Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Октября , 05:30

Әрем эстек һәм ауырыманыҡ

Өләсәйҙәр уның серен белгән

Добавить в предпочтительные источники Google
Әрем эстек һәм ауырыманыҡӘрем эстек һәм ауырыманыҡ
Әрем эстек һәм ауырыманыҡ

Һыуыҡтан өшөп-туңып, ҡалтыранып ингән саҡта өләсәйҙәр сыбыҡ менән урындыҡҡа баҫтырып мендерә лә, банка менән ошо үләнде бирә. Әсеее, тәмһеҙ, әммә ололарҙы тыңларға кәрәк. Баяғы сыбыҡ та ҡурҡыта. Ә һөҙөмтә шәп булған бит! Ауырыманыҡ, антибиотиктар йотманыҡ. Аллергия тигән нәмә бөтөнләй булманы. Шул әремде эсәһең дә, өләсәй ҡыҙҙырған картуфты майлы икмәк менән ашайһың. Шуға ҡарамаҫтан хәҙерге кеүек һимереү менән яфалаған балалар ҙа булманы. Ә сере бит ябай булған.

Әрем - тәбиғи антибиотик. Эстәге теләһә ниндәй паразиттарҙан таҙартыуҙан тыш, вирустарҙы ла үлтерә. Аппетитты күтәрһә лә, аш һеңдереүҙе лә тиҙәйтә. Өшөп ҡайтып ингәндә эскән әрем һалҡынды төпкә төшөрмәй. Уны нисек эсергә? 0.5 литрлыҡ банкаға 1 аш ҡалағы кипкән әремде һалырға ла, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. 15 минут төнәтәбеҙ. Иртәле-кисле, банкалағы әремде икегә бүлеп, йылымыс килеш эсәбеҙ.

Иҫкәрмә! Хәҙерге ваҡытта ни сәбәптәндер аллергиктар күп. Шуға күрә әремгә аллергия булһа, шулай уҡ ауырлыларға ул ярамай.

Һау булайыҡ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова