9 сентябрҙә алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланды. Депутаттарҙың яртыһы – бер мандатлы округтар, икенсе яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса 5 йылға һайлана. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда йәмғеһе 3 мең 426 участка эшләне. Һайлаусылар исемлегендә 3 миллион 50 мең кеше күрһәтелгән ине.
Һайлауҙа республиканың 49,19 проценты конституцион бурысын үтәгән. Шуның менән закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайланды.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы өсөн 58,31 процент кеше тауыш биргән. Икенсе урында – КПРФ килә, коммунистарға халыҡтың 18,80 проценты ышаныс күрһәткән. ЛДПР – 9,96 процент, “Ғәҙел Рәсәй” – 5,47, “Рәсәй патриоттары” – 3,95, “Йәшелдәр” экология партияһы 1,98 процент тауыш йыйған.
9 сентябрь баймаҡтар өсөн халыҡ байрамына әйләнде. Был көндө бөтә һайлау участкаларында ла “Асыҡ ишектәр көнө” үтте. Концерттар ҡуйылды, йәрминкәләр эшләне, спорт ярыштары ойошторолдо.
Район буйынса 32976 һайлаусы (78,34 процент) гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Һайлау көнө Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә матур бер байрамға әүерелде. Көндөң иҫ киткес сыуаҡ булып, йәйҙең хушлашыу һулышын тойоу ҙа халыҡтың кәйефен күтәрҙе, буғай. “Һаҡмар” гәзите журналистары был көндө Ишмөхәмәт, Янғаҙы, Байыш ауылдарындағы һайлау участкаларында булды, кешеләр менән аралашты һәм мөһим эш – яратҡан гәзитебеҙгә 2019 йылға яҙылыуҙы башлап ебәрҙе. Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева һәр саҡтағыса сараға бик етди әҙерләнгән. Ул йөкмәткеле сценарий әҙерләп кенә ҡалмаған, ә ауылдаштарының кемеһен бейетеп, кемеһен йырлатып, шиғыр һөйләтеп ҡояшлы көнгә нурҙар өҫтәп ебәрҙе. Әйткәндәй, ул һәр ярты йыл һайын “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыуҙы әүҙем ойоштороп, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәрҙең береһе. Почтальон Рәмзиә Кәрим ҡыҙы Йәрмөхәмәтова үҙ эшенең оҫтаһына әүерелеп бөткән. Ул Рәйлә Әхмәрова менән бергәләп ауылдаштарын гәзитле һәм мәғлүмәтле итеүгә тос өлөш индерә. Был көндө Ишмөхәмәттә – 23, ә Янғаҙыла 12 кеше “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды.
Байыштар һайлауға ла, “Һаҡмар”ға яҙылыуға ла бик ныҡ әҙерләнгән ине. Байрамды ойоштороусы китапханасы Нәйлә Сөләймәнова һәм почтальон Юнир Хәсәнов ауылдаштары өсөн ысын байрам бүләк итте. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Байышта был көндө беҙ “Һаҡмар”ҙың 42 гәзит уҡыусыһын таптыҡ! Афарин! Байыштарҙың: “Был һуңғы һан түгел әле, беҙ тағы ла яҙыласаҡбыҙ”, – тигән һүҙҙәре күңелгә май булып ятты.
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ф.С. Рәхмәтуллин өс ауылда ла гәзиткә яҙылыусыларға бүләк әҙерләгән ине. Ул шулай уҡ биләмәнең фермерҙарын, эшҡыуарҙарын был изге эшкә ойоштора алған. Мәктәп, балалар баҡсаһы, почта, йәмәғәт ойошмалары ла “Һаҡмар”ға яҙылыусы көнө”н үткәреүгә бар күңелен һалды.
Әйтергә кәрәк, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе халҡы һайлауға бик әүҙем йыйылды. Шуға күрә һайлауға килеү проценты ла юғары – туҡһандан ашыу булды. Үҙенең гражданлыҡ бурысын да үтәгән, шул уҡ ваҡытта сәйәси ваҡиғаны концерт, көҙгө йәрминкә, спорт ярыштары менән биҙәгән, өҫтәүенә күңел һәм рухи байлығын хәстәрләп “Һаҡмар” гәзитенә яҙылған Ишмөхәмәт, Янғаҙы, Байыш ауылы кешеләренә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.