Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
8 Ноябрь 2016, 14:54

Башҡортостанда һайлау ойошҡанлы үтте

18 сентябрҙә Етенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау үтте. Һайланған 450 кешегә депутат мандаты тапшырыласаҡ, шул иҫәптән 6 кандидат беҙҙең республиканан.

Юғары күрһәткес

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау менән бер рәттән республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм вәкәләтле урындағы үҙидара органдарына өҫтәмә депутаттар һайлау ҙа булды. Барлығы 3426 һайлау участкаһы эшләне. БР-ҙың Үҙәк һайлау комиссияһынан алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 69,78 проценты тауыш биргән, был күрһәткес дөйөм федераль күрһәткесенән (47,81%) байтаҡҡа юғары.

Һайлау алды уҙышында, һәр береһе үҙенең һайлау округында, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан күрһәтелгән биш кандидат лидер булғайны – Алексей Изотов (48,5%), Павел Качкаев (57,6%), Зөһрә Рәхмәтуллина (49,5%), Илдар Бикбаев (52,2%), Зариф Байғусҡаров (57,4%). Нефтекама һайлау округында “Граждандар платформаһы” партияһы вәкиле Рифат Шәйхетдинов еңеп сыҡты (45,25%).

Партия исемлеге буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре дөйөм Рәсәйҙекенә яҡын: “Берҙәм Рәсәй” – 56,37%, КПРФ – 18,62%, ЛДПР – 11,29%, “Ғәҙел Рәсәй” – 6,88%.

Тәтешле (93,65%), Саҡмағош (90,75%) һәм Бишбүләк (91,04%) райондары һайлаусылары ҙур әүҙемлек күрһәтте. Өфөлә һайлаусыларҙың 60 проценты тауыш бирҙе, ә Ағиҙелдә (37,26%) һәм Сибайҙа (43,78 %) һайлаусылар әүҙем булманы.

Ысынлап һораясаҡбыҙ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡына һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм “беҙҙең республика халҡы дәүләт эштәрендә ҡатнаша, бының менән илдең үҫешенә үҙенең битараф түгеллеген күрһәтә” тип билдәләне.

– Йонсоу, ямғырлы, елле һауа торошо тороуға ҡарамаҫтан, һайлау участкаларына килгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Зәки улы 19 сентябрҙә һайлау һөҙөмтәләренә арналған брифингта. – Республикала был һайлау икенсе төрлө үтте... Беҙ һөҙөмтәләр буйынса күп кенә партияларҙың бөтә кимәлдәге закондар сығарыусы власть органдарына үтеүен күрәбеҙ. Әлбиттә, һайлау алды кампанияһының башында уҡ “Берҙәм Рәсәй” ҙә, мин дә һайлау үткәреүгә административ баҫым булмаһын тигән фекерҙе белдерҙек. Был һайлауҙар ошо эштә ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһы өсөн дә конкурентлы, асыҡ үтте.

Төбәк Башлығы шулай уҡ депутат эшмәкәрлегендә иң мөһиме – ул һайлаусылар менән даими эш һәм аралашыу, тип белдерҙе:

– Депутаттар асыҡ рәүештә отчет бирергә тейеш. Беҙ депутаттың һайлаусылар менән осрашыуы нисек үтеүе, уға ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәре хаҡында бик аҙ беләбеҙ. Шуға күрә киң мәғлүмәт саралары ҡатнашлығында депутаттарҙың асыҡ отчет яһау практикаһын булдырырға кәрәк, тип уйлайым. Беҙ уларға “йоҡларға” һәм ял итергә юл ҡуймаясаҡбыҙ! Депутаттар закондар ҡабул итеү, сессияла ҡатнашып, тауыш биреү төймәһенә баҫып ултырырға ғына тейеш түгел, ә Дәүләт Думаһында ысынлап эшләргә бурыслы һәм беҙ уларҙан быны талап итәсәкбеҙ.

Бурыстарҙы атҡарҙыҡ

– Һайлау кампанияһы асыҡ, конкурентлы шарттарҙа үтте, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев. – Беҙ күрһәтелгән ышаныс өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Кешеләрҙең ышанысы беҙгә ҙур яуаплылыҡ һала. Шулай уҡ башҡа партияларҙың һайлау алды тәҡдимдәрен дә ҡарарға тейешбеҙ. Конкуренттар мандат алыу өсөн фантастик вәғәҙәләр бирһә лә, уларҙың төплө тәҡдимдәре лә бар ине. Шуға күрә партия бойомға ашырырлыҡтарын файҙаланырға йыйына. Дөйөм алғанда, республикала һайлау тыныс үтте, ойоштороусыларға етди ялыуҙар булманы.

– Власть конкурентлы сәйәси мөхит тыуҙырыуға яҡшы шарттар булдырҙы, – тине БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Дмитрий Казанцев. – Башҡортостанда “Һайлау-2016” Йәмәғәт палатаһының мәғлүмәт үҙәге республикалағы бар сәйәси партияларҙы берләштерҙе. 2011 йылдан айырмалы рәүештә, ул саҡта һәр кем үҙе өсөн ине, быйыл мониторинг үткәреү, һайлау барышын күҙәтеү ҙә бер көс менән уҙғарылды. Был ысынбарлыҡҡа тап килгән, асыҡ һөҙөмтә алырға ярҙам итте. Етешһеҙлектәр ҙә әһәмиәтһеҙ булды. Техник сәбәптәр буйынса (электр утын һүндереү, мәҫәлән) мөрәжәғәттәр күп булды.

Ҙур өмөттәр

Дәүләт Йыйылышының яңы саҡырылышы 18 октябрҙән ҡалмай эш башлаясаҡ. Яңы һайланған депутаттарға ҙур өмөт бағлана, уларҙан аныҡ эшмәкәрлек көтәбеҙ.

– Иң мөһиме, грамоталы, аҡыллы, лайыҡ кешеләр депутат булып һайланһын, – тине Әлшәй районынан 102 йәшлек Антонина Божко. – Ә мин тауышымды иң яҡшы кандидат өсөн бирҙем.

Антонина Григорьевна әйтеүенсә, ул үҙ ғүмерендә бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған. Йәштәр араһында ла тауыш биреү – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, тигән фекер йөрөтөүселәрҙең күп булыуы һөйөндөрә.

– Нимәгә һайларға, һинең тауышың бер нимәне хәл итмәй, тип әйтеүселәр бар. Мин улар менән риза түгелмен, – ти 18 йәшлек Дарья Кожевникова. – Һайлауға килеп мин үҙ киләсәгемде һайлайым. Беҙ бергәләшеп кенә тормошобоҙҙо яҡшыға үҙгәртә алабыҙ.

– Яңы саҡырылыш депутаттарының ысынбарлыҡты дөрөҫ ҡабул итеп, эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙәрен теләр инем, – ти Өфө ҡалаһынан Полина Вишневская. – Һалымдар, төрлө йыйымдар менән баҫмаһындар ине. Урындағы һайлауға килгәндә, Өфө ҡалаһын матурлауға, парктарҙы үҫтереүгә, юлдарҙы тәртиптә тотоуға иғтибар бирһендәр.

Нефтекама һайлау округында еңеү яулаған Рифат Шәйхетдинов урындағы телевидениеға биргән интервьюһында тәү сиратта өс мәсьәләгә иғтибарын йүнәлтәсәген белдерҙе:

– Беренсенән, округта бирелгән наказдарҙы, күтәрелгән проблемаларҙы системаға һалыу. Икенсенән, наказдарҙы теүәл үтәү өсөн Дәүләт Йыйылышының яңы комитеты, эш комиссиялары менән билдәләнеү. Өсөнсөнән, округта ярҙамсылар штатын булдырыу. Нефтакамала һәм Октябрскиҙә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшләйәсәк, шулай уҡ электрон почтаға һәм Дәүләт Йыйылышына яҙып буласаҡ. Округта шәхси осрашыуҙарҙы ла йыш үткәрергә уйлайым.

Стәрлетамаҡ бер мандатлы округында еңеү яулаған Алексей Изотов әйтеүенсә, уның һайлаусыларынан наказдар бик күп – йәшәйеш проблемаларынан алып (юл һалыу, газ үткәреү, ремонт эшләү) федераль закондарҙы үҙгәртеүгә тиклем. Кешеләрҙе республиканы һәм муниципалитеттарҙы финанслау мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындыра.

– Наказдар буйынса көндәлек эш башланды ла инде, – ти Алексей Николаевич. – Мәҫәлән, бер районда насос боҙолғанға күрә һыу юҡ ине һәм беҙ уны эшләтеп ҡуйҙыҡ. Наказдар китабы бар һәм һәр ваҡыт үтәлеп барасаҡ.

Николай Евдокимов, сәйәсмән:

– Был һайлауҙың яңылығы – ул ҡатнаш система буйынса үтте. Йәғни партия исемлегендәге кандидаттар өсөн генә түгел, ә бер мандатлы округтар буйынса ла тауыш бирелде. Был республикалағы алты округ эсендә сәйәси көрәшкә килтерҙе. Ҡайҙалыр ул сәйәси технологияларҙы ҡулланып ҡаты алып барылды, икенсе ерҙә тыныс үтте. Кандидаттарҙың халыҡ менән осрашыуы, радио һәм телевидение дебаттарында ҡатнашыуы үҙенсәлекле булды.

Дмитрий Михайличенко, сәйәсмән:

– Һайлауҙың һөҙөмтәләре илдәге һәм төбәктәге сәйәси көстәрҙең урынын билдәләй. Тәүге дүрт урынды яулаған партиялар яҡшы сығыш яһаны. “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бер мандатлы округ кандидаттары праймеризды үтеп, һайлауға яҡшы әҙерлектә килде. Партияға ышаныс та бик ҙур. Шуға күрә “Берҙәм Рәсәй”ҙең 5 округта күрһәткән кандидаттарының барыһы ла үтте. Нефтакамала партия үҙенең кандидатын күрһәтмәне. Шуға күрә унда конкурентлыҡ көслө булды. Республикала быға тиклем билдәһеҙ булған Рифат Шәйхетдинов еңеп сыҡты. Әммә ул инвестициялар йәлеп итергә вәғәҙә бирҙе һәм шуның менән һайлаусыларҙың иғтибарын яуланы. Аныҡ тәҡдимдәре булмауы, һайлау алды агитацияһы тик тәнҡиткә ҡоролоуы күп кандидаттарҙың хатаһына әүерелде.

Евгений Соболев, БДПУ-ның тарих һәм хоҡуҡи белем биреү институты доценты:

–Бигерәк тә ауыл халҡы әүҙем. Сөнки ҡала, ҡағиҙә булараҡ, пассив йәки протест белдереүсән. Ҡалала сәйәси системанан ситләшеү күпкә юғары. Ә ауылда йәшәүселәр сәйәси тормошҡа һәм илдең тормошона йоғонто яһай аласаҡтарына ышана. Һәм улар хаҡлы. Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында һайлауға килеүселәр бик әҙ булды. Шуға күрә яңы Дәүләт Йыйылышын ауыл һайлаған булып сыға. Икенсенән, ауыл халҡының дәүләт менән бәйләнеше күпкә тығыҙ. Был үҙенә күрә патриотлыҡ. Әгәр ҡалала йәшәүселәр йәшәү урынын үҙгәртә алһа, ауылдыҡылар үҙен ерһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Шуға күрә улар өсөн һайлау – бәләкәй Ватанын һайлауға тиң.

Читайте нас: