Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
28 Август 2019, 15:19

4. Мин ни өсөн һайлауға барам?

Радик Рәсүлев, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы:– Һайлау кампанияларынан бер ҡасан да ситтә (дауамын сайттан уҡығыҙ)

Радик Рәсүлев, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы:
– Һайлау кампанияларынан бер ҡасан да ситтә ҡалырға ярамай. Әлегеһе үҙенең мөһимлеге менән бигерәк тә айырылып тора. Шуның өсөн барыбыҙ ҙа унда ҡатнашырға, үҙебеҙ лайыҡлы тип тапҡан Башҡортостан Башлығы һәм урындағы ауыл Советтары депутаттары өсөн тауыш бирергә бурыслыбыҙ. Тыуған районыбыҙ, республикабыҙ киләсәге хәл ителгән ваҡытта һайлауға битараф ҡалыу мөмкин түгел. Унда әүҙем ҡатнашайыҡ!
Рәжәп Мөхитов, Ҡолсора ауыл биләмәһенең ҡоролтай рәйесе, Үрге Иҙрис ауылы старостаһы:
– Беҙҙең Үрге Иҙрис халҡы элек-электән үҙенең берҙәмлеге, татыулығы менән айырылып тора. Ауылыбыҙ район кимәлендә үткәрелгән төрлө проекттарҙа, сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, берәүһенән дә ситтә ҡалмай. Яулаған уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа етерлек. Беҙҙә һайлауҙар һәр ваҡыт ойошҡанлы уҙа, ауылдаштарыбыҙ үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә бик яуаплы ҡарай. Әлеге һайлауҙа ла беҙ бар ауыл менән ҡатнашасаҡбыҙ һәм үҙебеҙ лайыҡлы тип тапҡан кандидаттар өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Беребеҙ ҙә был сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмайыҡ!
Читайте нас: