Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Апрель , 18:50

Тромб булмаһын өсөн

Бөгөн тағы бер йәш ҡатындың тромб өҙөлөүе арҡаһында ҡапыл мәрхүмә булып ҡалыуын ишетеп эс бошоп китте. Һуңғы осор шулай ҡапыл тромбы өҙөлөп һәләк булыусылар күбәйә ниңәлер. Шуға күрә бер инәй өйрәткән был ҡушылманы тағы иҫемә төшөрҙөм. Мин был рецепт менән уртаҡлашып ул интернетта ныҡ таралып киткәйне инде. Әйҙәгеҙ, иҫкә генә алмайыҡ, ҡулланайыҡ та. Һәр саҡ мөләйем был инәй: “Миңә табиптар һеҙҙең ҡан тамырҙарына 30 йәшлектәр ҙә көнләшерлек тип әйтә” тиер ине. Был тәмле ҡушылма организмды ҡан тамырҙарын, шлак һәм токсиндарҙан таҙартып ҡына ҡалмай, ә бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты көсәйтә. Шулай итеп, 100-шәр грамм грек сәтләүеге (грек сәтләүеге - ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм уның йөрөшөн яҡшырта) һәм кураганы (курага - ҡан баҫымын рәтләй) ваҡлайбыҙ, 4 тырнаҡ һарымһаҡты (һарымһаҡ - тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы көрәшә) иҙеп ҡушабыҙ, ярты лимондың (лимон - ҡанды шыйығайта һәм бауырҙы таҙарта) һутын һығығыҙ, 1 аш ҡалағы бал (бал - ҡанды таҙарта) өҫтәгеҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы (зәйтүн майы - насар холестеринды юҡ итеп, яҡшыларын барлыҡҡа килтерә) өҫтәгеҙ. Бер ай дауамында иртәнсәк ике аш ҡалағы ашағыҙ. Һәм тәнегеҙ һеҙгә рәхмәт әйтер.

Шулай итеп, 100-шәр грамм грек сәтләүеге (грек сәтләүеге - ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм уның йөрөшөн яҡшырта) һәм кураганы (курага - ҡан баҫымын рәтләй) ваҡлайбыҙ, 4 тырнаҡ һарымһаҡты (һарымһаҡ - тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы көрәшә) иҙеп ҡушабыҙ, ярты лимондың (лимон - ҡанды шыйығайта һәм бауырҙы таҙарта) һутын һығығыҙ, 1 аш ҡалағы бал (бал - ҡанды таҙарта) өҫтәгеҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы (зәйтүн майы - насар холестеринды юҡ итеп, яҡшыларын барлыҡҡа килтерә) өҫтәгеҙ. Бер ай дауамында иртәнсәк ике аш ҡалағы ашағыҙ. Һәм тәнегеҙ һеҙгә рәхмәт әйтер.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас