Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
3 Сентябрь 2019, 12:54

5. Мин ни өсөн һайлауға барам?

Марат Әүәлбаев, Темәс мәктәбе директоры:– Мин бына өс тиҫтә йылдан ашыу инде участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын атҡарам һәм сәйәси кампанияларҙы тейешле кимәлдә ойоштороуға бик яуаплы ҡарайым. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Быйылғы һайлауҙар үҙенең үҙенсәлеге менән айырыла һәм унда мотлаҡ ҡатнашыу һәр кемебеҙҙең мөҡәддәс бурысы булып тора. Беҙ республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ. Федераль үҙәк менән дипломатик бәйләнеш булдыра алған, Башҡортостаныбыҙҙы ил һәм донъя кимәлендә танытырҙай кандидат өсөн тауыш бирергә тейешбеҙ.

Ауыл Советы депутаттарын һайлауға ла беҙ бик яуаплы ҡарарға бурыслыбыҙ. Сөнки ул урындағы ауыл биләмәһе башлығының уң ҡулы булып тора. Депутаттар корпусы, бөгөн инде республика кимәлендә танылыу яулай барған старосталар хеҙмәте, ғөмүмән, йәмәғәт институты ауылдарҙағы халыҡты туплауҙа, тыуған төйәк инфраструктураһын, мәҙәниәтебеҙҙе, рухиәтебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Минеңсә, депутаттар һанын арттырыу зарур, ул саҡта урындағы проблемаларҙы хәл итеү ҙә еңелерәккә төшөр ине. Йәмғиәттә йәмәғәт ойошмаларының абруйын күтәреү мөһим.

Ҡәҙерле яҡташтар, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм ауыл Советына депутаттар һайлауҙа әүҙем ҡатнашайыҡ!
Читайте нас: