+19 °С
Облачно


Шулай итеп, рецептың үҙе. Алоэ, башлы һуғандың һуты, бал, Вишневский, ихтиол маздәре, сусҡа салоһы, шыйыҡ кер һабыны кәрәк буласаҡ. Уларҙың һәр береһен 1 аш ҡалағы алып, болғай-болғай ҡайнатып сығара яҙабыҙ һәм шунда уҡ һүндерәбеҙ (ҡайнатырға ярамай!!!). Май һыуынғас, уны аяҡҡа һөртөп, тышынан сепрәк менән ҡыҫмай ғына бәйләйбеҙ. Был япманы мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөтөгә кәрәк. Кемдең көндөҙ эшләргә мөмкинселеге юҡ, төнгөлөккә һылайбыҙ.
Аяҡтарығыҙ бер ҙә һыҙламаһын. Йүгереп кенә йөрөгөҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.