Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
8 Сентябрь 2019, 23:19

Ишбирҙеләр ҙә әүҙемлек күрһәтә

Ишбирҙе ауылында һайлау ҙур ойошҡанлыҡ менән, тыныс шарттарҙа бара. Халыҡ айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтә.

"Дарман" йыр ансамбле һәм "Хәтирә" фольклор ансамблдәре сараға йәм өҫтәп, сағыу-сағыу кейемдәрҙә бергәләшеп килеп, ауылдаштарын йыр-моңдары менән һғйөндөрҙө. Мәктәп коллективы ла дәррәү генә һайлауға ҡушылған.
Беренсе булып һайлауға килгән Ришат Юнысовҡа махсус бүләк тапшырылды.
Бөтә ғаиләләре менән тауыш бирергә килеүселәр ҙә етәрлек булған.
Бөгөнгө көн Ишбирҙеләр өсөн ҙур байрамға әйләнде. "Айыҡ ауыл", Беҙ сәләмәт тормош яҡлы" һәм, әлбиттә БР Башлығы һайлау уңайы менән ҙур байрам саралары үтте. Ишбирҙе мәктәбе алдында гөрләп йәрминкә ойошторолдо. Көҙ байлығынан күргәҙмә, аш-һыу, йәшелсәләрҙән төрлө ҡул эштәренә оҫталыҡ буйынса ата-әсәләр, уҡыусылар ихлас ҡатнашты. Баһалама ағзалары иң бай, мул өҫтәл әҙерләгән өҫтәл тип 2-се һәм 3-сө класс уҡыусыларын билдәләне. Еңеүселәргә ауыл хакимиәте бассейнға сертификат тапшырҙы. Ауылыбыҙҙың доньяларын гөл-баҡса итеп йәшәүсе уңған хужабикәләр ҙә билдәләнде. Шулай уҡ балалар баҡсаһы коллективы ауылдаштарын самауыр янында тәмле сәй менән дә һыйланы. Ауыо халҡы үҙҙәренең хөрмәт иткән ауылдаштыры Фәнил Хәсәновты, "Хәтирә" ансамбленең йырҙарын тыңлап, бейешеп таралышты.
Лилиә Такаева.
Читайте нас: