Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
27 Август 2019, 11:34

Мин ни өсөн һайлауға барам? (дауамы)

Рәмил Тотманов, Ишмырҙа ауылының ир-егеттәр ҡоро рәйесе:– Ауыл Советында ғәзиз ере өсөн йән атҡан ысын ир-егеттәрҙән көслө команда төҙөргә кәрәк. Шуны күҙ уңында тотоп, беҙ ауылдың ир-егеттәр ҡоронан ауыл Советына депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттарҙы тәҡдим иттек. (дауамын сайттан уҡығыҙ)

Был һайлауҙарҙа бөтә ауыл халҡы менән мотлаҡ ҡатнашабыҙ, ниһайәт, Башҡортостанда тәртип урынлашыр тигән ниәттәбеҙ. Тәртипте беҙ бергәләп булдырырға бурыслыбыҙ. Буласаҡ Башлыҡ ауылдарҙа яңы эш урындары булдырыу, производстволар асыу тураһында уйланһын ине. Сөнки беҙҙең ауылдан ғына ла 150 кеше вахта ысулы менән ситтә эшләргә мәжбүр.
Ауыл Советына һайланған депутаттар тыуған ауылы, халҡы мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләһен, яңы уй-ниәттәрен тәҡдим итһен. Ә беҙ уларҙы урында күтәреп алырға риза. Ир-егеттәр ҡоро әле ҙур эштәр алып бара, ошо арала үҙебеҙҙең көс менән стадионды кәртәләп алырға ниәтләйбеҙ. Урындағы “Р.Рәсүлев” КФХ-һы төҙөлөш материалдары менән ярҙам итергә риза.
Читайте нас: