

"Һыу инеүсе ҡысыныуы" ауырыуы Рәсәй төбәктәрен баҫып ала бара.
Һигеҙ төбәктә церкариоз йоҡтороу осраҡтары теркәлгән. Йыш ҡына киҫкен паразитар ауырыуҙы Рәсәйҙең көньяҡ һәм үҙәк төбәктәрендә йоҡторалар, унда күп кенә һыу ятҡылыҡтары (күлдәр, быуалар) йәки аҙ ағымлы һыу ятҡылыҡтары бар. Тап шунда церкарийҙар паразиттары йәшәй. Улар һыу инеү ваҡытында кеше тиреһе аҫтына үтеп инә ала. Быйыл йәй был ауырыуҙы Мәскәү, Тула, Тамбов, Түбәнге Новгород, Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Краснодар крайында йоҡторғандар. Паразиттар тәндә оҙаҡ йәшәмәй, әммә ҡот осҡос ҡысыныу тыуҙыра. Кеше тәнен яра тырнап бөтә. Был хәүефле: яраға бактериялар эләгеүе ихтимал, был шешеүгә, эрен барлыҡҡа килеүгә һәм оҙаҡ дауаланыуға килтерә.
Һаҡ булығыҙ!