

Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә ҡарата
Һәр тикшереү – һаҡланып ҡалған ғүмер
Эш урынында хәүефһеҙлек өсөн кем яуаплы икәнен беләһегеҙме? Хеҙмәт һаҡлау айлығы мәлендә нәҡ уларға рәхмәт әйтер ваҡыттыр. Эйе, хеҙмәте күҙгә ташламаған кешеләр бар. Тап улар ярҙамында беҙ тыныс ҡына эшкә киләбеҙ, үҙ бурыстарыбыҙҙы үтәйбеҙ һәм иртәнге көнгә ышанабыҙ.
Хөрмәт Уразбаев Баймаҡ район дауаханаһында хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес булып эшләй. Уның тормош юлы - Тыуған илгә һәм халҡына хеҙмәт итеү юлы. Хөрмәт Исмәғил улы Түбәнге Яйыҡбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ниғәмәт урта мәктәбен тамамлай. Сик буйы ғәскәрҙәрендә намыҫ менән хеҙмәт итә, унда сыҙамлыҡ, дисциплина һәм хәрби антҡа тоғролоҡ күрһәтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн II дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә. Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен Эске эштәр министрлығы өлкәһендә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Инспекторҙан алып юл-патруль хеҙмәте взводы командиры һәм өлкән участка уполномоченныйы вазифаһына тиклем юл үтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн III, II һәм I дәрәжә миҙалдар менән бүләкләнә, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы участка уполномоченныйы” исеменә лайыҡ була. Отставкалағы милиция майоры, хеҙмәт һәм сик буйы ғәскәрҙәре ветеранының хеҙмәт юлына һоҡланырға ғына ҡала.
Бына инде 7 йыл Баймаҡ дауаханаһында бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеүгә бар көсөн һала. Хөрмәт Исмәғил улы тикшереү һәм инструктаж үткәреү менән генә сикләнмәй. Ул бер аҙым алдан уйлап өйрәнгән кеше. Уның һәр тикшереүенән кемдеңдер хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Һәр инструкция артында – кемдеңдер һаҡланып ҡалған ғүмере.
Хөрмәт Исмәғил улы профсоюздың әүҙем ағзаһы ла. Дауаханала үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Яратҡан ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай һәм ҡартатай тормоштоң һәр мәленән йәм табып йәшәй. Хөрмәт Исмәғил улының яратҡан шөғөлдәре лә бар. Ул тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, йырлай, гармунда уйнай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Тәбиғәтте яратыуы һәм сәләмәт тормош алып барыуы менән айырыла. Көн һайын ул үҙенең тоғро дүрт аяҡлы дуҫы “Туман” менән 5 саҡрым араны үтә.
Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө алдынан һеҙгә яуаплылығығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм кеше ғүмерен һаҡлауға бағышланған оло хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Ленера АРАЛБАЕВА.
#ПрофсоюзЗдравоохранения
#ПрофсоюзМедработников
#медикиГерои
#Роспрофздрав02