Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2019, 20:57

Башҡортостан Башлығы – Радий Хәбиров!

8 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, республика халҡы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайланы.Мәғлүм булыуынса, был юғары вазифаға 8 кандидат дәғүә итте. Һайлауҙың тәүге һөҙөмтәһе буйынса, республика халҡының 70,35 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Бюллетендәр эшкәртелгәндән һуң, Радий Хәбировтың еңеү яулауы билдәле булды. Һайлаусыларҙың 82,02 проценты уға ышаныс белдергән. Икенсе урында КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин килә – 6,89%. Ҡалған кандидаттар ошондай тәртиптә тауыш йыйған: Иван Сухарев (ЛДПР партияһынан) – 4,53%, Зөлфиә Ғайсина (“Яблоко”) – 1,53%, Юрий Игнатьев (“Ғәҙел Рәсәй”) – 1,23%, Рәфис Ҡадыров (“Рәсәй патриоттары”) – 1,10%, Владимир Барабаш (“Граждандар көсө”) – 0,97%, Владимир Кобзев (“Пенсионерҙар ғәҙеллек өсөн Рәсәй партияһы”) – 0,81%.

Г.Сакина йәш һайлаусыны тәбрикләй
Г.Сакина йәш һайлаусыны тәбрикләй
Берҙәм тауыш биреү көнө Баймаҡ ҡалаһы һәм ауылдары халҡы өсөн был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әйләнде. Һәр ҡайҙа йыр-моң яңғырап торҙо. Көҙгө йәрминкәләр эшләне. Дәүләт учреждениелары күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторҙо. Участка һайлау комиссиялары иртәнге сәғәт 7-нән эш башланы. Тәүге һәм беренсе тапҡыр һайлаусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

1001-се һайлау участкаһында (ҡаланың 1-се мәктәбендә урынлашҡан) исемлек буйынса барлығы 2470 һайлаусы теркәлгән. Шуларҙың 41-е йәш һайлаусы. Иртәнге 9.30 сәғәткә 150 кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән ине. Беренсе булып һайлау эшенә мәғариф ветераны Айрат Сәйфуллин старт биргән. 3 йүнәлеш буйынса күсмә һайлау комиссияһы эшләне.

999-сы һайлау участкаһында (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында урынлашҡан) исемлек буйынса 1828 граждан теркәлгән, шуларҙың 23-ө тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Йәш һайлаусыларҙың береһе Гөлсөм Шахморатова беренсе булып тауыш биргән дә инде. 13.30 сәғәткә бында 830 кеше конституция тарафынан ҡаралған гражданлыҡ бурысын үтәгән. 38 кеше өйҙә һайлауҙы һорап ғариза биргән. Ғөмүмән, һайлауҙар тыныс шарттарҙа барҙы. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнәзирә Сакина ла шуны раҫланы. Бында ҡул эштәренән әҙерләнгән күргәҙмә эшләй, бай тарих һаҡлаған музейҙан да кеше ағымы өҙөлмәй. Үҙәк ҡала дауаханаһы һәм Рәсәй Пенсия фонды белгестәре халыҡты күсмә ҡабул итеү ойошторҙо.

Ҡаланың 4-се лицейында урынлашҡан 997-се һайлау участкаһында ла һайлау тыныс шарттарҙа үтте. Сәғәт 12-гә исемлек буйынса теркәлгән 1611 кешенең 658-е гражданлыҡ бурысын үтәгән дә инде. Ошонда уҡ Рәсәй Пенсия фондының баш белгесе Фәрзәнә Ғәлимйәнова халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо. Мәктәп фельдшеры Ирина Тутаева теләүселәргә гриптан прививка эшләне. Мәктәп ихатаһы алдында уҡыусылар тарафынан гөрләп йәрминкә уҙҙы.

995-се һайлау участкаһында (ҡаланың 3-сө мәктәбендә урынлашҡан) 2465 һайлаусы. 10.15 сәғәттә шуларҙың 491-е гражданлыҡ бурысын үтәгән ине. Беренсе булып Зөлфиә Боҫҡонова һәм Сания Сырлы- баева үҙ тауышын биргән. Һайлау комиссияһы рәйесе Марат Яҡшыбаевтың белдереүенсә, халыҡ БР Башлығы һайлауына етди ҡарай, шунлыҡтан был сарала әүҙем ҡатнашыуҙарына аптырарға ярамай. – 14.30 сәғәткә 1002-се һайлау участкаһында (ЗАГС бинаһында урынлашҡан) теркәлеүселәрҙең 50 проценты тауыш бирҙе лә инде, – тип һөйөндө участка һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Сәйғәфәрова. Был участка һайлау участкаһында беренсе булып Тимур Сырлыбаев тауышын биргән. Әйткәндәй, был һайлау участкаһында 17 кеше тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәне. “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-ы эшселәре һәм ветерандары ҙур әүҙемлек күрһәткән. Ошонда уҡ үҙәк ҡала дауаханаһы офтальмологы Әлфиә Рәхмәтуллина халыҡты күсмә ҡабул итеү ойошторҙо.

Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл райондың шәхси эшҡыуарҙары халыҡты һайлауға йәлеп итеү өсөн төрлө кимәлдә ярҙамдарын тәҡдим итте. Ҡаланың үҙәк майҙанында ла көҙгө йәрминкә гөрләп эшләне. Баймаҡтар йәшелсә, иген, бал, төрлө тәм-том һатып алып ҡыуанды. Халыҡ ижады үҙәге артистарының матур сығыштары байрамға йәм өҫтәне.

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә һайлау шаулап-гөрләп, юғары кимәлдә үтте. Яңғаҙы ауылы халҡы һәр саҡтағыса әүҙемлеге һәм дәрте менән айырылды. Улар үҙҙәре тергеҙеп сыҡҡан клуб эсендә төрлө саралар үткәреп, бер- береһенә иҫ киткес ял сәғәттәре бүләк итте. Балалар, хужабикәләр йәрминкәгә һатырға алып килгән тәмлекәстәргә, йәшелсә, емеш-еләккә ҡарап, ауыл халҡының уңғанлығына сираттағы мәртәбә хайран ҡалдыҡ. “Һаҡмар” гәзитенә 2020 йыл-дың беренсе ярты йыллығына яҙылырға тәҡдим иткәс, Яңғаҙы халҡы беҙҙе дәррәү күтәреп алды, баҫмабыҙға яҙылды, киләсәккә теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. Ауыл фермеры Риф Барлыбаев беҙҙең приздарға ҡушып, үҙенән ике тоҡ иген бүләк итеп, барыбыҙҙы ла һөйөндөрҙө. Ауылда булған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү ҙә күп нәмәләргә асыҡлыҡ индерҙе. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла район етәксеһенә еткерелде.

Ишмөхәмәт ауылында, һайлау участкаһы урынлашҡан мәктәп, көнө буйы ағылған халыҡтан гөрләп торҙо. Сәскә байрамында гөл-сәскәләрҙең төрлөлөгөнә хайран ҡалырға тура килде. Балалар, уҡытыусылар көсө менән ойошторолған йәрминкәлә лә нимә генә юҡ ине! “Һаҡмар”ға яҙылыу ҙа айырым бер байрамға әүерелде. Ишмөхәмәт халҡы үҙ һәләтен күрһәтеп, йырлап та, бейеп тә алды. Сәмле спорт ярыштары ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Шулай уҡ был ауылдың фермеры ла Мөхәмәдиә Сәлимов “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусыларға ике тоҡ иген бүләк итеп һөйөндөрҙө.

Байыш ауылында ла был көндө бик күп саралар үтте. Һәр саҡтағыса моңо, дәрте урғылып торған халыҡ матур, бай йөкмәткеле концерты менән һөйөндөрҙө. Бынан тыш кешеләр “Айыҡ ауыл-2019” акцияһында ҡатнашыу тураһында йәнле һөйләшеү алып барҙы. Бай ассортиментлы йәрминкә, төрлө спорт ярыштары ла халыҡтың күңеленә яҡын килде. Ишмөхәмәт ауылы биләмәһе халҡы һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән кеүек, “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыуҙа ла өлгө күрһәтте. Ишмөхәмәт ауылында – 34, Яңғаҙыла – 12, Байышта – 27, Урғаҙала 11 кеше 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына “Һаҡмар”лы ла булды. Афарин!

Лилиә ТАКАЕВА,
Читайте нас: