Ашҡаҙан ауырыуҙарынан ярҙам итә

Әллә ҡайҙан ебәрелгән билдәһеҙ үләндәр, БАД-тарға ҡарағанда, тыуған еребеҙҙәге үләндәр нығыраҡ ярҙам итә

Юл япрағы төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа булып тора. Ул ашҡаҙанды һауыҡтыра һәм ундағы яраларҙы (язваны) бөтәштерә, ауыртыуҙы баҫа, үҙәк көйгәндән ярҙам итә. Төнәтмәне йылы килеш, ашарҙан 30-40 минут алда эсегеҙ.

Ашҡаҙанға дауа булған төнәтмәне дөрөҫ итеп эшләр өсөн ике ысул бар.

1 аш ҡалағы кипкән үләндең өҫтөнә 1 стакан эҫе, әммә ҡайнап өлгөрмәгән һыу ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡас ябып, 12-15 минут төнәтегеҙ. Бындай сәйҙе тәүлегенә 3-4 тапҡыр бешереп эсергә кәңәш ителә. Эскән һайын яңынан төнәтәбеҙ.

Икенсе ысулда термос кәрәк була. 4 аш ҡалағы кипкән юл япрағы үләнен ярты литр эҫе һыу менән бешерәләр. Унан был сәйҙе термоста 2,5–3 сәғәт тирәһе төнәтелә. Был төнәтмәне тәүлегенә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.

Был ике ысулда ла дауаланыу курсы 7 көн дауам итергә тейеш. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, йәнә ҡабатларға була.

Һау булайыҡ! Тыуған еребеҙҙә үҫкән үләндәрҙе файҙаланып ҡалайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас