Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
21 Август 2019, 10:41
Мин ни өсөн һайлауға барам?
Аҡморон ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро рәйесе, эшҡыуар Хәмзә Әбилев менән Ярат ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро рәйесе, Ғүмәр ауылынан Әҙеһәм Әхмәтйәнов һайлау тураһында үҙ фекерен белдерә. Был турала сайттан уҡығыҙ.
Хәмзә Әбилев, эшҡыуар, Аҡморон ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро рәйесе:
– Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашасаҡбыҙ. Ауыл киләсәген хәстәрләгән, халыҡҡа эш урындары булдырыу өҫтөндә аныҡ эш алып барған кешеләрҙе һайлайыҡ. Һайланған Башлыҡ һәм ауыл Советы депутаттары ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереү өҫтөндә эшләһен ине. Мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалыу, балаларыбыҙҙы туған телдә уҡытыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр тыуҙырылһын. Йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу, тыуған еренә ылыҡтырыу юлдарын табырға кәрәк.
Әҙеһәм Әхмәтйәнов, Ярат ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро рәйесе, Ғүмәр ауылынан:
– Мин ни өсөн һайлауға барам? Ауылдарҙа эш урындары булдырыу, яңы производстволар асыу, алама ғәҙәттәрҙе бөтөрөүгә күп көс һалған һәм халыҡ күңелендә киләсәккә өмөт уятҡан лайыҡлы депутаттар һәм Башҡортостан Башлығы һайланыр тигән ышаныстамын. Сөнки ауылдарҙың бөгөнгө яҙмышы һәр кемебеҙгә билдәле: эш юҡ, шунлыҡтан йәштәр ситкә китә, эскелек йәмғиәтте быуып алып бара. Тик көслө команда ғына булған ауырлыҡтарҙы йырып сыға аласаҡ. Шуның өсөн был һайлауҙа ҡатнашыу мотлаҡ.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?