Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
13 Сентябрь 2020, 20:10

Тауыш биреү дауам итә

Район-ҡалала район һәм ҡала Советтарына депутаттар һайлау әүҙем дауам итә. Ниндәй һайлау участкаларында әүҙемлек күҙәтелә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Район-ҡалала район һәм ҡала Советтарына депутаттар һайлау әүҙем дауам итә. Райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов белдереүенсә, сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 55 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Айырыуса Аҡтау, Ғүмәр, Шүлкә, Беренсе Этҡол, Темәс, Беренсе Моҡас, Абдрахман, Богачевка, Урал, Йәнйегет ауылдары халҡы әүҙем.
Әйткәндәй, бөгөн участка һайлау комиссиялары киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй. Кемдәр әле тауыш биреп өлгөрмәгән, участка комиссиялары һеҙҙе көтөп ҡала.
Лилиә Күсәбаева,
Баймаҡ районы буйынса территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы.
Читайте нас: