Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор

Был ҡый үләнен фаршҡа ла ҡушырға кәрәк

Эйе, һәм ул ризыҡты витаминдар менән байытыр. Салат эшләгәндә укроп, һуған менән бергә ошо үләнде йәки уның үҙен генә турап һалығыҙ. Ә бит был үләнде ҡайһы бер баҡсасылар әрләп бөтә алмай. Күберәк һыу ҡойған түтәлдә йә һыулы мискәләр янында ул шунда уҡ үҫеп сыға. Еүеш үләне, йондоҙло үлән, русса мокрица тиҙәр уны. Ә был үләндең яман шештәргә ла ҡаршы тороуын, һыҙланыуҙарҙы баҫыуын, тире ауырыуҙарын йүнәлтеүен беләһегеҙме? Төрлө ауырыуҙарҙы профилактикалау өсөн бер аш ҡалағы үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Уны дүрткә бүлеп көнөнә өс мәртәбә ас ҡарынға эсегеҙ. Әгәр варикоз менән ыҙалаһығыҙ йә һыҙлаһа

Был ҡый үләнен фаршҡа ла ҡушырға кәрәкБыл ҡый үләнен фаршҡа ла ҡушырға кәрәк
Был ҡый үләнен фаршҡа ла ҡушырға кәрәк

Еүеш үләне (мокрица) һалҡын тейеүгә ҡаршы, һаҙланыуҙарҙы баҫыусы, үтте ҡыуыусы, шешенгән саҡта организмдан артыҡ һыуҙы сығарыусы булараҡ ҡулланыла. Дерматология, гинекология, онкология сирҙәренә ҡаршы профилактик сара ла. Был үлән күҙ сирҙәренә лә ҡаршы тора.

Әгәр варикоз менән ыҙалаһығыҙ йә һыҙлаһа, ошо үләнде аяҡтарығыҙға беркетеп бәйләп ҡуйығыҙ. Һыҙлаған урындарҙы ыуыу өсөн үләндән төнәтмә әҙерләп алығыҙ. Бының өсөн банканың яртыһына үлән һалығыҙ һәм араҡы менән тултырығыҙ. Утыҙ көндән һуң уны ҡулланырға була. Шулай уҡ ошо төнәтмә менән биттәге, тәндәге һытҡыларҙы, дерматитты, псориазды дауалайбыҙ. 

Төрлө ауырыуҙарҙы профилактикалау өсөн бер аш ҡалағы үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Уны дүрткә бүлеп көнөнә өс мәртәбә ас ҡарынға эсегеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас