Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы ҡатнашасаҡ. Бындай фаразды “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар Сергей Лаврентьев һәм Сергей Семенов белдерҙе.
Сергей Семенов фекеренсә, һайлауҙың яңы, өс көнлөк форматы, Рәсәйҙең киләсәген билдәләүҙә ҡатнашыу теләгенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
– Алдан үткәрелгән һорау алыуҙарҙан сығып, халыҡтың күпләп килеүен күҙаллайбыҙ. 70 проценттан ашыу булыр, тип уйлайым. Дөйөм Рәсәйҙәге күрһәткестәргә ҡарағанда, республикабыҙҙа ҡатнашыусылар әүҙемлеге юғарыраҡ була. Беҙ президент һайлауҙарының һәр ваҡыт төбәк һайлауҙарына ҡарағанда күберәк ҡыҙыҡһыныу уятыуын беләбеҙ, – тип билдәләне политолог.
Политолог Сергей Лаврентьев РФ Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк республика халҡының ни өсөн ҙур әүҙемлек күрһәтеүен аңлатты. Эксперт фекеренсә, кешеләр бындай ҡатмарлы геосәйәси хәлдә үҙ иленең яҙмышына битараф ҡала алмай.
- Хәҙер барған һайлау - Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау ғына түгел. Күп кенә тауыш биреүселәр президент өсөн генә тауыш бирмәй, улар илдең киләсәге, үҙҙәренең киләсәге өсөн тауыш бирә. Ҡайһы бер кешеләрҙе беләм, хатта элек һайлауға битараф булған туғандарым араһында ла шундайҙар бар. Әммә быйыл тауыш бирергә барасаҡтар, сөнки улар етди геосәйәси хәлгә бәйле, сөнки был тауыш биреү махсус хәрби оперцияла ҡатнашыу менән бер. Был үҙеңдең киләсәгеңде һайлау өсөн етди мотивация, - тип билдәләне Сергей Лаврентьев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау участкалары эшенең тәүге сәғәттәрендә халыҡтың әүҙем тауыш биреүен билдәләүҙәре хаҡында яҙғайныҡ. Иң әүҙемдәре – Нефтекама, Күмертау һәм Өфө халҡы.
Тауыш биреү өс көн дауам итә: 15, 16 һәм 17 мартта. Һайлау участкаларында тауыш биреү 8.00 сәғәттә башлана һәм 20.00 сәғәттә тамамлана. Башҡортостан биләмәһендә 3308 һайлау участкаһы эшләй. Башҡортостанда һайлауҙы төрлө сәйәси партияларҙан, урындағы үҙидара органдарынан, һайлаусылар йыйылыштары менән тәҡдим ителгән 28 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы ойоштора.
Дәүләт Башлығы вазифаһына Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы теркәгән дүрт кандидат дәғүә итә: Леонид Слуцкий, Николай Харитонов, Владислав Даванков һәм Владимир Путин.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024