Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
21 Сентябрь 2021, 12:00

“Берҙәм Рәсәй” - беҙҙең партия

Сибай Утарбаев, Сибай ауыл биләмәһе башлығы: Ниндәй генә кимәлдәге һайлауҙар үтмәһен, беҙ уларҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейешбеҙ. Был юлы ла үҙем генә түгел, ә тотош ғаиләм, туғандарым менән үҙебеҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек. Бындай мөһим сарала ауылдаштарым да ситтә ҡалманы. Дөйөм алғанда, Иҫке Сибайҙан 86 процент кеше һайлауҙа ҡатнашты.

Сибай Утарбаев, Сибай ауыл биләмәһе башлығы:

Ниндәй генә кимәлдәге һайлауҙар үтмәһен, беҙ уларҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейешбеҙ. Был юлы ла үҙем генә түгел, ә тотош ғаиләм, туғандарым менән үҙебеҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек. Бындай мөһим сарала ауылдаштарым да ситтә ҡалманы. Дөйөм алғанда, Иҫке Сибайҙан 86 процент кеше һайлауҙа ҡатнашты. Бында иһә ниндәй партияға тауыш бирергә, тигән һорау килеп тыуманы. “Берҙәм Рәсәй” - беҙҙең партия. Уға ҡаршы ҡуйырлыҡ әлегә партия юҡ. Үҙебеҙҙең ауылдан ғына ла алып ҡарайыҡ. Шундай ҡеүәтле эштәр башҡарыла. Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер һалына башланы. Ике километр юлға асфальт һалынды. Әле ике урамға ҡырсынташ түшәлде, шундай уҡ эштәр башҡа урамдарҙа ла көтөлә. “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы быйыл ауылда һыу селтәрен төҙөкләндерҙек. Әлеге ваҡытта спорт залы асырға йыйынабыҙ. Спорт инвентарҙары алырға йөрөйбөҙ. Авария хәлендәге мәктәп урынында яңыһы төҙөлә башланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров киләһе йыл яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә башлаясаҡбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе. Бына был эштәрҙең барыһы ла “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында башҡарыла. Быны бер кем дә инҡар итмәй.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: