-5 °С
Болотло
Бер нисә тырнаҡ һарымһаҡты бинтҡа һығырға ла, бинтты йылытылған буш сәйнүк эсенә шунда уҡ һалырға һәм ҡапҡасын ябырға. Сәйнүктең һәмәген ауыҙығыҙға ҡабығыҙ ҙа, тәрән итеп тын алығыҙ. Тынды танау аша сығарығыҙ. Тын алғанда танауҙы ҡыҫып тоторға кәрәк. Был һарымһаҡтың файҙалы матдәләре ауыҙ аша килеп инһен өсөн эшләнә. Бик мәшәҡәтле ысул, әлбиттә, әммә ошондай алты ингаляциянан һуң һуң һеҙ тымау, йүткеректе генә түгел, хатта ангина, бронхит, пневмонияны ла еңә аласаҡһығыҙ.
Һау-сәләмәт булайыҡ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.