Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
13 Сентябрь 2019, 10:13

Беренсе урында ниндәй объект?

8 сентябрь – Берҙәм тауыш биреү көнөндә “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы ҡалала беренсе сиратта төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алыу маҡсатында тауыш биреүҙәр ойошторолғайны. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, референдумда 7238 кеше ҡатнашҡан.

Шулай итеп, беренсе урында 3-сө мәктәп эргәһендә “Мәктәп аллеяһы” килә. Уның өсөн 1885 кеше тауыш биргән. 1765 кеше иһә тәү сиратта Хафиз йылғаһы буйын, “Ирәндек” кинотеатры биләмәһен төҙөкләндереү проекты мөһимерәк, тип тапҡан, ул – икенсе урында. ЗАГС эргәһендә “Йәштәр паркын” булдырыу өсөн 1245 кеше тауыш биргән. Ҡаланың Көньяк микрорайонында парк булдырыу тураһындағы проект исемлектә дүртенсе килә – 933 кеше. Үҙәк ҡала дауаханаһы эргәһендә аллея иһә 723 тауыш йыйған. Исемлекте Салауат Юлаев исемендәге парк тамамлай – 687 кеше.

Ысынлап та һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙҙа төрлө кимәлдәге төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла. Әле унда, әле бында төҙөлөш эштәре бара. Уларҙың барыһы ла маҡсатлы программалар ярҙамында башҡарыла.

Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: