Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
24 Июнь 2019, 16:40

Әҙерлек башланды

8 сентябрҙә үтәсәк һайлауға тулы әҙерлек башланды. Үткән шишәмбелә Баймаҡта Сибай, Межгорье ҡалалары, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Белорет райондарының территориаль һайлау комиссияларының рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары, секретарҙары һәм система администраторҙары өсөн уҡыуҙар үтте.

Унда БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Гадилов, Үҙәк һайлау комиссияһы Аппаратының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге мөдире Рәсих Шәмсетдинов ҡатнашты. Марат Гадилов кәңәшмәне асып, барыһын да асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. Рәсих Шәмсетдинов кандидаттарҙың теркәү өсөн тапшырылған документтарын ҡабул итеп алыу нескәлектәре менән таныштырҙы.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә документтарҙы ҡануниәт талаптарына ярашлы тултырыу һәм теркәү үҙенсәлектәре ҡаралды. Урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарҙың документтарын теркәү буйынса методик ҡулланма таратылды.
Читайте нас: