Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Сентября , 11:35

Әрем майы

Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа

Добавить в предпочтительные источники Google

Шулай уҡ был май һалҡын төшкәс алмаштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнәсәк. Әле уны эшләп алыу өсөн иң шәп ваҡыт. Уны әҙерләүе тиҙ һәм еңел. Теләк кенә булһын! Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыябыҙ. Банканың яртыһына туралған ваҡланған үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майын ҡоябыҙ. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға.

Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәт урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә. Һау булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова