Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
15 Март , 15:13

Һайлау тыныс шарттарҙа бара

Һайлау участкаларына халыҡ ағымы ағыла.

Баймаҡ ҡалаһыны 1-се һанлы мәктәбендә урынлашҡан 1001-се һайлау участкаһында 24901 һайлаусы теркәлгән. Шуларҙың 47-һе быйыл тәүгә тауыш бирәсәк. Иртәнге сәғәт 8-ҙә, һайлау участкаһы асылыу менән, Айрат Сәйфуллин беренсе булып үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Уға иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Көндөҙгө сәғәт 3-кә 505 граждан үҙ тауышын биргән дә инде. Өс бригада күсмә урналар менән өйҙәр буйлап йөрөп, участкаға килә алмаусыларға һайлауҙа ҡатнашырға ярҙам итте.

Һайлау участкаһынан халыҡ ағымы өҙөлмәй. Айырыуса ғаиләһе менән бергә килеүселәр күп. Уларға ирекмәндәр “Рәхмәт” акцияһына ярашлы QR-кодтар тарата.

Һайлау тыныс шарттарҙа бара.    

Һайлау тыныс шарттарҙа бара
Һайлау тыныс шарттарҙа бара
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: