Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
3 Сентябрь 2019, 13:02

6. Мин ни өсөн һайлауға барам?

Баймаҡ лицей-интернаты директоры Иҙел Әбүбәкиров, Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғәлим Сәлимов, Һаҡмар ауылынан фермер хужалығы башлығы Илфат Сәфәрғәлин ни өсөн һайлауға бара? Был турала сайттан уҡығыҙ.

Иҙел Әбүбәкиров, Баймаҡ лицей-интернаты директоры:

– Был сәйәси кампанияла ҡатнашыуҙы үҙемдең гражданлыҡ бурысым итеп һанайым һәм Берҙәм тауыш биреү көнөндә барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә саҡырам. Был яуаплы саранан берәү ҙә битараф ҡалмаһын, сөнки беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген һайлайбыҙ. Лайыҡлы етәксе һайланыр һәм ул республикабыҙға яңы һулыш бирер тигән ышаныстамын.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Баймаҡ лицей-интернатында урынлашҡан һайлау участкаһы байрам төҫөн аласаҡ. Ул көндө Асыҡ ишектәр көнө үтә. Ҙур концерт, шәхси эшҡыуарҙар тарафынан аҙыҡ-түлек йәрминкәһе үтәсәк, лицей уҡыусыларының ҡул эштәре күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Белгестәр халыҡтың төрлө һорауҙарына яуап бирәсәк.

Барығыҙҙы ла һайлау участкаһында көтөп ҡалабыҙ!


Ғәлим Сәлимов, Ленин исемендәге АХК рәйесе:

– Мин бындай сәйәси кампанияларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалғаным юҡ һәм әлеге һайлауҙа ла үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәйәсәкмен.

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм ауыл Советына депутаттар һайлау бик яуаплы сара, уның нисек үтеүе беҙҙең киләсәгебеҙгә бәйле. Шуның өсөн был кампанияла һәр кемебеҙ әүҙем ҡатнашып, республикабыҙ өсөн янып-көйөп эшләрҙәй Башлыҡ, ауыл Советтарына тыуған төйәгенең бөгөнгө һулышын, киләсәген хәстәрләгән депутаттар һайлайыҡ. Тик шул саҡта ғына иртәнге көнөбөҙ ышаныслы һәм яҡты булыр.


Илфат Сәфәрғәлин, Һаҡмар ауылынан фермер хужалығы башлығы:

– Был һайлауҙарҙа мотлаҡ ҡатнашыуҙы һәм лайыҡлы кандидаттар өсөн тауышыңды биреүҙе мин үҙемдең бурысым итеп һанайым һәм башҡаларҙы ла шуға өндәйем.

Әлеге сәйәси кампания үҙенең үҙенсәлеге менән айырылып тора, сөнки был юлы үҙебеҙҙең Башҡортостан Башлығын һәм ауылдарҙа депутаттар һайлаясаҡбыҙ һәм ул киләсәгебеҙгә бәйле. Шуның өсөн һайлауҙарға битарафлыҡ күрһәтмәйек, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйек.
Читайте нас: