Һаҡмар
+3 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Октября , 05:00

Һарымһаҡлы һыу тромбтарҙан ҡотҡарҙы

Уйламаған ысул ғүмерен ҡотҡарған

Добавить в предпочтительные источники Google
Һарымһаҡлы һыу тромбтарҙан ҡотҡарҙыҺарымһаҡлы һыу тромбтарҙан ҡотҡарҙы
Һарымһаҡлы һыу тромбтарҙан ҡотҡарҙы

Аптекала дарыуҙың ниндәйе генә юҡ! Һәм шуныһы, йылдар үтә бара, ниндәйҙер шик уята башланы. "Противопоказания" тигән ерен уҡыһаң, бигерәк тә. Эсәм тигән дарыуың бер ереңде дауалаһа, башҡа бер нисә урыныңа зыян да итеүе бар икән. Шуға күрә халыҡ медицинаһының теге йәки был ысулы ярҙам итте, тигәндәрен ишетһәм, яҙып алырға ашығам.

Был 56 йәштәге ҡатын холестерин, ҡан баҫымы юғарылығы, ә иң ҡурҡҡаны тромбтар барлыҡҡа килә башлауынан яфаланған. Бер йыл дауамында ул һарымһаҡлы һыу эсә. Тик башҡалар кеүек һарымһаҡтың үҙен генә түгел, ә уға берсә зәйтүн майы берсә етен майы өҫтәй.

- 1-2 һарымһаҡты турайым да, стаканға һалам, унан өҫтөнә 3-5 тамсы майҙы өҫтәйем. Ҡайнап сыҡҡандан һуң теүәл 10 минут ултырған һыуҙы өҫтәйем. Яңы ғына ҡайнаған булырға тейеш түгел. 20 минуттан шул һыуҙы яйлап эсәбеҙ. Иртәле-кисле көн аша йыл дауамында эстем. Атлап йөрөүе еңел булып ҡалды, холестерин яйға һалынды. Ҡытай табиптары ошондай һарымһаҡлы һыу күптән барлыҡҡа килтергән тромбтарҙы ла тарата, тип яҙа. Яҡшы йоҡлай башланым, бауыр ауыртыуы баҫылды. Кемгә нисек тәьҫир итә инде. Табип менән һөйләшергә була. Мин эсә башлар алдынан врачымдан һорағайным, "вреда не будет, пейте" тип кенә ҡуйҙы. Ә бер йылдан минең анализдарҙы ҡарап "как там нужно пить эту воду говорите" тей, - тип йылмая был ханым. Интернеттан уҡып ҡарағанда ла һарымһаҡлы һыу рак сирҙәрен дә иҫкәртә, бик күп ауырыуҙарҙан дауа тип яҙыла. Әлбиттә, һәр нәмәлә сама кәрәк. Грипп, һалҡын тейеүҙән һаҡлаған, иммунитетты нығытҡан һарымһаҡлы һыуҙы ошо мәлдә эсеп ҡарарға булалыр. Һау булайыҡ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова