Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
19 Июль 2019, 17:39
Кандидаттар теркәлә
Билдәле булыуынса, 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлаясаҡбыҙ.
Был мөһим сараға күптән әҙерлек башланды. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы 8 июлдә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты (“Берҙәм Рәсәй”) кандидат итеп теркәне һәм билдәле өлгөләге теркәү тураһындағы таныҡлыҡ тапшырҙы. Ә 13 июлдә республика Башлығы вазифаһына тағы ла өс кандидат теркәлде: Иван Сухарев (ЛДПР), Юрий Игнатьев (“Ғәҙел Рәсәй”), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ) һайлауҙа ҡатнашыуға хоҡуҡ алды. Документтарҙы һәм йыйылған ҡултамғаларҙы тикшергәндән һуң, 21 июлдә, кандидаттарҙың тулы исемлеге билдәле буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика парламенты депутаттары һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтты. Башҡортостан Башлығын һайлауҙа улар иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләйәсәк. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев былай
тип белдерҙе: «Һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн участкаларҙың эш ваҡытын оҙайттыҡ. Был норма күпселек халыҡҡа тауыш биреү мөмкинлеген бирергә тейеш.
Хәҙер бөтәһенең дә эш графигы төрлөсә. Күптәр сменалап эшләй, йәкшәмбе көндө барыһы ла ял итмәй, айырыуса уңыш йыйыу осоронда. Ә кемдәр ял итә, ғаиләләре менән баҡсаға бара һәм кисен генә ҡайта, шуға тауыш биреп өлгөрмәй. Совет осоронда һайлау участкалары таңғы 6-нан киске 10-ға ҡәҙәр эшләй ине. Эш ваҡытын арттырыу һайлау комиссияларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым». Республика Башлығын һайлау менән бер рәттән ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау ҙа үтәсәк. Баймаҡ районында 22 ауыл биләмәһендә 193 һайлау округы булдырылған. 8 сентябрҙә бөтәһе 211 ауыл биләмәһе Советы депутаты һайланасаҡ. Әле район территориаль һайлау комиссияһы кандидат итеп теркәлеү өсөн тапшырылған документтарҙы тикшереү һәм кандидаттарҙы теркәү менән мәшғүл. Документтар буйынса 92 кеше үҙ-үҙен күрһәткән, 362 кешенең кандидатураһын партиялар тәҡдим иткән (211 кеше – “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, 71 – “Ғәҙел Рәсәй”, 19 – ЛДПР, 12 – КПРФ, 49 кеше – “Рәсәй патриоттары” партияһынан). Йәмғеһе 454 кешенең кандидатлыҡҡа документы тапшырылған.
42 округта кандидаттар һаны өсәү йәки унан да күберәк.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи