Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Февраль , 16:20

Был ысул мине стенокардия өйәнәгенән

82 йәштәге атайыма инфаркттан һуң хәл индерергә, организмды яйға һалырға ярҙам итте. Ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыуҙан тыш ул иммунитетты нығыта, киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Уны 3-4 ай самаһы эсергә кәрәк. Мин өс йыл өҫтәлемдән өҙгәнем юҡ, стенокардия приступтары ла юҡҡа сыҡты. 1 стакан мүк еләге (клюкваға) 1 стакан шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ. Уға ит турағыс аша үткәрелгән 1 әфлисун (бәләкәй булһа – ике әфлисун) өҫтәйбеҙ. Йәки барыһын бергә яҡшылап блендерҙа болғатырға була. Ошо тәмлекәсте өҙмәй 3-4 ай эшләп ашайбыҙ. Ул бик тәмле килеп сыға, ҡунаҡтарға өҫтәлгә лә ултыртам. Тағы бер ысул инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә

Был ысул мине стенокардия өйәнәгенән
Был ысул мине стенокардия өйәнәгенән

 

82 йәштәге атайыма инфаркттан һуң хәл индерергә, организмды яйға һалырға ярҙам итте. Ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыуҙан тыш ул иммунитетты нығыта, киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Уны 3-4 ай самаһы эсергә кәрәк. Мин өс йыл өҫтәлемдән өҙгәнем юҡ, стенокардия приступтары ла юҡҡа сыҡты...

 

1 стакан мүк еләге (клюкваға) 1 стакан шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ. Уға ит турағыс аша үткәрелгән 1 әфлисун (бәләкәй булһа – ике әфлисун) өҫтәйбеҙ. Йәки барыһын бергә яҡшылап блендерҙа болғатырға була. Ошо тәмлекәсте өҙмәй 3-4 ай эшләп ашайбыҙ. Ул бик тәмле килеп сыға, ҡунаҡтарға өҫтәлгә лә ултыртам.

Тағы бер ысул. Ул инсульт, инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә. 2 лимон, 2 әфлисунды ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә, 2 аш ҡалағы бал менән болғатығыҙ. Уны быяла һауытта һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ашарға 30 минут алдынан 2 сәй ҡалағы ашайбыҙ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас