамамлағас, Айрат Фирғәт улы “Йәншишмә”, “Яңырыу”, “Йәшлек” гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Башҡортостан радиоһында тапшырыуҙар алып бара, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығында яуаплы вазифа биләй. Бер нисә йыл Архангел районының “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын да башҡара. Бер нисә йыл “Һаҡмар” гәзитендә сәнәғәт бүлеген етәкләне.
Айрат Сирбаев үткер ҡәләмле журналист ҡына түгел, ә талантлы ижад оҫтаһы – үҙенсәлекле шағир ҙа ине. Тәүге шиғырҙары 6-сы класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә баҫыла башлай. “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Инйәр”, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәрендә, “Пионер” (“Аманат”), “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Тамаша” журналдарында ла уның әҫәрҙәре даими донъя күрҙе. Айрат Фирғәт улының шиғырҙары йәш ижадсыларҙың дөйөм йыйынтыҡтарында ла баҫылды.
А.Сирбаев ижадында тыуған ер, Ватан, тәбиғәт, мөхәббәт темалары өҫтөнлөк итте, әҫәрҙәрендә халҡына, бай сәнғәтенә мәдхиә йырланы. Айраттың әйтер һүҙе тос, берәгәйле ине, уның шиғырҙары үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо.
Башҡортостан Журналистар Союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы һәм “Һаҡмар” гәзите редакцияһы арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир, үткер ҡәләмле журналист Айрат Фирғәт улы Сирбаевтың яҡты иҫтәлегенә арнап шиғыр, ҡобайыр ижад итеүселәр һәм хикәйә яҙыусылар араһында уның исемендәге ижади конкурс иғлан итә.
Был ижади бәйгелә Баймаҡ районында тыуып үҫкән һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Конкурс шиғыр, ҡобайыр ижад итеүселәр, хикәйә яҙыусылар араһында айырым үткәрелә. Уның темаһы сикләнмәй. Бәйгелә ҡатнашыусылар “Һаҡмар” гәзитенә мотлаҡ яҙылған булырға тейеш. Ижади эштәр электрон вариантта ҡабул ителә, уларҙы “Һаҡмар” гәзитенең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөнә ебәрергә кәрәк (үҙегеҙ тураһында тулы мәғлүмәт: исем-шәрифегеҙ, телефон номеры, фото, үҙегеҙҙең диуарығыҙға һылтанма кәрәк). Конкурсҡа ебәрелгән эштәр быға ҡәҙәр бер ҡайҙа ла баҫылмаған булһын. Һәр ҡатнашыусы өс ижади эшен тәҡдим итә ала.
Шиғырҙар, ҡобайырҙар һәм хикәйәләр 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Һәр номинацияла өсәр урын билдәләнә. Конкурсҡа йомғаҡ май айында яһала. Лауреаттарҙың эштәре “Һаҡмар” гәзитендә баҫыласаҡ.