+22 °С
Облачно


Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға.
Сәнскеләрҙән әҙерләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә.
Ашҡаҙан сей яраһынан (язва)
Сей яраны дауалауҙа дегәнәк ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы булараҡ ҡулланыла. Бының өсөн шундай дарыу әҙерләргә мөмкин: Бер ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған тамырына ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 2 сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр 200 мл эҫе килеш эсергә.