Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Февраль , 09:08

Беҙҙең Гөлгөнә - ауыл йәме

«Фельдшеребыҙҙан уңдыҡ. Кешелекле, алсаҡ, ярҙамсыл. Көндөҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итһә, төнөн ҡапыл ауырып китһәк, бер һүҙһеҙ, өйгә килә. Бер ваҡиға һаман хәтеремдә: буранлы ҡыш, юлға ҡар һалған ине. Ауырып китеп, Гөлгөнә Сәхи ҡыҙына кәңәш һорап ҡына шылтыраттым. Күпмелер ваҡыттан, тәҙрәнән ҡараһам, урам тышынан туфаға тиклем бейек көрттө көрәй-көрәй, юл һалып, инеп килә. Ошонан сығып та, уның үҙ эшен ни тиклем яратыуын, ауылдаштарының һаулығын ҡайғыртыуын аңларға була», - тине Гүзәл исемле апай аҡ халатлы  ауылдашына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.

Райондың фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, уңышлы эшләп йөрөүсе фельдшерҙар бихисап. Шуларҙың береһе - Шүлкә ауылынан БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлгенә Мырҙаҡаева. Уның медицина өлкәһендәге хеҙмәт стажы - 42 йыл.

Г.С.Мырҙаҡаева 1962 йылда Буранбай ауылында Сәхи һәм Нурикамал Байрамғоловтар ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде урындағы мәктәптә ала, артабан тиҫтерҙәре менән күрше Беренсе Этҡол   мәктәбен тамамлай. Ҡулына аттестат алған ҡыҙҙы киләсәктә ниндәй һөнәр һайлау мәсьәләһе борсомай. Ул бала саҡтан киләсәген медицина менән бәйләргә ҡарар итә.

«Беҙ бәләкәй саҡта Буранбайҙа Мөкәрәмә исемле инәй фельдшер ине. Үҙ эшен шул тиклем яратты, һәр кемдең һаулығына бик яуаплы ҡарай ине. Көн булһынмы, төнмө - ауырып киткән ауылдаштарына ярҙамға ашҡынды. Уның эшен һәр ваҡыт һоҡланып күҙәтә инем. Ҙурайғас, Мөкәрәмә апай кеүек табип буласаҡмын, тип хыялландым», - тине Гөлгөнә Сәхи ҡыҙы.

Эйе, бала саҡ хыялына тоғро ҡала ул. Сибай медицина училищеһында фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Уны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас, 1983 йылда хеҙмәт юлын тыуған ауылы Буранбайҙа башлай.

1986 йылда Шүлкәнән Батыр Мырҙаҡаев атлы егеткә тормошҡа сыға һәм хеҙмәт юлын килен булып төшкән ауылында дауам итә.

«Иң беренсе декрет ялына китеүсе фельдшер урынында эшләнем. Ул эшкә сыҡҡас, мине ауылда асылған балалар баҡсаһына саҡырҙылар. Ситтән тороп тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерҙем һәм 1989-1999 йылдарҙа мөдир булып эшләнем», - тип ул йылдарға әйләнеп ҡайтты мәҡәләм геройы.

Артабан Ғәлиә Хәсәнова хаҡлы ялға сыҡҡас, фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһе итеп эшкә саҡырыла һәм бөгөнгә тиклем уңышлы эшләй.

Гөлгенә Сәхи ҡыҙы ҡарамағында Шүлкә ауылында йәшәүсе 83 кеше. Уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. Ауылдаштарының һаулығын хәстәрләп, даими рәүештә күҙәтеп тора фельдшер. «Мөрәжәғәт  итеүселәрҙең күбеһендә йөрәк сире, ҡан баҫымы ауырыуҙары күҙәтелә. Уларҙан тейешле анализдар алып, ҡан баҫымын үлсәп, дарыуҙар яҙам, кәңәштәремде еткерәм. Шулай уҡ һәр береһен диспансеризация үтеүгә йәлеп итеү, профилактика эштәре алып барыла», - тине Г.С.Мырҙаҡаева. Ауылдаштары ла ипле ҡуллы, көләс йөҙлө, кешелекле Гөлгөнә Сәхи ҡыҙына тик рәхмәтле. Беҙҙең Гөлгөнә - ауыл йәме, тип ихтирам итеп кенә тора улар.

«Фельдшеребыҙҙан уңдыҡ. Кешелекле, алсаҡ, ярҙамсыл. Көндөҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итһә, төнөн ҡапыл ауырып китһәк, бер һүҙһеҙ, өйгә килә. Бер ваҡиға һаман хәтеремдә: буранлы ҡыш, юлға ҡар һалған ине. Ауырып китеп, Гөлгөнә Сәхи ҡыҙына кәңәш һорап ҡына шылтыраттым. Күпмелер ваҡыттан, тәҙрәнән ҡараһам, урам тышынан туфаға тиклем бейек көрттө көрәй-көрәй, юл һалып, инеп килә. Ошонан сығып та, уның үҙ эшен ни тиклем яратыуын, ауылдаштарының һаулығын ҡайғыртыуын аңларға була», - тине Гүзәл исемле апай аҡ халатлы  ауылдашына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.

Гөлгенә Сәхи ҡыҙы оло йәштәгеләрҙе район үҙәк дауаханаһына күп осраҡта тормош иптәше менән үҙ машиналарында алып бара. Эшен аңлаусы, һәр яҡлап терәк-таяныс булған Батыр Динислам улына рәхмәтле Гөлгөнә ханым.

Ғаиләһе менән дә бәхетле ул. Мырҙаҡаевтар ике балаға  ғүмер бүләк итә. Улдары Нияз менән килендәре Гөлсиә Баймаҡта йәшәй, дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Гөлфинә менән кейәүҙәре Фидан Өфө ҡалаһында төпләнгән. Уларҙың ике улдары бар.

Ауылдаштары Мырҙаҡаевтарҙы эшсән, тырыш, матур ғаилә булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Улар гөрләтеп донъя көтә: күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ихата-йорттоң төҙөклөгө, матурлығы ғаилә башлығының тырышлығын иҫбатлаһа, йәйен баҡсалағы күҙ яуырҙай төрлө сәскәләр хужабикәнең матурлыҡ яратыуын, ә ишелеп уңған йәшелсә-емеш уларҙың тырышлығын дәлилләй. Дәртле ханым шулай уҡ йырларға, ҡул эштәре менән булышырға ярата.

Тынғыһыҙ, дәртле Гөлгөнә Сәхи ҡыҙы ауыл тормошонда үткән сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 20 йыллап һайлау кампанияларында эшләй. Байтаҡ йылдар участка һайлау комиссияһа ағзаһы булһа, һуңғы өс йылда комиссия рәйесе вазифаһын башҡара.

Былтыр «Башҡортостан» гәзите иғлан иткән «Иң шәп фельдшер» конкурсында республиканың төрлө райондарынан әүҙем, тырыш, алдынғы ҡарашлы 16 фельдшер үҙ-ара көс һынаша. Ошо бәйгелә Гөлгинә Сәхи ҡыҙының еңеүсе булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән медицина хеҙмәткәренең район, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алған Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары бихисап.  Эйе, кеше эше менән маҡтаулы, тиҙәр. Мәҡәләм геройы ла ауылдаштарынан тик рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, эшенән йәм-тәм табып йәшәй.  

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас