Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор

Бәпембә балы

Файҙалы, тәмле, үҙенсәлекле...

Бәпембә балыБәпембә балы
Бәпембә балы

Таҙа ерҙән бәпембәнең сәскәләрен генә йыябыҙ. 300 бөртөк самаһы сәскәне һалҡын һыуҙа сайҡатып, бер литр һыуыҡ һыу ҡоябыҙ һәм талғын утҡа ҡуйып, өҫтөн ябып бер сәғәт ҡайнатабыҙ. Шунан сәскәләрен һөҙөп алабыҙ ҙа, һыуына 800 г шәкәр һалып, тағы бер сәғәт һүрән утта ҡайнатабыҙ. Утты һүндерер алдынан бер лимондың һутын һығып ҡоябыҙ. Һыуынғас файҙалы ла, тәмле лә бал әҙер була. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас